0%

Һабантуй (Ауылдан хат). Юнир Салауатов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Һабантуй (Ауылдан хат) (скетч)
автор Юнир Салауатов
.Нәшер ителгән: Һәнәк, №6, 2009.



Һабантуй
(Ауылдан хат)


  Һаумы, ҡыҙым! Һиңә ҡайнар сәләмдәр менән хат яҙа әсәйең.Беҙҙең хәлдәребеҙ элек-кесә – сирләгәнебеҙ юҡ. Хәҙер ауыл хәлдәрен яҙып үтәйем.

 Үҙең беләҺең, ҡыҙым, ауылдағы йәштәр китеп бөттө. Беҙ ҡарт-ҡоро-лар ғына тороп ҡалдыҡ.Күрше Хәкимә әбей ғүмерендә беренсе тапҡыр кейәүгә ыҡты. Туйын уҙғарҙыҡ. Туй күңелле үтте. “Горько!”– тип ҡысҡырҙыҡ. Тик кейәү булған Айҙар абай баҫып торған килеш ҡунаҡтарға күрҺәтеп үбешә алманы, оялды. Ятып, юрған аҫтында үбештеләр.
  Йәштәр юҡ, тип борсолоп йәшәмәйбеҙ. Кисә Һабантуй уҙғарҙыҡ. Район үҙәгендәге йәштәр футбол командаҺын ярышҡа саҡырҙыҡ. Мин – үҙәк, Кәримә әбей – уң яҡ, Сәлимә әбей Һул яҡ Һөжүм итеүсеҺе булды. Сәғит бабайҙы үҙебеҙҙең ҡапҡаны Һаҡлаусы итеп, ҡапҡа алдына матрас йәйеп, шунда Һалып ҡуйҙыҡ. Сөнки ғүмере буйы тәмәке тартты. Йүгерергә хәле юҡ.Тегеләрҙең Һөжүм итеүсе-Һенә, әгәр ҙә мәгәр беҙҙең ҡапҡаға гол типҺәң, армиянан ҡасып йөрөүең хаҡында жалоба яҙабыҙ, тинек. Тыңланы – уларҙы алтыға биш менән еңдек. Алтыға нол булыр ине, Фәрзәнә әбей ҡайҺы ҡапҡа беҙҙеке, ҡайҺы ҡапҡа тегеләрҙеке икәнде айыра алмай йонсоно. ҠайҺы ҡапҡаға яҡынлай, шуға гол индерә лә ҡуя. Үҙ ҡапҡабыҙға биш гол индерҙе бит. Өҫтәүенә, беҙҙең ҡапҡаны Һаҡлаусы Сәғит бабай ул типкән туптарҙы тотманы. БаҡтиҺәң, уға күҙе төшөп йөрөй икән. Икенсе таймда Кәримә әбей тегеләрҙең ҡапҡаҺына типкән ине, ҡапҡасы Мөнир осоп килгән тупты тотоп та алды, туп менән бергә тәгәрәп барып,ҡапҡаларына инеп тә китте. Аңын юғалтып, егерме минут ятты. БаҡтиҺәң, Кәримә әбейҙең, туп типҺә, удары смертельный икән. Элек колхоз заманында ул сөгөлдөр үҫтереүсе булды. Сөгөлдөр баҫыуына йүгереп бара ине лә йүгереп ҡайта ине. Бына шунда аяғы көслө булып сыныҡҡан икән. Артабан, уң аяғына ҡалып кейҙереп, Һул аяғы менән генә уй-наттылар. Һабантуйҙа тағы бағана башына менеү булды. Иң осҡа эленгән итекте Сәфәр бабай менеп алды. Ул бағана башына менеп тә етте, джинсыҺының төбө йыртылып та китте. Оялыуынан башҡаса ергә төшмәне. Кешеләр таралғансы шунда ултырҙы, әбейе ашарына мендереп бирҙе.
Һабантуйҙа концерт та ҡуйҙыҡ. “Танец живота” тигән ғәрәп бейеүен “ҠорҺаҡ бейеүе” тип Мәрхәбә әбей булыштырҙы. Элек ҡыҙ сағыбыҙҙа бейегән“Ете ҡыҙ” бейеүен “Ете әбей”тип иғлан итеп башҡарҙыҡ. Күҙҙәр йүнләп күрмәй, ҡолаҡтар музыка тауышын ишетеп еткермәй. Шуға, бейеү хәрәкәттәрен яңылышып ҡуймайыҡ, йығылып китмәйек тип, бер-беребеҙҙең итәгенә йәбешеп бейенек.

