0%

Атлап барам һинең яныңда мин. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Атлап барам һинең яныңда мин (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Атлап барам һинең яныңда мин


Атлап барам һинең яныңда мин,
Ҡарайым тик үҙем күктән тороп.
Бәхилләшәм инде тыныс ҡына,
Бәхет күлем минең бөткән ҡороп.

Хәсрәт даръям минең ярһыҙ, сикһеҙ.
Йыһандарҙан һиңә текләп бағам.
Берҙән-берем минең, берҙән-берем,
Улым-атам минең, ҡустым-ағам...

Яурыныңа ап-аҡ ҡарҙар яуа,
Яуғандарын булмаҫ кире бороп.
Ҡарайым мин күктән икебеҙгә,
Яратам мин һине күктән тороп