100%

Боролмала. Али Карнай

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Боролмала
автор Али Карнай
Ижад итеү ваҡыты: 1928. Сығанаҡ: https://kitaptar.bashkort.org/book/395


Ауылға стражник килһә инде, ул тикмәгә булмай: йә страховой түләмәгән өсөн, йә магазинға арыш һалмаған өсөн халыҡтың малын яҙып китәләр. Аҡтыҡ кәзәһен, һарығын һаттыралар; йә шунда батшаны һүккән өсөн төрмәгә алып китәләр. Батшаны әрләүсе бик аҙ була. Ғәҙәттә халыҡ араһында «батша үҙе бик мәрхәмәтле кеше икән. Тик бындағы рустар, урядниктар, стражниктар ғына уҫал булалар икән. Микулай батша үҙе мосолман имеш, ти. Беҙҙең хәлдәрҙе белмәй генә ята имеш, ти» — кеүек һүҙҙәр йөрөй.

Волосҡа яңы килгән стражниктар башлығы бигерәк тә уҫал булды. Элек килгәндәре был ҡәҙәр ҡаты булмайҙар ине. Аҙ ғына булһа ла «төрткөләһәң» — ни булһа ла өндәшмәй, тынмай китә торғайнылар. Бер ваҡытта шулай беҙҙең ауыл, юғары остоң ҡараҡ Фәррәй күрше ауылдан ике ат урлап тотолдо. Стражник килгәс, староста, пүнәтәйҙәрҙе саҡырып бер сиректе ултыртҡан да, бер нәмә лә булманы. Волосҡа алып барып өс көн ятҡырған булдылар ҙа сығарҙылар.

Унда ла инде шул «төртөү» арҡаһында ғына ҡотолһаң ҡотолаһың. Әлеге Кәримдең атаһы Нәжми ағайҙы, урядникты осрағанда баш һалмаған өсөн, волосҡа саҡырттылар. Бүрек һалмаған өсөн бер ай баструкта ятып ҡайтты. Ә ҡараҡ Фәррәй ат урлаһа ла, бер нәмә лә булмағайны. Шулай инде. «Байҙың ауыҙы ҡыйыҡ, булһа ла һүҙе төҙ», ти. Шул Нәжми ағайҙы әйтәм, үҙе ниндәй тырыш кеше ине. Донъяны ла күп күргән, эшләмәгән эше лә юҡ. Шул бит йүнәйеп китә алманы. Һуңғы йылды бер тай алғайны, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, ул да үлеп китте. Уны алғас «бер йылдан, алла ҡушһа, атлы булам инде» тип шатланып йөрөй ине, тағы өмөттәре бушҡа сыҡты. Әллә ҡайғыһынан инде, һуңғы йылды бик ҡаты эсергә тотондо.

Уның малайы Кәрим бик теремек булғанға күрә, уны малайҙар «кесерткән сәпсеге» тип йөрөтәләр ине. Йыш йыш ҡына миңә килеп зарлана торғайны.

Бөгөнгөләй хәтәремдә: бер кесаҙна кис күрше Ар ауылында баҙар көндә Нәжми ағай эсеп ҡайтҡан да өйҙө пыр туҙҙырырға, балаларын туҡмарға тотонған. Кәрим беҙгә ҡасып килгән. Беҙҙең яҡ остан аға торған «Асыу» һыуы буйына киттек. Йәй көнөнөң ҡыҙыу ҡояшы көнбайышҡа барып еткән дә, тау арттарына аяғын һалындырып, беҙгә табан йылмайып ҡарай. Йәйге тымыҙыҡ кис. Беҙ Кәрим менән яр башында ултырабыҙ. «Асыу» һыуы ваҡ таштарға бәрелеп, кескәй тулҡындар менән сылтырап аға. Яҡындағы Вәскә тирмәненең шаулауы һыу буйлап тирә яҡҡа яңғырап тарала. Ә Кәрим зарлана.

— Әллә ниңә ҡыйын, малай, кешеләр кеүек күңелле шат йөрөһәң ине. Атайың эскесе булмаһа ине… Их, үлеп кенә китергә… Әй, Хәйҙәр, малай үлһәң нисек булыр ине икән, ә?

