0%

Һай, Ватаным, уай, Ватаным...(әкиәт). М.Әбсәләмов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Һай, Ватаным, уай, Ватаным... ( әкиәт )
автор М.Әбсәләмов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Һай, Ватаным, уай, Ватаным...


 
 Бик-бик борон заманда булған был хәл. Ул саҡта әле олаталарҙың олатайҙары һеҙҙең шикелле шуҡ ҡына малайҙар, өләсәләрҙең өләсәйҙәре һеҙҙең һымаҡ ҡыйпысыҡ ҡына ҡыҙҙар булған, ти.
Ана шул заманда эреһенән алып вағына тиклем бөтә-бөтә ҡоштар ҙа, көҙ башланыу менән, ҡайҙалыр көньяҡҡа осоп китер булғандар, һыуыҡтар үтеп, бурандар тыныу менән, ҡар ирер-иремәҫтән инде (йә туп-туп булып тупланышып, йә өсмөйөшлө сылбырға теҙелешеп) илдәренә кире ағылғандар. Ярты йылда ғына ул күсмәндәр тыуған төйәктәрен шул хәтлем һағынып өлгөрәләр, ти, ҡайтыу яғына ашҡынып, ялға туҡтауҙы ла белмәй, тәүлектәр буйы осоп-осалар икән, меҫкенкәйҙәр.
Һанһыҙ йылдар буйы улар ана шулай улай-былай күсенеп көн иткәндәр, ти. Ә бер яҙҙа буҙ турғай, йоланы боҙоп, Уралына әйләнеп ҡайтмаған. Йәмле йәй еткән — турғай күренмәгән. Сәфәрҙән ҡайтыусылар ҡаңғылдашып-саңҡылдашып, сутылдашып- бытылдашып бер-береһенән һорашҡандар. Әммә береһе лә йүнләп асығын белмәгән, ти.
Баҡһаң, эш былай булған икән.
Бик йыраҡта бер ҡасан да ҡыш булмай торған ил булған, ти. Был хаҡта кемдән ишеткәндәрҙер, уныһы билдәһеҙ. Үҙҙәрендә сатлама һыуыҡтар, күҙ асҡыһыҙ бурандар уҙғансы, барлыҡ төньяҡ ҡоштары шунда китеп йәшәп торғандар. Унда ла тәбиғәт хөрт булмаған, ти. Һәр саҡ йылы булғас, туғайҙарҙа үләндәр һарғаймаған, болондарҙа йыл әйләнәһенә сәскәләр өҙөлмәгән. Ғәжәйеп ят япраҡлы ағастар үҫкән урманы ла кеше йырып сыҡҡыһыҙ ҡуйы булған. Ана шул хозур туғай-болонда, ана шул ҡалын урманда ярты йыл буйына килмешәк ҡоштарҙың йыр-моңо өҙөлмәгән. Әллә ошо илаһи гүзәллекте данлап, әллә ватандарын һағынып, һәр ҡайһыһы үҙе белгән көйҙө һуҙған да һуҙған, ти. Әйткәндәй, унда ҡоштарға йырлауҙан башҡа шөғөл дә булмаған: оя ҡормағандар, йомортҡа баҫмағандар, бала хәстәрлеге белмәгәндәр. Туҡланыр ризыҡ та бында ифрат мул булған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъя шулай ҡоролған бит ул: матур араһында яманы ла була, мәрхәмәт менән мәкере лә йәнәш кенә йөрөй. Был гүзәл һәм бай илдең ханы үтә лә яуыз, ҡанһыҙ бәндә булған икән. Өҫтәүенә, холҡо ла әллә ҡалай бик сәйер булған. Тәбиғәтте өҙөлөп яратҡан. Ләкин хуш еҫ аңҡып торған болонда рәхәтләнеп гиҙә алмаған — иркенлектән шикләнгән. Аҫыл ҡоштар моңон тыңлап ләззәтләнә алмаған — ҡара урмандан шөрләгән. Күҙе ҡыҙған кейектәрен иркәләй алмаған — яҡын барырға йөрәге етмәгән.
