Jump to content

Тутыйғоштоң серле буяуҙары(әкиәт). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Тутыйғоштоң серле буяуҙары ( әкиәт )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап "нәшриәте,2009 йыл


Тутыйғоштоң серле буяуҙары


Алыҫтағы йылы илдә
Йәшәгән, ти, бер батша,
Яратмаған бер нәмә лә
Батша ҡоштарҙан башҡа.
Алтын һарайы эсендә
Хуш еҫ һипкән гөлбаҡса:
Унда йәшәгән ҡоштарҙы
Йәндәй күргән, ти, батша.
Ҡулбашында һандуғастар
һайраған — батша ҡушһа,
Күгәрсене осор булған
Алыҫтарға йомошҡа.
Бөркөтө яуҙаш булған, ти,
Хужаһына яуҙарҙа,
Дошмандарҙы, алдан күреп,
Ташланған ул ауларға;
Турғайы ярма сүпләгән
Бутҡаға кәрәк өсөн,
Сүпләй алған бер туҡтауһыҙ
Турғай өс төн вә өс көн.
Тауис бейей, ҡанат елпеп,
Теләгәндә хужаһы,
Бейей ҙә бейей, ти, өҙлөкһөҙ,
Туфлиҙары туҙғансы.
һис бер сәғәт кәрәкмәгән,
Кәкүк ваҡыт һанаған,
Тоғро кәкүк булғас,
Батша
Бер ҡайҙа һуңламаған.
һаҡлаған алтын һарайҙы
Өкө төнөн, күҙ йоммай;
Батша бик бәхетле икән —
Йәшәгән унда һомай.
Аҡҡош һаҡлаған йоҡоһон
Батшаның — баш осонда;
(Тутыйғошҡа ла туҡталмай
Булмаҫ әле ошонда).
Тутыйғош ул замандарҙа
Ап-аҡ күлдәкле булған,
Ашаған, ти, батша көн дә
Уның ғына ҡулынан.
Аш ташыған, ти, хужаға
Алтын, көмөш батмуста,
һүрәт төшөрөргә лә ул
Яратҡан — булған оҫта.
Бәхетле Батша боҙмай, ти,
Ай-ҡояштай сырайын.
Батшаның башҡа ҡоштарын
Инде һөйләп тормайым.
2
Ҡоштары менән һайрашып
Батша йәшәп ятҡанда,
Дошман яуы килеп еткән
Алтын ғына ҡапҡаға.
Алтынға ла, көмөшкә лә,
Ынйыға, гәрәбәгә
Ымһынмаған яу башлығы, —
һанамаған был байлыҡты
Ул оло мәртәбәгә.
«Бирһәң, — тигән, — ҡоштарыңды,
Ғәскәрҙе кире борам;
Бирмәһәң — тупһаң төбөндә
Сатырымды мин ҡорам».
«Юҡ! — тип оран һалған Батша, —
Ҡоштар — минең хазинам,
Ҡоштарым — тоғро дуҫтарым!
һиңә, дошман — баҙ-зиндан!»
Шулай тип әйтеүе булған,
Башланып киткән һуғыш.
Ике яҡтың да ғәскәре
Ярһып алған, ти, һулыш.
Осҡан ҡапма-ҡаршы яҡҡа
Ике яҡтан да уҡтар,
Яугирҙарҙың күҙҙәрендә
Ялтлап яна, ти, уттар.
Алыш ҡыҙғандан-ҡыҙған да,
Баштар осҡан ҡылыстан,
Бөтә йәнлек йәшеренгән
Ҡанлы был ҡурҡыныстан.
Ҡандар аҡҡан даръя булып,
Батшаның хәле бөткән,
Ә дошман ни уның йәнен
һаман өткәндән-өткән!
Бер мәл Батша нимә күрһен,
