Аҡ - ҡара. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Аҡ - ҡара


Ауылыбыҙҙа ике тау бар-
Аҡтау, Ҡаратау.
Бик тә ғәҙел был тауҙарҙы
Шулай тип атау.
Аҡтау буйы -
                     тал, баланлы,
Ҡайын, муйылдар,
Итәктәре шау сәскәле,
Еләк- муйындан.
Ҡаратауҙа -
ҡарағайлыҡ,
Ҡуйы шыршылыҡ,
Көртмәле лә баҫып алған
Мүкле ышығын.
Тағы бер сер атамала
Йәшенеп ята:
Ҡаратау ул - төн яғында,

Аҡтау - көнъяҡта.


2012


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.