Шулай ҡурҡаҡ булһа ла, илгә баш булғас, сикһеҙ ҡөҙрәткә эйә булған ул. Бер көн вәзирҙәрен саҡыртып алған да былай тип бойороҡ биргән, ти:
— Тыңлағыҙ бөйөк ханығыҙҙың фарманын. Был мәрмәр һарайҙан еләнем. Ҙур итеп алтын һарай һалдырығыҙ. Тирә-яғын бүтән бер батшалыҡта ла булмаған баҡса уратып алһын.
— Ниндәй баҡса ул, хөрмәтлеләрҙән-хөрмәтле батшабыҙ? — тип һорарға баҙнат иткән, ҡан ҡалтырап, баш вәзир.
Хан аҫыл ташлы йөҙөк кейгән һуҡ бармағын юғарыға сөйгән:
— Унда бөтә донъялағы ағастар үҫһен. Унда бөтә илдәрҙең ҡоштары һайраһын. Унда бөтә ер йөҙөнөң кейектәре йәшәһен. Ҡырҡ көн ваҡыт бирәм. — Һаҡалын һыйпап бер аҙ тынып ултырған да тауышын күтәрә биреп өҫтәп ҡуйған: — Әгәр ҙә мәгәр фарманым үтәлмәһә, ҡырҡығыҙҙың ҡырҡылған ҡаҡ башы ҡаҙыҡтарҙа ҡырҡ көн ҡаҡланып торасаҡ! — Юғарыға сөйөлгән әлеге ҡулдың йоҙроҡҡа төйнәлгәнен шәйләгәндәр вәзирҙәр.
— Борсолмағыҙ, бөйөк батшабыҙ, фарманығыҙ һис һүҙһеҙ үтәлер.
Көйәнтә шикелле бөксәйеп килеп ингән вәзир бахырҙар дуға төҫлө кәкрәйеп сығып киткәндәр. Уларҙың түбән эйелгән баштары хатта иҙәнгә тейеп- тейеп ҡалған, ти.
Дәүләттең барлыҡ халҡын йыйнап, вәзирҙәр уларға хандың бойороғон еткергәндәр. Былар алдында баяғы меҫкендәрҙең тауышы бөтөнләй башҡаса яңғыраған:
— Бөгөндән үк, хәҙер үк эшкә тотоноғоҙ. Ҡырҡ көн һеҙгә йоҡо ла, ял да юҡ. Кем дә кем бөйөк ханыбыҙҙың фарманын боҙа, уның башы ҡаҙыҡта эленеп торасаҡ. — Баш вәзир, ҡынынан хәнйәрен һура биреп, йәнде тетрәтерлек тауыш менән өҫтәп ҡуйған:
— Үҙегеҙҙең башығыҙ ғына түгел, туған-тыумасаларығыҙҙыҡы ла.
Ҡара халыҡ иңенә бындай ауырлыҡтар тәү мәртәбә генә төшмәгән. Уға күнегәһе юҡ. Төндө — төн, көндө көн тип белмәй, баш күтәрмәй, бил яҙмай эшләгән дә эшләгәндәр. Таш аҡтарған да нигеҙ ҡорғандар, ағас ҡырҡҡан да һарай бурағандар, тау соҡоған да алтын-көмөш йыуғандар. Хан ярандарының ҡамсыһы төҙөүселәр арҡаһын өҙлөкһөҙ ҡайыҙлап торған, ти. Ҡаҙыҡтарға ла байтаҡ баштар ҡаҙалған. Әммә вәзирҙәрҙеке түгел — сәңгелдәктә генә бәүелер сабый баштары һәм сал сәсле ҡарттарҙың баштары булған унда...
Күмәк көс тау аҡтарыр, тиҙәр бит. Хандың был фарманы утыҙ туғыҙ көндә үтәлгән. Донъяла тиңе юҡ был мөһабәт төҙөлөштө тикшереп сыҡҡас, хан үҙ ғүмерендә тәү тапҡыр халыҡҡа яҡты йөҙөн күрһәткән:
— Рәхмәт, тыңлаусан... һөйөклө ҡолдарым.
Күңеле йомшарған хан уларҙы һыйламаҡсы булған, ти. Ҡаҙан-ҡаҙан ҡуй ите бешерткән, һаба- һаба дөйә ҡымыҙы бештерткән. Һый өлгөргәнсе, эштән арманһыҙ булған кешеләр саҡ ҡына серем итеп алырға сирәмгә баш терәп торғандар.
