0%

Беҙ нисәү?(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Беҙ нисәү? ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Беҙ нисәү?


 Баҡсаға йөрөйбөҙ —
 Өс Гүзәл, дүрт Илдар,
 Ике Рим, өс Шәүрә,
 Биш Алһыу, өс Айҙар.
 Биш Фәрит, биш Марат,
 Бер бөртөк Мәликә.
 Бер Фәтих, ике Нур —
 Нисәү беҙ?
 Кем әйтә?

 


1993 йыл