Башбит/Бөгөнгө анонстар/2014/50

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

 -  2014 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53




Йәйғор сатыр


Берсә ҡояш көлә күктә,
Берсә болот ҡуйыра,
Яҙмышым берсә йылмая,
Берсә кәртәләр ҡора…


Йәйғор төҫлө ҡул сатырым –
Йәйғорло офоҡтарым,
Йәнәшәмдә –яҡындарым,
Тирә-яҡта – дуҫтарым!

Хоҙай биргән бер көндән дә
Мин ғәйеп эҙләмәйем,
Ғүмеремдең миҙгелен дә
Боҙорға теләмәйем.

Күңелемдә – йәйғор сатыр!
Яһиллыҡ миңә йоҡмай,
Үҙ юлымдан китеп барам
Йырымды йырлай-йырлай!
Донъяны нурлай-нурлай…



}

…Фирүзә Абдуллинаның башҡа әҫәрҙәре