Бер аҙҙан ҙур-ҙур еҙ самауырҙар боҫтарын борҡотҡан. Ашъяулыҡҡа татлы ризыҡтар, шифалы эсемлектәр теҙелгән. Ләкин... ашҡа бер кемде лә уята алмағандар. Шул хәтлем арыған булған улар: кем нисек йығылған, шул ҡиәфәттә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ҡымшанмай йоҡлағандар ҙа йоҡлағандар. Улар уянып тороуға, иттең ашарлығы ҡалмаған — һаҫыған, ҡымыҙҙың эсерлеге ҡалмаған — ҡортлаған булған...
Иң аҫыл һәм ялтырауыҡлы кейемдәрен кейеп, хан менән бикәһе икәүләп баҡса ҡарарға сыҡҡан. Күҙҙең яуын алыр мең төҫлө сәскәләргә оҙаҡ һоҡланып торғандар. Ҡарыш буйы ҡайындан алып ҡырҡ ҡолас олонло, осо күккә олғашҡан ағастарға таң ҡалып, тел сыртлатып йөрөгәндәр. Күҙ йәшендәй саф сылтыр шишмәләрҙән ҡуш услап һыу эскәндәр. Тик... был ни хәл? Ошондай гүзәл баҡсала шылт иткән тауыш юҡ: ағастарында ҡоштар һайрамаған, сәскәләренән ҡорттар бал һурмаған. Хандың, ҡашы йыйырылып, йөҙө сирылған.
Ул йәнә вәзирҙәрен саҡыртып алған. Улары, рәхмәт ишетеп, бүләк алырға өмөтләнеп, йылмайышып килеп ингәндәр. Һәм... хандың ҡара көйгән йөҙөн күреп, ҡоттары осҡан, дер-дер ҡалтырарға керешкәндәр.
— Тимер ситлектәр яһатығыҙ. Ер йөҙөндә булған бөтә ҡоштарҙан берәр иш тотоп шунда бикләгеҙ, баҡсама урынлаштырығыҙ. Ете көн ваҡыт. Шул. Сығырымдан сыҡмаҫ борон, табанығыҙҙы күтәрегеҙ.
Илдең эшсән халҡы хандың был икенсе бойороғон да еренә еткереп үтәгән, ти...
Бына шул әсирлеккә дусар булып ҡайта алмай ҡалған да инде беҙҙең урал турғайы.
Был юлы хан халыҡты һыйлап тормаған, хатта рәхмәт әйтеүҙе лә кәрәк тапмаған. Йәнә әбейе менән баҡсаларын ҡарарға сыҡҡандар. Ағас ботаҡтары һайын ситлектәр эленгән. Ниндәй генә ҡоштар юҡ унда — һанап бөткөһөҙ. Кәүҙәһенә ҡарапмы әллә затынамы, бәғзе ҡоштар алтын һәм көмөш ситлеккә, бәғзеләре баҡыр йәки тимер ситлеккә бикләнгән булған. Шулай итеп, төрлө-төрлө ҡиәфәтле, йөҙ төҫлө, мең тауышта һайрар эреле-ваҡлы ҡоштар менән тулған, ти, баҡса.
Колибри исемле һағыҙаҡтай ғына ҡошсоғо ла бар икән был серле тәбиғәттең. Һис тә бәләкәсмен тип тормай, ситлеген иңләп-буйлап зырлап осоп йөрөй. Таң ҡалдырғаны: ул артҡа табан да оса ала. Ҙур булып та, көслө булып та, донъяла бүтән бер ҡош та быны башҡара алмай әле, ә бер дәү ситлектә, башын ҡомға тығып, мөһабәт бер йән эйәһе тора. Хан, уныһына яҡынларға шөрләп, вәзирен саҡыра:
— Бында ниндәй ғибрәт бикләп ҡуйғанһығыҙ? Етмәһә, өс кенә аяҡлы. Мин бит ҡош тинем.
