Уй ғына... Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Уй ғына...


Аяҙ көндә кемдер әйтер:
Рәхмәт, ҡояш, нурҙарыңа;
Кемдер әйтер: түҙер хәл юҡ
Бынау хәтле ҡурғаныңа.
Ямғыр яуһа, кемдер әйтер:
Ер сихәте, рәхмәт һиңә!
Кемдер әйтер: ялҡытты был
Ялағайлы зәхмәте лә.
Кемдер әйтер: ҡыштар һыуыҡ,
Күңел асыр ҡоштары юҡ.
Тик саңғыла берәү уҙыр
Шат йылмайып, эҙҙәр һуҙып.
Ҡәнәғәтле, ҡәнәғәтһеҙ
Бер һауаны һулай икән,
Уйы ғына йә бәхетле,
Йә бәхетһеҙ була икән...


2012