0%

Батмаҫ баҫма(шиғыр). И.Әхтәмйәнов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Батмаҫ баҫма ( шиғыр )
автор И.Әхтәмйәнов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Батмаҫ баҫма


 Уҡыу йылы бөткән көндө
 Синыфта шундай һүҙ ҡуҙғалды:
 «Кемдәр нисек уҙғарырға
 Уйлай быйыл йәйге ялды? »
 — Йәйгелеккә, — тине Хашим,
 Үҙем шундай бурыс алам,
 Ҡаршыбыҙҙағы йылғаға
 Батмай торған баҫма һалам!
 Бурыс алғас, эш бөткәндәй,
 Ул түшәккә ҡырын ятты.
 Бағып өйҙөң түшәменә,
 Татлы хыялдарға батты.
 Ул һалған баҫманан халыҡ
 Бер хәүефһеҙ атлай, имеш;
 Йәше-ҡарты: «Алтын ҡул!» — тип
 Уны ҙурлай, маҡтай, имеш.
 ...Шул түшәктә ята торғас,
 Июнь айы үтеп киткән,
 — Тотош июль бар, — ти Хашим, —
 Миңә ошо ай ҙа еткән.
 Июлде лә ул үҙенсә
 Үткәрергә ҡарар итә:
 — Рәхәтләнеп һыу инәйем,
 Был ай бөтһә, йәй ҙә бөтә.
 Тар ғына бер баҫма өсөн
 Авгусы ла баштан ашҡан.
 Баҡһаң, ул да үтеп киткән.
 Көндәре лә көҙгә тартҡан.
 Хашимда ла үҙгәреш бар:
 — Һүҙемде, — ти, — кире алам.
 Баҫма менән маташҡансы,
 Йәренгә мин күпер һалам!

 


1988 йыл