— Ҡош ул, хөрмәтле батшабыҙ. Аяғы икәү уның, теге өсөнсөһө — уның муйыны. Ул ҡурҡһа шулай башын ғына йәшерә. Ана, ҡанаттары ла бар. Дөрөҫ, кәүҙәһенә көсө етмәгәнлектән, ул оса алмай. Шуға ла уны тыуған илендә дөйәғош тип атайҙар.
Шул саҡ баш осонда береһе: «Дөйә-ғош! Дөйәғош!» — тигән тауыш сығарғандай була. Сәйерһенеп хан тағы вәзиргә текләй.
— Ә уныһы, батшам, тутыйғош!
Әлеге ҡош вәзирҙең һүҙен элеп тә ала: «Батшам!» Ҡәнәғәтлектән хандың ауыҙы йырыла:
— Быныһы миңә бик оҡшай. Бүлмәмдә йәшәһен ул, ситлеге лә алтындан булһын.
Ә тауис тигән ҡош ханбикәнең күңелен арбай. Ҡатын-ҡыҙ матурлыҡтың ҡәҙерен белә бит ул. Ысынлап та, тауистың ҡойроғон күрһәгеҙ... Йәйғорҙоң йәйғоронда ете генә төҫ, ә бының ҡолас оҙонлоғо ҡойроғо етмеш ете төҫлө ҡаурыйҙан булған. Беҙҙәге әтәс дәүмәлендәй генә меҫкен ҡош унса ҡойроҡто нисек өҫтөрәп йөрөй торғандыр, уныһын бер хоҙай ғына белә. Был ҡош та көмөш ситлек эсендә ханбикә бүлмәһендә хөрмәтле урын ала. Шулай итеп, ялағай тутыйғош менән тәтәйғойроҡ тауис батшаларҙың иң яратҡан ҡоштарына әүерелгән. Бөгөнгө көндә лә улар һарай эсендә генә йәшәй, тиҙәр. Ҙурайғас, ул дәүләткә барып сыҡһағыҙ, был әкиәттең дөрөҫлөгөнә үҙегеҙ ҙә ышанырһығыҙ әле.
Шул көндән алып берәүҙәре алтын, икенселәре көмөш, ә ҡайһы бер меҫкендәре баҡыр ситлектәрҙә әсирлектә көн итә башлаған донъяның мең-һан ҡоштары. Әйтеп тораһы юҡ, хан менән ханбикәнең күңелдәре көр, күтәренке. Таң һарыһынан эңер ҡыҙыллығына саҡлым баҡсаларында ҡоштар тауышы тынмай. Берәүҙәре иректә-иркенлектә йәшәгән саҡтарын иҫләп моңланған. Ә бәғзеләре туған-тыумасаларын һағынып зарланған. Тик бер турғай ғына һайрауынан туҡтаған. Ашамаған- эсмәгән, үҙәк өҙгөс һағыш менән: «Сип-сип!» — тип тик ултырған. Хатта һарыға һабышып буҙара башлаған, ти. Хан быны күреп аптыраған да, асыуланған да:
— Туҡланғаны — алма ла хөрмә, торлағы — аҫыл ситлек. Тағы нимә кәрәк был мәхлүккә?
Ҡош-ҡорт телен аңламаған вәзирҙәр ыңҡ-мыңҡ иткәндәр, тик йүнле яуап бирә алмағандар.
— Табып килтерегеҙ миңә ҡоштар телен белгән әҙәмде, — тип аҡырған хан, аяҡ тибеп.
Килтергәндәр һарайҙың иң оло аҡыл эйәһен. Бик диҡҡәт менән тыңлаған ул турғайҙы, хатта нисә мәртәбә сипылдағанын да хисаплаған.
Хандың сыҙамлығы бөткән:
— Ни оҙаҡ мыштырлайһың? Йә, нимә тип сипылдай был мәхлүк?
— Хөрмәтле бөйөк батшабыҙ! Моңо үтә зарлы был ҡоштоң. Мәгәр ниндәйҙер ят телдә һөйләй. Мин... мин ул телде белмәйем... — тип ҡалтыранған аҡыл эйәһе.
— Юҡмы ни минең бөйөк дәүләтемдә бөтә телдәрҙе лә белгән әҙәм? — тип уғата зәһәрерәк екергән хан. — Улайһа, ҡыуып килтерегеҙ ҡара халыҡты.