— Юҡ, — мин әйтәм, — Кәрим минең үлеп ҡараған юҡ әле.

Шунда беҙ ҡапыл тәрән уйға ҡалабыҙ. Минең дә башҡа ҡыҫҡа ғына ғүмеремдә булып үткән йәмһеҙ көндәр, туҡмалыуҙар, әрләнеүҙәр килә. Тирмәнсе Вәскәнең малайына «ҡыйыш күҙ» тигән өсөн, мине ҡайыш ҡамсы менән ярғаны иҫкә төшә. Тағы мин, йылға буйында көнө буйы ҡаҙҙар һаҡлап йөрөгәндә уларҙы ташлап, сиҙәмгә малайҙар менән таш уйнарға киткәс ҡарға килеп бер ҡаҙ бәпкәһен алып киткән өсөн әсәйҙең уҡлау менән туҡмағанын уйлайым. Минең дә үлгем килеп китә. Кәримгә ҡарайым: ул ярға салҡан ятҡан да, ҡулдары менән ауыҙын томалап тын алмай ята. Бер ваҡытты уның йөҙө бүртенде, күҙҙәре аҡайҙы, аяҡтары тыбырсындылар.

Кәрим ҡулын ауыҙынан алды ла:

— Кит, Хәйҙәр үлеү былай бик ҡыйын булһа — бик ҡыйын икән, — ти. Үҙе йыш-йыш тын ала ине.

Ҡояш батты. Ҡараңғы ҡосағын йәйеп төн килде. Беҙ шунда, йылға буйына ултырған Хөсни әбейҙең баҡсаһына төшөргә килгән егеттәрҙән ҡурҡып, өйгә ҡайтып киттек. Иртәгеһен күрше Гөлниса еңгә ҡурҡып ингән:

— Волостан стражник килгән, староста менән Нәжми ағайҙарға инеп киттеләр. Тағы ниҙәр генә булыр икән, хоҙайым, атаһы ла ҡаланан ҡайтып етмәгәйне…

Магазинға арыш һала алмай ҡалғайныҡ, беҙҙе лә яҙып сыҡмаһалар ғына ярар ине.

Мейес алдында әллә нәмә эшләп йөрөгән әсәй ҡапыл ғына эшен ташланы ла, нәмәнәндер ҡурҡып киткән кеүек, тирә яҡҡа ҡаранғылап барлы юҡ лы нәмәләрҙе: е шаршауҙы, ҡолағы төшкән самауырҙы һандыҡҡа йәшерергә тотондо; үҙе бер туҡ тамай иларҙай булып зарлана:

—Тағы килеп еткәндәр икән. Былтырҙарҙы налог түләй алмаған өсөн, аҡтыҡ башмағыбыҙҙы һаттырғайнылар, әллә бөтөнләй асҡа үлтерергә итәләр инде хоҙайым… Ниҙәр генә эшләрбеҙ икән…

Тиҙ генә Нәжми ағайҙарға йүгерҙем. Барып инһәм өй тулы халыҡ. Стражник менән староста Хисами түр башында өҫтәл эргәһендә ултыралар; улар эргәһендә итсе Сәләй менән десятник Сәфәрғәли пүнәтәй булып килгәндәр.

Бер мөйөштә Нәжми ағайҙың бисәһе Фатима еңгә чахотка менән ауырып ята. Быуылып-быуылып йүтәлләй, үҙе туҡтауһыҙ ыңғыраша. Уның битендә нур ҡалмаған, ҡоро һөйәк кенә. Күҙҙәре йыйылғандарға рәнйеп ҡарайҙар. Мейес эргәһендә Нәжми ағай малайы Кәрим, ат-ат уйнап йөрөгән еренән, йорттарына стражник ингәнен күргәс, йүгереп ҡайтып киткәйне, мейес алдында бөрөшөп ҡарап тора.

Нәжми ағай староста менән стражник ҡаршыһына баҫҡан да башын аҫҡа эйеп тотлоға-тотлоға һөйләй:

— Инде, Хисами ағай, үҙегеҙ беләһегеҙ, бисәм күп йылдар инде ауырый, балаларым да аслыҡтан ҡырылып бөттө, ярлылығым бик ҙур, ғәфү итһәгеҙ ине инде. Эйе үҙегеҙ беләһегеҙ бит, ат-тун юҡ, тормошто бер рәтләп булмай.

