0%

Байрам(шиғыр). Рәсимә Ураҡсина

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Байрам (Шиғыр )
автор Рәсимә Ураҡсина
Ижад итеү ваҡыты: билдәһеҙ. Нәшер ителгән: 2003 йыл. Сығанаҡ: "Аҡбуҙат" журналы №3, 2003 йыл


Байрам


 Бейейбеҙ, йырлайбыҙ,
 Был ниндәй көн икән?
 Әсәйҙәр байрамы —
 Был шундай көн икән!
 Уйнайбыҙ, көләбеҙ,
 Яҡты көн, нурлы көн.
 Әсәйҙәр байрамы —
 Бәхетле, йырлы көн.


2003 йыл