0%

Айыу ниңә табанын имә?(әкиәт). Ф.Яхин

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Айыу ниңә табанын имә? (әкиәт)
автор Ф.Яхин
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Айыу ниңә табанын имә?


 Берҙән-бер көн айыу урмандағы йәнлектәрҙе йыйған да:
— Күршеләр, ни эшләп беҙ былай көн дә эркелешеп һыу буйына йөрөйбөҙ һуң әле? Күмәкләшеп ваҡыт әрәм иткәнсе, берәмләп ыҙаланайыҡ: һыуҙы йылғанан сиратлап ташып, шул ташылған һыуҙа ҡойонайыҡ, ташыған һыуҙы эсәйек,— тип тәҡдим индергән.
«Ташылған һыу — ташылған инде, ул беҙгә йылға була алмаҫ»,— тип айыу ишетмәҫлек кенә итеп шыбырлашҡан йәнлектәр. Айыу эргәһендә генә торған бурһыҡ, алғараҡ сыға биреп:
—- Дөрөҫ, дөрөҫ! Беҙгә әллә ҡасан шулай эшләргә кәрәк ине!— тип айыуҙың йүнһеҙ тәҡдименә мисәт һуҡҡан.— Әйҙәгеҙ, кем дә кем риза, шулар ҡул күтәрә.
Аңды-тоңдо яҡшылап төшөнөргә өлгөрмәгән йәнлектәр ҡул күтәргән. Бурһыҡ сират өсөн исемлек яҙып, бер йыуан ҡарағайға йәбештергән. Иң күренеп торған урынға: «Тәртип хужаһы —- айыу, уның ярҙамсыһы — бурһыҡ»,— тип тә яҙып ҡуйған.
Йәнлектәр йыйылыштан һуң оло бер улаҡ яһарға тотонғандар. Айыу, эш бөткәнсе, ситтән генә ҡарап торған, Улаҡ әҙер булғас, уны еңел генә әйләндергеләп-тулғандырғылап ҡараған да:
— Оһо-һо! Былай үҙебеҙҙең ҡулдан эш килә икән дә!— тип бүтәндәр хеҙмәтендә үҙен маҡтаған. Күкрәген ҡаҡҡан. Бурһыҡ:
— Иртәгә, тейен, улаҡҡа һин башлап һыу ташыйһың!— тип киҫәткән.-— Ҡара уны, йоҡлап ҡалаһы булма!
Иртәгеһен иртән йәнлектәр тороуға улаҡ туп-тулы көмөштәй һыу, ти. Айыу, бик ҡәнәғәт икәнлеген һиҙҙермәҫкә тырышып, тейенгә:
— Тейен, күнәктәрең таҙа инеме һуң?— тип һөрәнләгән. Шыршы башына менеп, ял итеп ултырған тейен, хәтере ҡалып:
— Минең күнәктәрем бысраҡ булғаны ла юҡ, һинеке генә ул бер тапҡыр ҙа йыуылмаған,— тип ҡысҡырған. Айыу, уның һүҙҙәрен ишетмәмешкә һалышып:
— Ярай, таҙа булғас, бик хуп,— тип ауыҙ эсенән мығырлаған да улаҡтан эйелеп һыу эсә башлаған. Башҡа йәнлектәрҙең улаҡҡа яҡынайыуын күргән бурһыҡ:
— Тороп тороғоҙ, айыу ағайҙан һуң өлгөрөрбөҙ әле,— тип уларҙың юлына арҡыры төшөп маташҡан да, айыу үҙе бер ни ҙә өндәшмәгәс, ситкә тайпылған. Йәнлектәр барыһы бер юлы, сыр-сыу килеп, улаҡта ҡойона башлаған. Ундағы һыу тирә-яҡҡа сәсрәп, ергә түгелеп бөткән, һыу йүнләп йыуынырға ла, һыуһын ҡандырырға ла етмәгән. Был тәртип оҡшап етмәһә лә, өндәшеүсе табылмаған.
Иртәгеһен һыу ташырға ҡуяндың сираты икән. Ул, өлгөрә аламмы-юҡмы инде, тип хафаланып, һыуҙы кистән үк ташый башлаған. Төнө буйы, тамсы йоҡламайынса, улаҡ тултырған был. Хәлдән тайып, иртән эргәләге бер ҡыуаҡ төбөнә ауған.