Стражник оҙон мыйыҡтарын бөтөргөләп, аҡайған күҙҙәре менән Нәжми ағайға ҡарап торҙо ла, старостаға шунда әллә ниндәй һүҙҙәр һөйләне. Хисами ҡарт яртылаш башҡортсалап стражникка аңлатып бирҙе:

— Ул говорит, господин стражник, не могу говорит…

Стражниктың күҙҙәре тағы ла нығыраҡ аҡайҙылар. Ул ҡылысын өҫтәлгә шап иттереп ҡуйҙы ла аҡырынырға тотондо. Шунда староста һөйләп китте.

— Закон эше, Нәжми ҡустым, закон эше. Батша ҡушҡас, ҡарышып булмай инде, туғанҡай, түләргә кәрәк ине. Беренсе алла, икенсе батша, тигәндәр боронғолар. Беҙҙең ауылда налог түләмәгән кешеләр бер-ике, өс кенә. Ниңә һуң башҡалар түләйҙәр, бер ҙә ҡарышмайҙар бит.

— Бик түләр инем дә бит, ағай, көс етмәй шул.

Стражниктың күҙҙәре аҡайғандан-аҡая, тиҙ-тиҙ генә мыйыҡтарын бөтөргөләй. Ҡапыл өҫтәл һуғып:

— Молчать! — тип ҡысҡырҙы.

Староста Хисами шундағы Василий писарға ҡарап:

— Әйҙә, яҙа башла! — тине.

— Ҡайҙа, Нәжми ҡустым, самауырың бармы, шаршауың бармы — килтер хаҡ ҡуйырбыҙ…

Мөйөштә ыңғырашып ятҡан Фатима еңгә ҡанлы йүтәл араһынан илау ҡатыш, ҡарғарға тотондо

— Нәләт һеҙгә, ҡанһыҙ эттәр! А аҡтыҡ нәмә… ә… нәмәләрҙе лә һатаһығыҙмы ни инде… Сүбек һаҡал, йәнһеҙ, ғүмер буйы ярлыларҙы иҙҙең… Бер… ва.. ваҡытта ла шә… шәфҡәтең булманы — нәләт бөтәгеҙгә лә…

Нәжми ағай, башын аҫҡа эйгән килеш, бисәһе эргәһенә барып йыуатырға уйланы буғай — ләкин бер һүҙ ҙә әйтә алманы.

Пүнәтәйҙәр шаршауҙы тартып төшөрҙөләр, самауырҙы өҫтөрәп килтерҙеләр. Башҡа күҙгә күренгән нәмә юҡ ине. Стражник:

— Шул ғынамы? — тигән кеүек ғәжәпләнеп ҡараны ла, аҡайған йәмһеҙ күҙҙәрен тирә-яҡҡа йүнәлдерҙе. Старостаға әллә нәмә әйтте. Староста Хисами, имәндән яһаған кеүек таҙа, ҡалын тауышы менән:

— Нәжми, килтер тағы яҫтығыңды! — тине.

Яҫтыҡта Фатима еңгә ята ине. Нәжми ағай түҙмәне, Хисами ҡарт алдына барҙы ла, күтәренке тауыш менән ярып һалды:

— Инде үлергә ятҡан кешенең баш осонан алып һатырға итәһеңме?

Хисами ҡарт, Нәжми ағайҙан шундай ҡаршылыҡты көтмәгән кеүек ғәжәпләнеберәк:

— Нәжми ҡустым, һин аҡылдан яҙа башланыңмы? Оло кеше алдында улай ҡысҡырырға ярамай, ҡустым. Бар, хәҙер килтер — минең өсөн түгел бит…

— Лығырҙама, ҡарт шайтан, етерлек алдығыҙ. Берәй ваҡыт өйөгөҙ тығылыр әле…

Стражник та, эштең ҡыҙып барғанын күргәс, десятниктар, пүнәтәйҙәр менән һөйләште лә, бер нисә кеше килеп Нәжми ағайҙы тотоп алдылар.

