0%

Башҡорт мифологияһы. Аҡбуҙ, Аҡбуҙат

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Башҡорт мифологияһы
автор Фирҙәүес Хисамитдинова
.Нәшер ителгән: 2002. Сығанаҡ: Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек. -Өфө: Ғилем, 2002. - 126 б.

ISBN 5-7501-0299-8


АҠБУҘ, АҠБУҘАТ. Башҡорт мифологияһында кешегә ярҙам итеүсе, уны ҡурсалаусы ҡанатлы, илаһи толпар. Эпостарҙа Аҡбуҙат «күктә тыуып, күктә үҫкән, һөйләшә алған, ҡылдары тылсымлы көскә эйә булған ат». Ҡайһы бер эпостарҙа Аҡбуҙат һыу аҫты донъяһынан сыҡҡан ат. Ышаныуҙар буйынса, Аҡбуҙат мал ҡото. Уралдағы йылҡыларҙы ла күл төбөнән алып сыҡҡан ат ул. Шүлгән мәмерйәһендә әле лә Аҡбуҙат рухы йәшәй, тиҙәр. Ул кешегә ат йәки аҡ һынлы һыбайлы булып күренә икән. Ышаныуҙар буйынса, Әбйәлил районындағы Боғаҙаҡ күлендә лә Аҡбуҙат йәшәй икән. Ул таңға ғына күлдән сыға һәм кеше күренеү менән кире сума тиҙәр.

(Ғ.Хисамитдинова. Белорет р-ны, Яңы Абҙаҡ ауылы).

Килеп сығышы яғынан Аҡбуҙат һүҙе аҡ, буҙ һәм ат һүҙҙәре менән бәйле. Әгәр ҙә аҡ һүҙе изге мәғәнәһендә ҡулланылһа, буҙ һүҙе лә иркен, ирекле йөрөгән ат, ҡош, кеше менән бәйле булырға тейеш. Сағыштырығыҙ : буҙ егет - өйләнмәгән егет, буҙ дөйә - яңғыҙ дөйә, буҙ кеше - ирек һөйөүсән кеше.