0%

Ҙур эш(хикәйә). Ноғман Мусин

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҙур эш (хикәйә )
автор Ноғман Мусин
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ҙур эш


 — Балалар, бөгөн ҙур эшкә сығабыҙ, — тине Нурия апай. — Ниндәй эш икәнлеген Хәйбулла бабай әйтер.
Беҙ тиҙ генә йыйылдыҡ. Уҡытыусы апай беҙҙе урманға алып китте. Урманға барып еткәс, Хәйбулла бабай:
— Яҡыныраҡ килегеҙ, уландар, — тип беҙҙе үҙ эргәһенә ултыртты. Ә үҙе ҡайындың суғырмаҡлы төбөнә йәбешкән үрмәксе ауы кеүек нәмәне туҙ киҫәгенә ҡағып төшөрә башланы. Уның эсе, тары ярмаһы кеүек, ҡарағусҡыл нәмәләр менән тулы икән.
Ул беҙгә ҡарағусҡыл нәмәләрҙе күрһәтеп: — Былтыр йәй ағас япраҡтарын ошолар ашап бөттө. Ун биш-егерме көн үткәс, уларҙан һеҙ «шайтан күбәләге» тип йөрөткән бик күп йөнтәҫ эре күбәләктәр сығасаҡ. Бер аҙ ваҡыт үткәс, улар ҡарышлауыҡтарға әйләнәләр. Шул ҡарышлауыҡтар ағастың япрағын һәләк итәләр. Уларҙы яҙ көнө бөтөрөргә кәрәк, — тине.
Беҙ бөтәһен дә аңланыҡ. Урманды таҙарттыҡ.
 


1988 йыл