0%

Бабичҡа. Айгөл Өмөтбаева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Бабичҡа (Шиғыр)
автор Яҙгөл ӨМӨТБАЕВА, Шәйехзада Бабич исемендәге Йылайыр башҡорт гимназияһыуҡыусыһы.
Ижад итеү ваҡыты: 2012. Нәшер ителгән: «Аманат», 2012, № 3. Сығанаҡ: "Аманат" журналы


Бабичҡа


Изге һөйәге Бабичтың
Йылайырҙа күмелгән.
Бик күп йылдар шағир йәне
Хаҡлыҡ өсөн зар күргән.
 
Йылдар үткән…
Йәнен өҙгән
Яуыздар ға үсеме –
Сыҡты ҡалҡып һәйкәл булып,
Ҡайтты балҡып исеме.
 
Күпме аҫыл ил улдары
Бары һәйкәлдә ҡала.
Бабич! Һинең исемеңдә
Халҡым үткәне яна…