Ат эсер һыу. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


Һалҡынса таң.
Иләҫ-миләҫ томан -
Ағастарға ебәк һарыған
Йылға өҫтө серле
Боҫҡа сумған,
Йоҡоһонан яйлап арына.
Оҙон тороҡ юртаҡ
Һыуҙан таңды эсә,
Яйлап ҡына эсә, ләззәтле,
Ат эскән һыу - сихәт,
Иң һәйбәте тиҙәр,
Һынағандар инде ғәҙәтен.
Күпме һыбай үттем
Таулы юлдар буйлап,
Ат эсмәҫтәй шишмә юҡ ине,
Инештәре менән
Ҡаран, ҡылы,күле,
Йылғалары суҡтан-суҡ ине.
Турат менеп хәҙер
Юлға сыҡһам
Китә алмам кеүек йыраҡҡа
Кәр киткәндән түгел -
Бер һуғарыр
Шишмә тапмам кеүек туратҡа.


2013



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.

Ат эсер һыу