Батшалыҡтағы аяҡтан баҫып, арттан шыуған бөтә кешене баш ҡалаға әйҙәп килтергәндәр, һәр кеше, баҡсаға инеп, турғайҙың сипылдауын тыңлап сыҡҡан. Тик береһе лә батша ҡәнәғәтләнерлек яуап әйтә алмаған. Ул әзерәйеп баш вәзиренә текләгән:
— Бүтән бер әҙәм дә ҡалманымы ни?
— Ю-юҡ шул, бө-бөйөк ба-бат-шабыҙ... — тип саҡ яуап ҡайтарған вәзир, тотлоға-тотлоға һәм дер ҡалтырап.
— Бар! — тигән ҡалын тауыш ишетелгән шул саҡ. Мөһабәт кәүҙәле ғәскәр башлығы хандың ҡаршыһына килеп теҙләнгән, осло хәрби бүркен һалып, баш эйгән. — Бөйөк Рифей аръяғындағы мәшһүр Арҡайым иленән...
— Минекенән башҡа бөйөк һәм мәшһүр дәүләт юҡ ул.
— Ғәфү итегеҙ, хөрмәтле батшам. Мин яңылышҡанмын. Ни, тәпәш кенә тауҙар артындағы ярлы илдән килеп сыҡҡан берәү зинданда ултыра.
— Һуң, килтерегеҙ ул бәндәне. Йәһәтерәк!
Көн күрмәй оҙаҡ ултырыуҙан ағарған, ҡоро һөйәккә ҡалған бер әҙәм ишаратын, ҡул-аяғындағы бығауҙарын да сисмәй, елтерәтеп алып килгәндәр. Ситлектәге турғайҙы күргәс, был ир илап ебәргән, бер килке һүҙен әйтә алмай торған. Турғай ҙа быны төҫмөрләгән һәм талпынып-талпынып тәтелдәргә тотонған: «Сип! Сип-сип!.. Сип, сип-сип...»
— Меҫкен турғайҡайым, — тигән, ахырҙа, егет. — Һин дә тотҡондамы ни?..
Был хәлде күҙәтеп тороусылар геүләшеп киткәндәр. Сөнки турғайҙы ғына түгел, егеттең һүҙҙәрен дә береһе лә төшөнмәгән. Егет менән турғай башҡортса һөйләшкәндәр.
Ә хан түҙмәй аҡырынған:
— Ни мөңгөрләйһең? Нимә ти, ни ти ул?
Әсир егет тегеләр телендә аңлатып биргән:
— Был ҡош — турғай. Ул минең яҡташым булып сыҡты. Ул: «Сип! Сип-сип!» — ти. Йәғни: «һай, Ватаным! Уай, Ватаным!» — ти. Тыуған илен үлеп һағынған.
— Илен?! — мыҫҡыллап ауыҙын ҡыйшайтҡан хан һәм, үҙенең тутыйғошо һымаҡ, йәнә баяғы һүҙҙәрен ҡабатлаған: — Минекенән дә аҫыл ил булыуы мөмкин түгел.
«Бар ундай ил!» — тип ҡысҡырғыһы килгән егет, саҡ-саҡ тыйылып ҡалған. Хан ғәрлегенән турғайҙы харап итер тип ҡурҡҡан ул.
Иртәгеһенә хан бер нисә вәзирен саҡыртып алған да өсөнсө фарманын белдергән:
— Турғай тигән шул мәхлүкте сығарып ебәрегеҙ ҙә артынан эйәреп барығыҙ, һағышы һарыға һабыштырырлыҡ ниндәй Ватан икән ул? Күреп-белеп ҡайтығыҙ.
Ете тәүлек юлда булған турғай. Вәзир һәм уның ярандары ла унан ҡалышмаған, күҙ яҙлыҡтырмай эйәреп барғандар. Их, элекке сағы булһа, эйәрер ине былар эйәрмәй ҙә. Ситлектә зарығып тотҡон ултырып, ашамай-эсмәй хәлдән тайған булған шул. Ана шуға бик аҡрын осҡан, берсә хәл йыйырға, берсә тамаҡ сылатырға ергә төшкән...