Нәжми ағай ҡарышырға теләһә лә, уны ебәрмәнеләр. Ул Фатима еңгә ятҡан мөйөшкә күҙен ташланы ла, ишектән сығып барышлай:

— Эттәр һеҙ барығыҙ ҙа… батшағыҙға ла, барығыҙға ла әсәләрегеҙҙе… — тине.

Нәжми ағайҙы ҡарауыл өйөнә табан алып киттеләр. Хисами ҡарт стражник менән әллә нәмә мығырҙанды ла, яҙырға тотондолар. Итсе Сәләйҙе, тағы бер нисә кешене шаһитя һанылар.

— Нәжми батшаныһ үкте…

Фатима еңгәнең яҫтығын баш осонан тартып алып, яҙҙылар. Тағы ҡайҙандыр сынаяҡтар, ҡалаҡтар, шундай ваҡ нәмәләр табып килтерҙеләр.

Фатима еңгә аҡтыҡ көсө менән тырышып, тороп ултырҙы ла, аҡылдан яҙған кеүек тилергән күҙҙәре менән сәнсерҙәй булып стражникка ҡараны. Бик оҙаҡ йүтәлләп торғандан һуң, саҡ-саҡ ҡына тауыш сығарып:

— Нәләттәр! — тине. Уның тилергән күҙҙәренән бер-ике бөртөк күҙ йәше күренде лә тағы әллә ҡайҙа юғалды, тағы йүтәл килеп баҫты. Ауыҙынан ҡан төкөрөп, ҡаҡ һикегә йығылды.

Кәрим аҡырып илап Фатима еңгәгә ташланды. Староста менән стражник сыға башланылар. Фатима еңгә, йоҡо аралаш кеүек, күҙҙәрен яртылаш асты ла сығып барған староста һәм стражникка ҡарап әллә нәмә ыңғырашты — ҡапыл ғына тамағы ғырылдарға тотондо. Тик ишетелер-ишетелмәҫ: — Нәләттәр… — тигәне генә ғырылдау аша сығып ҡалды. Десятниктар, яҫтыҡ, самауырҙарҙы күтәреп казенный йортҡа табан киттеләр…

Нәжми ағайҙы ике айҙан һуң, суд яһап Себергә баструкка оҙаттылар. Пароходҡа ултырып киткәнен беҙҙең ауыл кешеләре ҡалала күреп ҡайтҡандар.

— Ағай-эне рәнйемәһен — бер кемгә лә зыяным теймәне буғай, тик Кәрим балаҡайымды ғына ҡыҙғанам, күреп киләйем тигәйнем, ебәрмәнеләр, — тип әйтә, ти.

Унан һуң Кәрим, етем ҡалғас, сулаҡ Салих ҡарт менән көтөү көтөргә ялланды.

Шул йәйҙе мин Фәтхерахман муллаға ялсы малай булып керҙем. Әсәй:

— Балаҡайым, инде тырмаға-фәләнгә ярарлыҡ булғанһың. Бар әйҙә, мулла кеше кәм-хур ҡылмаҫ, алла тәүфиҡ бирһә, ғүмерең булһа, әллә бер әҙәм булырһың, — тине.

Кәримде мин бик һирәк күрә инем. Ҡай саҡта, мулланың аттарын эҙләп йөрөгәндә, көтөү янына барып сығам да, Салих бабай саҡырып ала:

— Кил әле, улым, сәй эсеп кит. Бик арығанһың да буғай. Кәрим улым, бар әле мәзиндең кәзәһен һауып кил, кискә тиклем тағы ла йыйыр, бер ҡайҙа ла китмәҫ…

Салих бабай ул мин белә башлағандан бирле көтөү көтә. Уны «көтөүсе Салих» тип йөрөтәләр. Атаһы ла сирмештә көтөүсе булып үҫкән тиҙәр.

