Батыр малай (әкиәт)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Батыр малай


Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер әбей менән бер бабай. Уларҙың улдары ла, ҡыҙҙары да булмаған. Фәҡир генә көн күргәндәр, ти.

Бер ваҡыт быларға йәшел сапан кейгән, башына аҡ салма ураған, йәшел таяҡ таянған бер мосафир ҡарт килеп кергән. Әбей менән бабай быны хәлдәренән килгәнсә һыйлағандар ҙа зарҙарын һөйләгәндәр.

– Ҡартайған көнөбөҙҙә ҡарар кешебеҙ ҙә юҡ, – тип илашҡандар.

Йоҡлап торғас, мосафир әбейгә бер алма биргән дә икеһенә бүлеп ашарға ҡушҡан.

– Улығыҙ булһа, миңә ҡунаҡҡа ебәрерһегеҙ, – тигән. Күп тә үтмәй, әбей бер ир бала таба. Малай ун биш йәшенә

етә. Бер көндө теге мосафир килеп, баланы үҙенә ҡунаҡҡа алып ҡайта.

Ашап-эсәләр вә, кис булғас, йоҡларға яталар. Ята биргәс, егет ыңғырашҡан тауыш ишетә. Торон барып ҡараһа, кәүҙәһенән киҫеп алынған бер баш ята.

– Эй, баш, һин ни эшләп ятаһың бында? – тип һорай икән малай. Баш, ыңғыраша-ыңғыраша, үҙенең хәлен һөйләй:

– Был ҡарт – сихырсы ул, кеше ашай. Мине лә һинең кеүек алып киткәйне, мин ҡастым. Ҡыуып тотто ла ошолай итеп сихырлап китте. Бына хәҙер ни үлмәй, ни нитмәй тик ятам. Һине лә ул ашарға итер, сәй ултыртыр ҙа икмәк алып бирергә ҡушыр. Ҡайнап торған ҡаҙаны булыр. Ҡаҙан бейектә тора. Ҡаҙан өҫтөндә шүрлек, шүрлектә икмәк, һин икмәккә менгәс тә, шул ҡаҙанға төртөп төшөрөр, һин: «Менә алмайым», – тип ҡарыш, шунан үҙе менер.. Шул саҡта ҡаҙанға төртөп төшөр.

Егет башҡа рәхмәт әйткән дә һиҙҙермәйенсә генә кире ҡарт янына йоҡларға ятҡан. Ята торғас, теге ҡарт уяна ла:

– Уф, бик оҙаҡ йоҡлағанмын икән, улым, сәй эсеп алайыҡ әле,– ти.

Сәй ҡайнап сыға, ҡарт сәй яһай башлай. Малайға:

– Шүрлектәге икмәкте алып бир әле, – ти.

Малай ҡараһа, оло ҡаҙап бығырҙан ҡайнап ултыра, өҫтә икмәк тора.

– Бабай, мин менә алмайым бит әле, – ти малай.

– Уның нимәһе бар, бына ошолай итеп менәһең дә китәһең, – тип, бабай шүрлеккә менеп китте, ти. Малай тегене ҡаҙанға төрткән дә төшөргән. Ҡарт шунда бешеп үлгән.

Был сихырсы ҡарттың бер бик ҙур бесәйе бар икән. Муйынына ҙур-ҙур асҡыстар тағылған, ти. Малай шул асҡыстарҙы алырға итһә, бесәй уға ташлана. Егет уның менән бик оҙаҡ алыша. Бесәйҙе быуын үлтереп асҡыстарҙы алып, беренсе келәтте асып ҡаран. Асһа, келәт тулы кешеләр, ти, ҡайһы береһенең маңлайына энә ҡаҙалған, ти. Кешенең һимеҙме, түгелме икәнен белеү өсөн теге ҡарт шулай ҡаҙаған икән. Һимеҙ булһа, энә шунда уҡ маңлайға керен китә, ябыҡ булһа, һөйәгенә бәрелеп һына икән. Һимеҙҙәрен һайлап алып, ҡарт һәр көн бер кеше ашай икән.