Бына, ахырҙа, турғай шәмдәй һомғол аҡ ҡайындар уратып алған аҡланға килеп еткән. Ашҡыныуҙан йөрәге шартлар сиккә еткән ҡошсоҡ шундай итеп сырлап ебәргән! Тегеләр, бығаса бер ҡасан да ишетмәгән илаһи моңға сихырланып, һындары ҡатып, оҙаҡ тыңлап торғандар. Әйләнгән һайын турғай: «Һай, Ватаным! Уай, Ватаным!» — тигән һүҙҙәрен ҡабатлаған. Сыбыҡ-сабыҡ араһына һикерәңдәп бер инеп киткән, туйтаңлап бер килеп сыҡҡан: ата-олаталары торлағы — ул тыуған оя шунда булған. Теге килмешәктәр, бер-береһенә ҡарашып, ирендәрен бәлшәйтешкән:
— Ошо ҡыу сытырыҡ микән ни меҫкендең Ватаны? «Гүзәл Ватаны»?! һай, ахмаҡ, — тип ҡул һелтәгәндәр ҙә кире әйләнеп ҡайтып киткәндәр.
Тыуған ояһында бер аҙ хәл йыйғас, турғай зәңгәр күккә уҡтай атылып менеп киткән. Түбәнгә баҡҡан. Ана, борма-борма Урал һырттары. Уларҙың үҙәндәре буйлап, ебәк таҫмаларҙай йылҡылдап,йылғалар бормалана. «Сип!» — тигән турғай йөрәкһеп. Ана, кейек һәм ҡош-ҡорт тулы ҡара урмандары. "Сип-сип!"-тигән ул, тәү күргәндәй шатланып.Сәскәләренә күбәләктәр һәм бал ҡорттары ҡунаҡлаған болон-туғайҙары."Һай, Ватаным, уай, Ватаным!"-тип һаман һамаҡлаған турғай, тыйыла алмай. Күҙҙе ҡамаштырып, ҡылғандарҙың көмөш баштары көнгә йылтылдап ятҡан далаһы. Гәлсәр тауыш йәнә-йәнә әлеге изге һүҙҙәрҙе ҡабатлаған: «Сип, сип-сип!»
Йәл, үтә йәл, ошо мәшһүрлектең остоғон да күрә алмай ҡайтып китте хандың йомошсолары. Күрә алманылар, сөнки улар ғүмер буйы баштарын түбән эйеп, аяҡ аҫтарына ҡарап ҡына йәшәп ғәҙәтләнгәндәр. Турғайға эйәреп килгәс тә, улар тик урмандағы сереп ауған ағастарҙы һәм һынып төшкән ҡоро ботаҡтарҙы ғына күргәндәр. Баштарын ҡалҡытып Уралтауға бер күҙ һалһаларсы! Юҡ, быға уларҙың аҡылы етмәне. Турғай әйтеп тә ҡарағайны — тегеләр уның телен төшөнмәнеләр. Күтәрелеп бер күҙ һалһалар, бындай ҙа гүзәл тәбиғәтте ҡалдырып, кире ҡайта алмаҫтар ине, валлаһи...
Шул көндән алып буҙ турғай башҡаса көньяҡҡа осмаҫ булған, ти. Балаларын да, ейәндәрен дә бындай хәүефле сәфәрҙән тыйған. Килер быуынға васыят итеп тә әйтеп ҡалдырған: «Ватанығыҙҙы ташламағыҙ берүк!» Ә васыят — изге нәмә, уны боҙорға ярамай. Шуның өсөн дә өшөһәләр ҙә, туңһалар ҙа, асыҡһалар ҙа, турғайҙар бер ваҡытта ла тыуған илдәрен ташлап ситкә китмәйҙәр.
Йоҙроҡтай ғына кәүҙәле турғайҙың ынйылай ғына бәләкәс йөрәге Ватанына булған сикһеҙ ҙур мөхәббәтте ҡалайтып һыйҙыра ала икән? Бына шуныһы ғәжәпләнерлек тә, һоҡланырлыҡ та.
Был әкиәтте уҡыған балалар ҙа турғайҙың изге васыятын онотмаҫ тип ышанабыҙ, һәр кем өсөн тыуған ере — алтын бишек ул.


1988 йыл