Ba/Ми-не-ке!

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

"Ми-не-ке!" ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап "нәшриәте,2009 йыл


"Ми-не-ке!"


 
 Ниндәй яңы нәмә күрә, Рөстәм:
— Ми-не-ке! — тип ҡысҡыра һала. Ҡысҡырыуы бер хәл әле, теге әйберҙе йәһәтерәк ҡулына эләктерергә тырыша.
Әсәһе бер көн Рөстәмдең һеңлеһенә кибеттән күлдәк алып ҡайтҡайны. Әлиә уны кейеп ҡарарға ла өлгөрмәне, Рөстәм: «Ми-не-ке!» — тип йәшереп тә ҡуйҙы. Эй иланы һеңлеһе, эй иланы, ләкин Рөстәм бүләкте кире бирмәне. Әйтерһең, ҡыҙҙар күлдәге малайҙарға ярай инде.
Өйҙөң аҫтын өҫкә килтереп барыбер тапты күлдәкте Әлиә. Кейеп көҙгө алдына килеп баҫты. Ҡара әле, әсәһе ниндәй матур бүләк алған уға! Ҡып-ҡыҙыл ерлеккә ап-аҡ күбәләктәр төшөрөлгән. Әлиә өйрөлөп-сөйрөлөп бейеп тә алды. Күлдәгенә иш ҡыҙыл туфлийын кейәйем тип эйелгәйне, беләгенән уны Рөстәм матҡып
тотто.
— Ми-не-ке! Күл-дәк ми-не-ке!
— Түгел! Әсәйем миңә алды!
— Ми-не-ке! — Рөстәм һаман тартҡылашыуын белде.
Икәүләшеп көрмәкләшә торғас, күлдәктең еңе ҡултыҡ төбөнән йыртылып сыҡты. Рөстәм, уны ҡулында елберләтеп:
— Ми-не-ке! Ми-не-ке! — тип ҡысҡырырға тотондо. Ләкин Әлиәнең үкһеп илаған тауышынан Рөстәмдең «ми-не-ке!» тип аҡырғаны ишетелмәй ине.


2009 йыл