Кәрим туҫтаҡ менән һөт алып килде лә, өсәүләп сәй эсә башланыҡ. Салих бабай һүҙгә бик йомарт кеше ул… Минең атай тураһында һөйләп алып китә:

— Бик изге ҡарт ине меҫкен, урыны йәннәттә булһын, ғүмер буйына байҙар ишек алдынан китә алманы, йәшерәк саҡта беҙ уның менән бергә эшкә сыҡҡайныҡ. Златоуст тимер юлында ике йыл эшләнек. Аҙаҡҡы йылды ул яурынына тимер юл релсы төшөрөп, яурынын имгәтеп ҡайтып китте. Шунан һуң рәтләнә алманы буғай. Мин тимер юл эшләнеп бөткәнсе йөрөнөм. Унан һуң әллә ни эшләп тағы илгә ҡайтҡы килде. Тыуған ил бит, үҙенә күрә түгел — әллә нәмәһе тарта, һағындыра. Шулай итеп бында ҡайттым да көтөүсе булдым. Күпте күргән инде бабағыҙ, балаҡайҙар. Нишләйһең һуң, яҙмыш шулай йөрөтә торғандыр...

— Бабай, ниңә улай һуң ул? Бына ҡайһы кешеләр гел хәйерсе, ярлы була ла, ә ҡайһылары бик бай булалар? — тип һорай Кәрим.

Салих бабай сынаяғындағы сәйҙе өргөләп, арыш икмәге менән бергә ҡабып ебәрә лә, сәйнәй–сәйнәй, һөйләй:

— Балаҡай, алланың эшен белеп булмай инде. Әхирәттә ташламаҫ әле, — ти. Кәрим ҡәнәғәтләнә алмай:

— Алла булғас, ул бөтә кешегә лә тигеҙ ҡараһын. Бына һин үҙең һәр ваҡыт алланы иҫеңдән сығармайһың, үҙең көтөүсе булып йөрөйһөң. Белмәйем инде, бабай, һинең ул аллаң әллә бар, әллә юҡ. Бына мин бер ваҡытта ла уны күргәнем юҡ. Һинең күргәнең бармы, бабай, ә?

— Улай һөйләргә ярамай, балаҡай, алла кеше күҙенә күренмәй ул...

Бер ҙә осона сыға алмайҙар. Салих бабай өгөтләй, Кәрим ышанмай. Үҙенә генә һөйләгән кеүек уйланып:

— Иң элек ҡайҙан булды икән ул алла, — ти. — Бына бит кешеләр, аттар, һыйырҙар, фәләндәр әсәнән тыуалар, алланы кем тыуҙырҙы икән...

Унан Кәрим ергә салҡан ята ла, һирәк–мирәк зәңгәр күк буйында йөҙөп йөрөгән болоттарға ҡарап атаһын иҫкә ала:

— Минең атай ҡайҙа икән инде хәҙер...

Шул көҙҙө Кәрим көтөүселекте ташланы ла зимагор Хәйберәй менән эшкә сығып киттеләр. Бер көндө кис менән ул минең янға килгәйне:

— Златоуст яғында эш табыла, тиҙәр. Хәйберәй ағай әйтә, бәләкәй булһаң да тик йөрөмәҫһең, тамағыңды туйҙыра алырһың әле ти.

Бәләкәйҙән үк бергә уйнап, бергә йөрөп үҫкәнгә, ул киткәндә ҡыйын булып ҡалды. Бер яҡтан уны ҡыҙғандым, икенсе яҡтан — үҙемде. — Әллә мин дә китәйемме икән?

— Кәрәкмәҫ, — тим үҙемә–үҙем, — әсәй ҡарсыҡ яңғыҙ ҡала, уның үҙенә генә уңайһыҙ булыр...

Кәрим эшкә сығып китте...

Көҙҙөң йәмһеҙ көнө ине. Көлтә баҫыуҙан ырҙындарға ташылып бөткәс, мин мулланан ялсылыҡтан сыҡтым. Мулла:

— Инде, ҡустым, эштә бөттө, үҙебеҙҙең дә йәмәғәт күп, ялсы ла бар, һин ҡайтып кит инде, — тине. Ҡулға бер һум аҡса тотторҙо.

Был бер һум аҡса минең йәй буйы эшләгән эш хаҡым ине.