Айыу иртәнсәк улаҡтың тулы булыуына ғәжәпләнә биреберәк ҡарап торған, ҡайһы арала өлгөрҙө икән был ҡуян, тип аптыраған.
— Ҡуян, әллә һыуың болғансыҡ инде,— тип һөрәнләгән ҡыуаҡ төбөндә ятҡан ҡуянға. Ғәрләнеүҙән ҡуяндың ҡурҡаҡлығы әллә ҡайҙа булған:
— Һин үҙең болғансыҡ. Йәнлектәрҙең башын бутап бөттөң,—- тип яуаплаған да алыҫыраҡ икенсе бер ҡыуаҡ төбөнә һикергән.
Айыу, уның һүҙҙәрен ишетмәмешкә һалышып, улаҡтағы һыуға шаптыр-шоптор кереп киткән. Уның артынан бүтәндәр эйәргән.
Иртәгеһен бурһыҡтың сираты еткән. Ул иһә, айыуға арҡаланып, һыуҙы һуң ғына ташый башлаған, ағаһы яҡлашыр, тип өмөт иткән. Бурһыҡ ташыған һыу эсергә еткән етеүен, йыуынырға ҡалмаған. Айыу уны былай тип маҡтап ебәргән, етмәһә:
— Көн дә йыуынып, тән ярылып, биттәр- ҡулдар себешләп бөтөүе ихтимал, афарин, бурһыҡ, шуны ҡайҙан аңлап тораһың һин, ә?!
Йәнлектәр айыуға ҡаршы өндәшергә, бурһыҡҡа ризаһыҙлыҡ белдерергә баҙнат итмәгәндәр, йәшенешеп кенә йылғаға барып һыу ҡойонғандар.
Йыландың сираты еткән. Иртүк тороп, йәнлектәр улаҡ янына килһә, унда һыу ҙа, йылан да юҡ, ти.
Бына үҙенсә бик шәп итеп килеп еткән йылан имән сәтләүегенән эшләп алған күнәге менән ике тамсы һыуҙы улаҡҡа ауҙарған да, ҡабаланып, бер кемгә иғтибар итмәйенсә, кире шыуышҡан. Йәнлектәр бөгөнгә һыуһыҙ ҡалыуҙарын төшөнөп, үҙҙәре йылғаға йүгергән. Айыу ғына ялҡауланып ятып ҡалған. Ул йыландың асыуланып үҙенең табанын сағып ҡуйыуынан да шөрләгән, имеш. Әммә быны берәүгә лә әйтмәгән.
Иртәгеһенә уның үҙенең сираты еткән. Әммә айыу өңөнән сығып та ҡарамаған. Йоҡлаған да йоҡлаған. Йәнлектәр, тәртип хужаһы башҡа ваҡытта иртә тора торғайны, һыуға киткәндер, хәҙер ҡайтыр, тип күпме генә көтмәһендәр, айыу үҙ сиратын йоҡлап үткәргән. Иртәгеһенә иртүк, таң уяныу менән, килеп торған да:
— Сират кемдеке? Ниңә улаҡ буш?— тип үкереп ебәргән. Уның оятһыҙлығынан хатта ярамһаҡ бурһыҡ та ҡаушап ҡалған. Яуап ҡайтарыусы булмағас, айыу үҙе:
— Сират терпенеке!-— тип иғлан иткән. Терпе, энәләрен ҡабартып:
— Айыу ағай, сират һеҙҙеке!— тип хәбәр һалмаһынмы бер ваҡыт. Тирә-яҡтағы йәнлектәр терт итеп киткән. Ә ярһыған айыу терпене иҙә баҫайым тиһә, уның ҡаты энәләре аяғына ҡаҙалыуҙан үкереп ебәргән, сатанлай-сатанлай терпене баҫтырырға керешкән. Имен ҡалған икенсе табаны менән терпене һыта баҫайым тиһә, йәнә шырау кеүек ҡаты энәләренә ҡаҙалған. Тағы бер үкереп алған айыу. Ауыртыуҙан бигерәк, ғәрлегенән өңөнә инеп ҡасҡан да үҙ табанын үҙе имеп ята башлаған.


1996 йыл