Ай һәм Ҡояш. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Ай һәм Ҡояш


Бала саҡтың офоғо тар,
Былай уйлай торғайным -
Һәр ауылдың - үҙ ҡояшы,
Һәр ауылдың - үҙ айы.

Дәреслектәр өйрәттеләр,
Инде шикләнеү ҡайҙа -
Берәү генә икән Ҡояш,
Тик берәү икән Ай ҙа.

Төшөндөрә барҙы тормош
Офоҡ киңәйгән һайын:
Һәр кешенең - үҙ ҡояшы,
Һәр кешенең - үҙ айы.


2012


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.