Яҙ көнө мине яллағанда вәғәҙә иткән покрау еткәс бирергә булған 5 һум аҡса, бер ҡат күлдәк–ыштан, бер бишмәт, кәләпүш, итектең иҫе–еле лә сыҡманы.

Түбәнселек менән мулланан һорап ҡараһам да, ул:

— Һай, ахмаҡ һинең эшең бит бер һум да тормай. Торһа тағы, әхирәттә бының рәхәтен күрерһең, сауап булыр, саҙаҡанан китер... менән эште бөтөрҙө.

Өйгә ҡайтҡас, әсәй менән дә тиргәшеп ҡараным.

— Мине йәй буйы бушҡа эшләтеп йөрөттөң, — тинем. Әсәй тағы:

— Әйҙә инде, балам, үҙ язаһын үҙе күрер әле, мулла кеше үҙе белмәгәс, нисек әйтәһең инде уға, — тине.

Был ваҡытта инде баҫыуҙа ашлыҡ йыйылып бөткән, тик тарылар ғына ҡалғайны. Бер көндө итсе Сәләйҙең аҫырауы килеп:

— Бай ағай, Ҡарағайлылағы бер сирек тарыны урып бирһендәр әле, тигәйне, буш итмәбеҙ, тиергә ҡушты, — тине.

Әсәй менән икәүләп тары урырға киттек.

Һалҡын көҙгө елдәр иҫә ине унда, һыуыҡ ине... Ҡулдар туңа. Ерҙе бөтөрөргә тырышып, өйгә ҡайтырға бик һуңға ҡалғанбыҙ. Төн яҡынлаша башлағас, арыған, алйыған әсәй менән ҡайтырға сыҡтыҡ.

Һалҡын ел көсәйгәндән–көсәйҙе. Көнбайышта бөтә офоҡто ҡаплап, ҡара болоттар ҡалҡтылар. Ҡаты дауыл ҡупты, күп тә үтмәне — ҡара йәмһеҙ болот бөтә күкте ҡамап алды, ерҙе ҡараңғылыҡ баҫты, ямғыр түгә башланы. Һалҡын ямғырлы дауыл ыжғыра. Тирә–яҡта бер кеше әҫәре юҡ. Ел, осортоп алып китергә теләгән кеүек көс менән эре ямғыр тамсыларын килтереп бәрә. Әсәйҙең сыланған кейем йыртыҡтары ел ыңғайына осалар, башындағы иҫке яулығы күптән инде дауыл менән киткән — сәстәре туҙғыйҙар.

Ҡараңғыла, күҙ күрмәгәс, әллә ниндәй бер соҡорға барып төшкәнбеҙ, бесән сүмәләһенә барып төртөлдөк. Әсәйҙең алға барырлыҡ хәле ҡалмағайны, сүмәлә төбөндә туҡтап ҡалдыҡ.

Ҡоторған ел дауыл ыңғырашыуы аша ҡапыл ҡайҙандыр шартлаған тауыш ишетелде. Шуның артынан уҡ кемдеңдер ҡыҙғаныс тауыш менән рәнйегәне елдәр һыҙғырыуы менән тоноҡ ҡына ергә ятып ҡалды. Ә елдәр һаман ыжылдайҙар, ыҙандарҙа ҡалған әрем һабаҡтары асы тауыш менән моңайып сыйылдайҙар... Ҡоторған дауыл баҫыуҙарҙа бейеп туй яһай...

КАТРҘАН ҠАСҠАН

Икенсе көндө иртән ҡалаға ашлыҡ алып барыусы ауыл кешеләре, оло юл өҫтөндә теге соҡорҙан алыҫ түгел кеше кәүҙәһе тапҡандар. Ул Нәжми ағай кәүҙәһе булды.

Нәжми ағай Себерҙән ҡасып ҡайтып килә икән, арттан юллап килеүсе стражниктар килеп етеп шунда уҡ атып үлтергәндәр.

Күп йылдар үтте, күп һыуҙар аҡты.

Осраған юлында бөтә ҡара көстәрҙе юҡ итеп революция өйөрмәһе килде... Тормоштоң аҫты–өҫкә әйләнде, илдә яңы көндәр тыуҙы. Тарих бындай өйөрмәләрҙе, бындай яңы көндәрҙе күрмәгәйне әле...

