0%

Аҡбуҙат(шиғыр). Абдулхаҡ Игебаев

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Аҡбуҙат (Шиғыр)
автор Абдулхаҡ Игебаев
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Аҡбуҙат


 Вәт, исмаһам, йәйге миҙгел,
 Көнө ниндәй аҡ, сыуаҡ...
 Башҡынайын сайҡай-сайҡай,
 Эй юрғалай Аҡбуҙат!
 Буҙ ялдарын ел туҙғыта,
 Дөп-дөп килә ҡаҡ тояҡ.
 Ҡолаҡтарын ҡайсылатып,
 Эй юрғалай Аҡбуҙат.
 Аҡбуҙатым, ниңә щулай
 Йөрәккәйең ашҡына?
 Үҙкәйеңә һоло бирәм,
 Ял итеп ал саҡ ҡына!


1996 йыл