Гүзәл Ситдиҡова.Ҡуян тубығы

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


* * *



Әрәмәлә һор ҡуяндар
Боҫоп ҡына ҡарайҙар:
Ҡуян тубығы йыям тип
Ҡысҡырыша малайҙар.
Ҡалтырай меҫкен ҡуяндар,
Тубыҡтары дер-дер-дер,
Ә малайҙар үлән тотоп
Ҡайтып китә гөр-гөр-гөр.
Маҡтаналар, ҡуянтубыҡ
Уңған, тиеп, ғәләмәт,
Шешҡолаҡтар һөйөнөшә -
Тубыҡтары сәләмәт.
Белмәгәйне шул ҡуяндар
Ҡырағай кишер барын,
Шуны ҡуян тубығы тип
Бик тәмләп ашауҙарын.


2013


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.