КҮП ЙЫЛДАР ҮТКӘС

Бөгөн Мәскәүҙең ғәҙәттәге шау–шыуы ишетелмәй, урамдарҙы тултырып йөрөгән автомобилдәр, автобустар, мотоциклдар ҡайҙалыр боҫҡандар. Ҙур ҡала бөйөк тарихи тынлыҡҡа талған, матур аяҙ ҡышҡы төндә ҡарт Мәскәү тәрән уйға ҡалған — бөгөн Ленин үлгән көн...

Ҡыҙыл майҙанда күп халыҡ төркөмө Ленинға табан ҡараған да ниҙер көтә, кемдер килеп, бына ошо миллионлаған кешеләргә бер һүҙ әйтергә тейеш кеүек... Кешеләрҙең уйҙары ҡаршылағы мавзолей аша мәңгегә өҙөлмәҫлек ептәр менән бер береһенә бәйләнгәндәр, миллиондарҙың башында бер генә уй

— Ленин...


Кешеләр баштарын аҫҡа эйгәндәр ҙә уйға ҡалғандар. Ләкин уйҙар бер:

— Ленин...

Кремль стенаһында даһиҙың ҙур рәсеме. Ҡыҙыл майҙандағы прожекторҙар аҡ нурҙар менән барып рәсемде һөйәләр. Ҡыҙыл майҙан нур диңгеҙендә йөҙә — Ленин ҡарап тора...

Күп тә үтмәй, фабрика, заводтарҙан моңһоу ғына гудок тауыштары күтәрелә. Мәскәү өҫтө ҡайғылы гудок йырҙары менән тула...

Ҡапыл туп тауышы ишетелә, ер һелкеткес көслө тауыштан һауа тулҡына.

Кешеләр баштарын юғары күтәрәләр. Миллион күҙҙәрҙә бөтмәҫ–төкәнмәҫ өмөт, көслөлөк уттары яна. Кешеләр бер уйҙы уйлайҙар. 

— Ленин юлы менән...

Минең эргәлә, башҡалар кеүек үк, күҙҙәрен бер ергә текләп уйға ҡалған кешенең йөҙөнә ҡарайым. Уның йөҙөндә миңә таныш һыҙыҡтар бар төҫлө. был матур ҡара күҙҙәрҙе ҡайҙалыр күргән кеүекмен, уның өҫтөндә күн пинжәк, аяҡтарында итек, эшсегә оҡшаған. Ул миңә күтәрелеп ҡарай. Ғәжәпләнгән кеүек бер–беребеҙгә ҡарашып торабыҙ.

— Ғәфү итәһегеҙ, иптәш, һеҙ ҡайһы яҡтыҡы булаһығыҙ? — ти ул, матур рус телендә өндәшә. Мин яуап бирәм. Башҡортса иттереп ул яңынан һорай:

— Әллә Хәйҙәрме?

Беҙ ҡул ҡыҫышып күрешәбеҙ.

— Һине ҡайҙан ел ташланы?

— Ул турала һөйләшербеҙ әле. Тик шуны ғын аәйтәм, мин «Красный Богатырь»ҙа мастер булып эшләйем. Баштан күп нәмәләр кисте, иптәш.

Бына нәмә: минең хәҙер заводҡа собраниеға бараһым бар. Сәғәт 10-да миңә барырға булдыра алаһыңмы?

— Бик мөмкин, иптәш.

Мин уны Никольский урамы мөйөшөнә тиклем оҙатып ҡуйҙым. Ул боролмала:

— Хәйҙәр малайҡай, бармай ҡалма, ишетһен ҡолағың, — тине.

24-се трамвай килеп етте. Инеп ултырҙым. Яңы күргән иптәш тураһында уйлап билет алырға ла онотҡанмын. Контроль:

— Придется Вас гражданин оштрафовать, — тине. Мин уңайһыҙланып ҡына ғәфү үтендем.

Боролмала матур йылмайып, мине саҡырып киткән кеше әле лә минең күҙ алдымда. Ул — Нәжми ағай малайы Кәрим ине.