Уттар, уттар... Һанһыҙ уттар
Балҡыта төн ҡосағын,
Һүнмәҫ уттар араһында
Бар минең дә усағым.
Икмәк бешә ҡуҙҙарымда -
Ауыҙ итеп китегеҙ,
Үҙ ҡулдарым менән һалдым,
Әйҙә, рәхим итегеҙ.
Усағымды тере тотҡан -
Йөрәк уты халҡымдың,
Ҡуҙҙарымды унан алдым,
Уға булһын ялҡыным.