Jump to content

Ҡарһылыу(хикәйә). Йыһат Солтанов

From Wikisource
Ҡарһылыу (хикәйә )
автор Йыһат Солтанов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ҡарһылыу


 Бөгөн епшек ҡар яуҙы. Урал менән Сабит уйнарға сыҡты. Улар ҡар тәгәрәттеләр. Тик бер аҙҙан туҡтап ҡалдылар.
— Их, малайҙар булмағас, икәү генә күңелһеҙ, — тине Сабит.
— Ниңә килмәйҙәр икән? — тип Урал да көрһөндө. Улар бер аҙ тик торҙолар. Шунан Сабит ҡыуанып иптәшенә өндәште:
— Әйҙә Ҡарһылыу яһайыҡ. Ҡарһылыу менән өсәүләшеп уйнарбыҙ.
Малайҙар тырышып эшкә тотондолар. Күп тә үтмәне, ишек алдында Ҡарһылыуҙы яһап ҡуйҙылар. Ул шундай матур: ап-аҡ тун кейгән.
Ҡарһылыуҙы күрергә тип, башҡа балалар ҙа килеп еттеләр. Улар, ҡулға-ҡул тотоношоп, Ҡарһылыу тирәһендә өйләнделәр.
— Һаумы, Ҡарһылыу, беҙҙең матур Ҡарһылыу! Беҙ бейейек, ә һин уртала таҡмаҡ әйтеп тор.
Балалар көн һайын шулай уйнанылар, ә Ҡарһылыу сәпәкәйләп, таҡмаҡ әйтеп торҙо.
Бер көн Сабит менән Урал тышҡа сыҡһа, Ҡарһылыу илап ултыра. Күҙкәйҙәренән шыбырлап йәш аға. Үҙе бәләкәсәйеп, бөршәйеп ҡалған,
— Ҡарһылыуыбыҙ өшөгән, туны бик туҙған, уға яңы тун тегеп бирәйек! — тине Сабит. Ләкин ул көндө малайҙарҙы уҡытыусы мәктәпкә саҡырғайны.
— Ҡарһылыуҙы иртәгә кейендерербеҙ, — тинеләр.
Ләкин малайҙар иртән тороп тышҡа сыҡҡанда, Ҡарһылыу юҡ ине инде. Ул, үҙенең ҡышҡы йырҙарын йырлап бөтөргәс, дуҫтары менән хушлашмай ғына китеп барған. Сөнки артынан Яҙһылыу ҡыуып етеп килә ине шул!

 


1988 йыл