Келәт ишеге асылғас, теге кешеләр, ҡурҡышып, мөйөшкә һырығышып бөткәндәр. Егет:

– Ҡурҡмағыҙ, мин һеҙҙе ашамайым, ҡотҡарырға килдем,– ти. Тегеләр, тышҡа сыҡҡас:

– Был тиклем ярҙамың өсөн ниҙәр бирәйек һиңә? – тиҙәр.

– Миңә бер ни ҙә кәрәкмәй, бәхет голын гына күрһәтегеҙ,– ти егет. Кешеләр ҡибла яҡҡа киткән юлды күрһәткән. Егет шул юл менән киткән. Эй барған, ти, был, эй барған, ти, ай үткән, йыл үткән, ти. Бара торғас, йонсоп бөткән, ти. Хәл йыйырға тип, бер ағас төбөнә ятһа, өс көн, өс төн уянмай йоҡлаған. Уянып китһә, бының ҡаршыһында бер арыҫлан тора, ти. Үҙе үкерә, үҙенең күҙенән йылға кеүек булып йәше аға, ти, алғы аяғын егеткә һуҙып тора, ти. Егет арыҫландың аятына ҡараһа, табанына бер ҙур шырау кергән икән. Шырауҙы тартып алып, яраһын үлән менән дауалап бәйләп ҡуйғас, арыҫлан, телгә килеп:

– Был яҡшылығың осоп һиңә ниҙәр бирәйем, егеткәй? – тип һораған.

– Миңә бәхет ала торған ергә барырға ярҙам ят, – тигән егет.

Арыҫлан егетте өйөнә алып ҡайтҡан, бак шәп итеп һыйлаған. Йоҡлап торғас, арыҫлан егетте арҡаһына ултыртып алып киткән. Бара биргәс, күҙен йоморға ҡушҡан. Егет, арыҫландың һыртына яҡшылап ултырып алын, ялына тотонған да күҙен йомған. Арыҫлан бер ынтылыуҙа уҡ һауаға күтәрелгән. Эй осалар, ти, былар, эй осалар, ти. Оса торгас, арыҫлан бер урынға килеп төшкән. Егет күҙен асһа, ожмахтың ишек төбөндә торалар икән. Арыҫлан уға бер бөртөк йөнөн биргән дә:

– Мин кәрәк булһам, ошоно яндырырһың, – тигән.

Егет ишекте асып керһә, ожмахтың матурлығына иҫе китеп, һушынан яҙған. Шундай яҡты, йылы, ти, ҡоштары һайрай, баҡса тулы алма да хөрмә, һөт йылғалары ағып тора, ти. Күгәрсен һөтө лә бар, ти. Хур ҡыҙҙары һыу керәләр, ти. Тора торған һарайҙары алтындан да көмөштән, алмастан да гәүһәрҙән, яҡут, зөбәржәт таттарынан эшләнгән, ти. Хур ҡыҙҙары егетте күрәләр ҙә:

– Ен-пәрей килгән,– тип, сыр-сыу килеп, быны ҡыуа башлайҙар. Ҡасып барғанда, егет икенсе бер ишеккә барып бәрелә. Ишек шар асылып китә, ҡараһа, егет тамуҡҡа барып ингән. Ғазраил егетте тамуҡ ситенә баҫтыра ла утлы суҡмары менән тамуҡ соҡорона төртөп төшөрә. Соҡорҙан тартып алып, боҙло һыуға илтеп тыға ла, арт яғына тибеп, ишектән сығарып ебәрә.

Егет икенсе бер ишеккә барып төртөлә, ишек асылын китеп, аңғармаҫтан бер һөт күленә барып сума. Күлдән ҡарап туймаҫлыҡ егеткә әйләнеп килеп сыға. Хур ҡыҙҙары матур егетте күреп ҡалалар ҙа уратып алалар. Уның күңелен асалар, уйнайҙар, көләләр. Егет, һәммә ҡайғыларын онотоп, рәхәт тормошта йәшәй башлай.

Бер көп үтә, ике көп үтә, бер йыл тула, егет тыуған илен һағына башлай.

– Ниңә ҡайғыраһың, нимә оҡшамай? – тип һорашалар хур ҡыҙҙары.

– Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ, – ти ҙә егет, хур ҡыҙҙары менән хушлашып, ожмахтан сығып китә. Йөндө яндырыу менән, теге арыҫлан сабып килеп тә етә. Былар бер ҡараңғы ҡуйы урманға килеп инәләр. Егет, арыҫланға рәхмәттәр әйтеп, ҡайтарып ебәрә. Ожмахта тороп, егет бер йыл буйына йоҡламаған икән. Йыуан ағас төбөнә ята ла йоҡлап китә. Ике көн, ике төн уянмай йоҡлай. Өсөнсө төндө бер тауыш ишетеп уяна ла тыңлап ята. Янында гына ендәр батшалығы икән. Батшаһы һыңар күҙле, һыңар мөгөҙлө, бик йәмһеҙ ен икән. Батша ендәрен бынан бер йыл элек төрлө батшалыҡтарға сығарып ебәргән булған. Хәҙер ендәр бер йыл буйына нимә эшләгәндәр, шул хаҡта иҫәп-хисап биреп ултыралар икән. Бер ен торған да һөйләй башлаған.

– Мин фәлән батшаның фәлән исемле ҡыҙын сирләттем. Уны минән башҡа бер кем дә терелтә алмай. Фәлән йылда төҙөлгән күпер бар, шуның төбөндә гөбөргәйел йәшәй. Шул гөбөргәйел йәшәгән Һыуҙы битенә һипһәң генә, ҡыҙ терелә. Ул һыуға бер кеше лә бара алмай, һыуҙы бағанаға уралған йылан һаҡлай, йылан йоҡлағанда гына барып була, – ти икән.

Ҡояш сыҡҡас, ендәр юҡ булғандар. Егет фәлән батшалыҡты эҙләп киткән, бер ҡалаға барып кергән. Урам тулы кеше, ти. Барыһы ла баштарын түбән эйгәндәр, ти. Егет ҡала ситендәге бәләкәй генә йортҡа барып ингән. Бер әбей илап ултыра, ти.

– Инәй, ниңә илайһың?

– Эй балаҡайым, нисек иламайһың инде, шул тиклем ҡайғы төштө бит. Батшаның бик Һылыу ҡыҙы бар ине, сирләп китте. Уны терелтәбеҙ тип, һинең һымаҡ һөлөк кеүек егеттер әрәм булалар, – тигән дә әбей ҡысҡырыбыраҡ илай башлаған.

Төн булғас, егет теге күперҙе барып тапҡан. Йылан һиҙенгәнсе, бағананы һурып алған да күтәреп ергә бәргән. Бағанааҫтынан борҡолдап һыу атылып сыҡҡан, һыуҙы шешәгә тултырып алған да егет ҡайтып киткән. Теге йылан йоҡоһонан уяна ла алмай дөмөккән, ти.

Ҡайтып, егет батша һарайына барған.

– Батша ҡыҙын терелтергә килдем,– тигән.

– Эй, егет, иҫән сағыңда тайып ҡотол, бында һинең ишеләр генә килмәне. Башыңдан яҙғың килмәһә, тиҙерәк табаныңды ялтырат, – тигән батша ялсыһы. Егет:

– Бәхетте һынап ҡарарға кәрәк әле, – тип, һарай эсенә инеп киткән. Уны батша ҡыҙы янына алып кергәндәр ҙә үҙен генә ҡалдырып сығып киткәндәр. Битенә һыу һипкән икән, ҡыҙ шунда ук һикереп тороп ултырған.

– Эй, оҙаҡ йоҡлағанмын да инде, – тип күҙен асып ҡарана, алдында алама гына кейемле бик матур егет баҫып тора, ти. Ҡыҙ шунда уҡ егеткә ғашиҡ булған. Ҡыҙҙың матурлығына егеттең дә иҫе киткән. Батша, ҡыҙы терелгәс, ҡаршы килмәгән, туйға әҙерләнергә әмер биргән.

Егетте матур итеп кейендереп, инеһен дә өҫтәл янына ултыртҡандар. Егет менән ҡыҙ шул хәтле матурҙар, шундай пар килгәндәр, ти. Туй ун ике кон, ун ике төн барған.

Батша кейәүенә ярты батшалығын биргән. Егет менән ҡыҙ, бала үҫтереп, һаман да йәшәп яталар, ти, әле.