  Атайымдың тәүге бисәҺе Әхмүзәнең танауы әрмән танауы кеүек ҙур. Мин уның танауына тотондом. Элекке әбейҙәрҙең “Әхирәттәр” тип аталған йыр ансамблен, булғас заманса улҺын, дөрөҫкә тура килҺен сөн “Самогонсылар” тип исем ушып, сығыш яҺаттыҡ. Мөхәббәт йырҙарын, заманса итеп, сексуаль йырҙар” тип иғлан иттек. Яҙғас шуны ла яҙайым, лек Һөйләшкәндә “матур итеп кейенергә кәрәк”, тип өйләшә инек. Хәҙер “сексуаль итеп кейенергә кәрәк”, тип Һөйләшәбеҙ.Концертта ҡатнашыусылар үп булды. Сәмиғә әбей “Һуңлап килгән мөхәббәт” йырын Һуңлап килгән секс”, тип йырланы. Шунан бабайы: “Мин Һиңә Һуңлап килдемме? Ун биш йәшеңдә үк ғашиҡ булдым. Ун игеҙ йәшеңдә ауырға ҡалдырҙым. БөтәҺе лә по-порядку булды!”– тип, әбейенә ҡаршы политик сығыш яҺап, “Яратам Һине” тигән йыр башҡарҙы. Һабантуйҙы уҙғарып ебәргәс, драма түңәрәге ойошторҙоҡ.“Ғәлиәбаныу” тигән спектакль уясаҡбыҙ. Ғәлиәбаныуҙы Сәмиғә әбей, Хәлилде Хәсән ҡарт уйнай. Хәсән ҡарт бер тапҡыр репетицияға килде лә башҡаса күренмәне. Әбейе Ғәлиәбаныуҙан көнләшеп, психланып, өйөндә бола ҡуптарып, Һауыт-Һабаларын ҡырып бөтөргән.
  Ауылыбыҙҙың матурлығын һаҡлайбыҙ, ҡарт-ҡоролар, йәш сағыбыҙҙағы кеүек, кис урам буйлап гармун уйнап, йырлашып уҙабыҙ. Егет, ҡыҙ булып бабайҙар әбейҙәрҙе өйҙәренә оҙатып ҡуйған булалар. Кисә минең арттан Кәшәф бабай килде таяғына таянып. Күҙе йүнләп күрмәгәс, шунан мин уны оҙаттым. Егет кеше ҡыҙҙы өйөнә индереп ҡуйырға тейеш, тип ул мине тағы оҙатты. Шулай итеп бер-беребеҙҙе оҙатышып, таң атҡансы ете рейс яҺаныҡ. Атайың Кәбирә әбей артынан китте. Улар ауыл осондағы күл буйына барғандар. Ҡайтырға хәлдәре бөтөп, таң атҡансы ҡайын төбөндә ятҡандар. Иртән трактор менән барып алдыҡ.
  Ҡартлыҡ менән артыҡ эш ҡырып булмай. Хәҙер ауылда мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотоусылар бөттө. Баҡырышып-мөңрәшеп көтөүгә барған малдар юҡ. Әтәс ҡысҡырған, эт өргән тауыштар булмағас, ауылда матурлыҡ та юҡ. Шул матурлыҡты Һаҡлайыҡ тип, атайың таң атҡанда бөтөн ауылға әтәс булып ҡысҡыра. Айҙар бабай эт булып өрә. Фәриҙә, Мәғфирә әбейҙәр ағас башына менеп, Һандуғас булып Һайрайҙар. Ғүмере буйы тәмәке тартҡан МотаҺар бабай ҡарға булып ҡарҡылдай. Хәҙисә әбей бейә булып туғайға сыға, бабайы айғыр булып кешнәй.
Ҡыҙым, беҙҙең ғаиләлә ҙур үҙгәреш булды. Атайың йәш бисә алды. Ҡаршы килмәнем.Был беҙҙең башҡорттарҙың элекке йолаҺы. Насар хәл түгел. Яңынан балалар тыуҙырып, ауылды йәшәртеп ебәрәсәкбеҙ. Атайыңа ышанысым ҙур. Уның орлоғо высший сорт. Йәш бисә махом ауырға ҡалды. Ниңә риза булдың, тик мине ғәйепләмә. Мин, ҡыҙым, ғаиләлә главнокомандующий. Мин оло, аҡыллы бисә.Бына шулай, ҡыҙым, ауылыбыҙ шаулай, гөрләй.

Ярай, хуш-Һау бул, хат көтөп, әсәйең Гөлғәйшә.