0%

Башҡорт мифологияһы. Аҙбар эйәһе

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Башҡорт мифологияһы
автор Фирҙәүес Хисамитдинова
.Нәшер ителгән: 2002. Сығанаҡ: Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек.

- Өфө: Ғилем, 2002. - 126 б. ISBN 5-7501-0299-8


АҘБАР ЭЙӘҺЕ. Диалекттарҙа арбаҙ эйәһе, албар эйәһе, абзар хужасы, азбарийәсе, амбар эйәсе, кәртә эйәһе, мал һарайы эйәһе исемдәре менән йөрөй. Башҡорт мифологияһында аҙбарҙа, мал һарайында йәшәгән эйә. Ул кешегә берәй хайуан, өй хужаһы, күрше-күлән ҡиәфәтендә күренә. Ышаныуҙар буйынса, аҙбар эйәһе - кешегә ярҙам итеүсе яҡшы зат. Ул көтөүҙән йоҡлап ҡалған хужабикәләрҙе, йәш быҙауы, бәрәсе туңа башлаған хужаларҙы күршеләре, туғандары тауышы менән уята, кәртә-ҡураны, ҡош-ҡортто төрлө яман заттарҙан һаҡлай. Аҙбар эйәһенең яратҡан һәм яратмаған малдары була. Яратҡан малын эйә ашата, иркәләй, һаҡлай. Яратмаған малды ул интектерә, арыта, хәлһеҙләндерә. Әгәр ҙә ошондай малды һатып йәки һуйып ҡуймаһаң, эйә уны интектереп үлтерә.

Аҙбар эйәһе тураһында ышаныуҙар халыҡта әле лә йәшәй. Миҫал өсөн Йылайыр районында яҙып алынған хөрәфәти хикәйәне килтерергә мөмкин.

«Март айы ине. Аҙна буйы күҙ асҡыһыҙ буран булды. Ә минең һыйырым быҙауларға тейеш. Шуға көн дә көтәм. Төндә бер нисә тапҡыр сығып ҡарайым.

Бер төн шулай һыйырымды сығып ҡараным да, ятып торҙом. Үҙем дә һиҙмәй йоҡлап киткәнмен. Бер мәл тәҙрә ҡағыуға уянып киттем. Утты яндырып сәғәткә ҡараһам төнгө ике икән. «Кем ул?» - тип һораным. - «Тор, нимәңде ҡарап ятаң, быҙауың туңа бит», - тип, күрше ҡатын уята икән. Тышҡа сыҡтым. Ысынлап та һыйыр быҙаулаған, быҙау туңа башлаған. Тиҙ генә индерәйем тиһәм, быҙау өлкән, көс етмәй. Азат өйҙә юҡ ине. Күршеләргә йүгерҙем. Уларға саҡ барып еттем, сөнки юл юҡ, ике араны ҡар баҫҡан. «Ҡайһылай тиҙ баҫҡан юлды, әле генә күрше ҡатын килгәйне бит», - тип уйлап та ҡуйҙым. Күршеләрҙе туҡылдатып саҡ уяттым. Күрше ҡатын ишек асты. «Әле генә килеп мине уятып йөрөй инең, ҡайһылай тиҙ йоҡлап киткәнһең», - тинем тегегә. Күршем аптырап: «Юҡ, уятманым мин һине, был төндә нишләп йөрөйөм мин урамда», - тине. Шунан инде беҙ был кәртә эйәһенең эше икәнен белдек. Кәртә эйәһе бар ул. Бер-бер малың ауырыһа ла, килеп хәбәр итеп тора ул».

(Р. Ғәлиәкбәрова. Юлдыбай ауылы).

Аҙбар эйәһе атамаһының килеп сығышы төрки сығанаҡлы аҙбар һәм эйә һүҙҙәре менән бәйле.