0%

Мыяу" тип кем әйтте?(әкиәт). В.Сутеев

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Мыяу тип кем әйтте? (әкиәт)
автор В.Сутеев
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


"Мыяу" тип кем әйтте?


 Көсөк диван янындағы балаҫта йоҡлай ине. Йоҡо аралаш ул кемдеңдер «мыяу» тигәнен ишетеп ҡалды һәм, башын күтәреп, тирә- яғына ҡаранды. Ләкин бер кем дә күренмәне. «Моғайын, төшөмдә ишеткәнмендер»,— тип уйланы ул һәм уңайлыраҡ итеп кире урынына ятты. Тағы кемдер:
— Мыяу! — тине.— Кем унда?..— Көсөк һикереп торҙо, бөтә бүлмәне ҡарап сыҡты, карауат аҫтына күҙ һалды, өҫтәл аҫтына инде — бер кем дә юҡ ине. Тәҙрә төбөнә менгәйне, ишек алдында йөрөгән Әтәсте күреп ҡалды. «Бына кем мине йоҡлатмаған икән!»—тип уйланы Көсөк һәм Әтәс янына йүгереп сыҡты.
— Әтәс, һин «мыяу» тип әйттеңме?..-— тип һораны Көсөк Әтәстән.
— Юҡ, мин... бына ошолай...— Әтәс ҡанатын ҡағып, ҡысҡырып ебәрҙе.— Ки-кирикүк!..
— Ә башҡа нәмә әйтә белмәйһеңме?..— тип һораны Көсөк.
— Юҡ, тик кикирикүк тип кенә әйтә алам,— тине Әтәс.
Көсөк артҡы аяғы менән ҡолаҡ артын тырнаны ла өйгә ҡарай атланы. Болдорға етеүе булды, тағы кемдер яҡында ғына «мыяу» тине. «Әһә!»— тип уйланы Көсөк.— Был бында.
Ул болдор аҫтын ҡаҙа башланы. Соҡор барлыҡҡа килде, уның эсенән бәләкәй генә сысҡан килеп сыҡты.
— Һин «мыяу» тип әйттеңме?— тип уҫал һораны унан Көсөк.
— Пи-пи-пи-пи,— тип сыйылданы Сысҡан,— ә кем улай тип әйтте һуң?
— Әле генә кемдер «мыяу» тине бит, кем һүн?
— Яҡындамы?— тип ҡурҡып китте Сысҡан.
— Бына бында ғына, бөтөнләй яҡында,— тине Көсөк.
— Ҡурҡыныс... Пи-пи-пи!— Сысҡан сыйылдай-сыйылдай болдор аҫтына инеп юғалды. Ҡапыл Эт ояһы янында ҡысҡырып «мыяу» тип әйттеләр. Көсөк ояны өс тапҡыр әйләнеп сыҡты, ләкин берәүҙе лә осратманы. Ә оя эсендә кемдер ҡыбырлағандай булды... Көсөк ипләп кенә уға яҡынлашты. Ҡаршыһына ҙур ялбыр Эт килеп сыҡты.
— Р-р-р...— тип ырылданы Эт.
— Мин... Мин белергә теләгәйнем...
Р-р-р-р!
— һеҙ «мыяу» тип әйттегеҙме?—тип шыбырланы Көсөк, ҡойроғон бот араһына ҡыҫтыпып.
— Мин?! Көлөргә уйланыңмы минән, Көсөк?!
Көсөк ҡурҡышынан баҡсаға ҡасып инеп китте һәм ҡыуаҡлыҡ эсенә йәшенде. Бында ла, ҡолаҡ төбөндә генә, тағы ла кемдер:
— Мыяу!— тине. Көсөк ипләп кенә ҡыуаҡ араһынан башын сығарҙы.
Уның алдында, сәскә өҫтөндә, Бал ҡорто ултыра ине. «Бына кем «мыяу» тип әйткән икән?»— тип уйланы Көсөк һәм уны тешләп тоторға уйланы.
— З-з-з!..— Асыуланған Бал ҡорто Көсөктөң морононан әсе итеп тешләп алды. Тегеһе, ауыртыуға түҙә алмай, шыңшый-шыңшый ҡаса башланы, Бал ҡорто артынан төштө.
— З-з-з-з!.. Сағам мин һине!.. Сағам!..
Көсөк быуа янына килеп етте лә һыуға сумды. Аҙаҡ, башын сығарып ҡарағанда, Бал ҡорто юҡ ине инде. Шул саҡ тағы кемдер:
— Мыяу!..— тине.
— Һин миңә «мыяу» тип әйттеңме?— тип һораны Көсөк үҙе эргәһенән йөҙөп барыусы балыҡтан.
Балыҡ бер һүҙ ҙә өндәшмәне, ҡойроғон болғаны ла һыу төбөнә төшөп юғалды.
— Баҡ-баҡ-баҡ!— тип көлдө томбойоҡ япрағына ултырған Тәлмәрйен.— Һин балыҡтарҙың һөйләшмәгәнен белмәйһеңме әллә?..
— Бәлки, һин «мыяу» тип әйткәнһеңдер?— тип һораны Көсөк Тәлмәрйендән.
— Баҡ-баҡ-баҡ!-— тип тағы көлдө Тәлмәрйен.— Һин ниндәй алйот икәнһең. Мин бит баҡылдайым ғына.
Ул да һыуға һикерҙе. Көсөк еүешләнеп, шешкән танауы менән өйгә ҡайтып инде. Диван янындағы балаҫҡа моңһоу ғына барып ятты. Ҡапыл:
— Мыяу!!!—тигән тауыш ишетелде.
Көсөк ырғып торҙо, тәҙрә төбөндә йомшаҡ ала Бесәй ултыра ине.
— Һау!.. Һау!.. Һау!..— тип өрҙө Көсөк һәм ялбыр Эттең үҙенә нисек ырылдағанын иҫенә төшөрҙө лә: — Р-р-р-р-р!..— тине асыуланып.
Бесәй ҡурҡыуынан арҡаһын күтәрҙе, ыҫылданы.
— Ш-ш-ш!— тине, бышҡырҙы һәм йәһәт кенә тәҙрәнән ишек алдына төшөп китте. Көсөк үҙенең балаҫына кире әйләнеп килде лә тынысланып йоҡларға ятты. Хәҙер ул кемдең «мыяу» тип әйткәнен белә ине.


1996 йыл