Jump to content

Һигеҙенсе шинель. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource

Һигеҙенсе шинель

Һигеҙенсе шинель


Аҡ финдәр асҡан һуғыштан
Олатай имен ҡайтҡан,
Шинелен элеп ҡуйырға
Ағас сөй яһап ҡаҡҡан.

Тал сыбыҡ менгән малайы
Туҙҙырып сабып килгән,
Ҡыҙығыптыр, атаһына
Эшлекле һорау биргән:
- Ағастан юнылған ҡаҙаҡ
Оҙаҡҡа сыҙар микән?

Улына йылмайып ҡарап
Атаһы былай тигән:
- Ағас сөй - имән үҙәкле,
Оҙаҡҡа түҙер әле,
Имән сөй һынып сыҡҡансы
Шинелем туҙыр әле.

Туҙып өлгөрмәгән шинель,
Тағы иңенә һалған...
Әсәләре берҙән-бер көн
Ҡайғылы хәбәр алған.
Малайҙар еткән.

Алмашлап
Һалдатҡа барып килгән.
Алтаулап шинель элгәндәр -
Имән сөй һаман түҙгән.
Ҡыуаныс.
Һалдат ҡаршылап
Өй эсе шаулай-гөрләй.
Олатай ҡаҡҡан ҡаҙаҡҡа
Ейән дә шинель элгән.


1978