Тар-мар булған ғәскәре,
Ҡулынан ҡылысы төшкән,
Бөтөп киткән көс-кәре...
Ай!
Бер мәл Батша нимә күрһен:
Бөркөт яуға ташланған,
«Саңҡ-саңҡ!» тигән тауыштары
Ишетелгән асмандан!
Күренәме әллә күҙгә:
Ҡалтырана яу башы,
Суҡый ҡулбашын һандуғас,
Суҡый бигерәк асы!
Оса ҡара болот булып
Турғайҙарҙың бер тубы —
Яу башының башы етмәй:
Турғаймы был, убырмы?
Тауистар төштө бейергә,
Дошман күҙе ҡамаша,
Ҡаурыйҙарҙан оса уттар —
Ай, ҡурҡыныс тамаша!
Баш бутала тауышынан
Кәкүктәрҙең — улар күп!
Ҡысҡыралар бер туҡтауһыҙ:
Кәк-күк, кәк-күк!
Кә-күк-күк!
Өкөнөң күҙҙәрен күргәс,
Артҡа сүккән яу башы,
Яндырып алған йәндәрен
Өкөнөң ут ҡарашы.
Аҡҡоштар ҙа, ҡаңғылдашып,
Ташланғандар, ти, яуға,
Түҙмәй ҡасҡан дошман яуы
Аҡҡоштар ҡаңғылдауға.
һыпыртҡан, ти, дошман кире,
Алдын-артын ҡарамай,
Ҡоштарға көс биреп торған
Ҡоштар батшаһы һомай.
Ажғырынып, яу башлығы
Баҫҡан да, ти, төҙ генә,
Уғын осороп ебәргән
Төбәп батша күҙенә...
Илбаҫар йән биргән шунда —
Тыпырсына, ти, үҙе...
Ә Батшаның яраланған, —
Йә, Раббым! — ике күҙе...
Дөм һуҡырға әйләнгән, ти,
Ҡоштарҙы һөйгән батша,
Нисек йәшәр, нисек кенә
Ҡояш нурынан башҡа?!
3
Яуға инеп өлгөрмәгән
Аҡ күлдәкле Тутыйғош:
Аш яраштырған батшаға,
Башҡарған башҡа йомош.
Илаған да илаған ул,
һуҡыр ҡалған хужаһы.
Нисек кенә хужаһына
Ярҙам ҡулы һуҙаһы?!
һыҙланып ята батшаһы,
Төңөлгәндәй көнөнән.
Тутыйғош бер ҡарар ҡылған,
Ҡарар ҡылған күңелдән.
4
Сығып киткән алыҫ яҡҡа —
Ҡытай тигән бер илгә.
Дауа табырға батшаға;
«Ул тейеш, — тип, — күрергә!»
Йөҙгән саҡта ҙур карапта
Осраған бер Пират,
«Дуҫ булайыҡ, туған! — тигән,
Тутыйғошҡа ул ҡарап. —
Ҡытай тигән ҙур илде мин
Беләм, — тигән, — бик елле,
һинең менән шул ерҙәргә
Барыу бик тә күңелле».
Йөҙә торғас диңгеҙҙәрҙә,
Тулҡындарҙа сайҡалып,
Килеп еткәндәр Ҡытайға,
Торалар, ти, таң ҡалып.
Ул халыҡ, ти, ҡайҙа барма,
Сауҙагәр — аҙым һайын,
Һау-Лыҡ тигән бер ҡалаға
Еткәндәр, табып яйын.
Пират бик күп урам буйлап
Йөрөткән Тутыйғошто,
(Табып булмаҫ Пират кеүек
Башҡа бер тоғро дуҫты).
Етмеш ете көн буйына
Йөрөгәс арып-талып,
Ҡабул иткән, ти, быларҙы
Аҡ һаҡаллы Баш Табип.
Пиратҡа һис ышанмаған:
«Был, — тигән, — шикле ир-ат!»
һөйләп биргән йомоштарын
Тутыйғош менән Пират.
Аһ-зарҙарын Тутыйғоштоң
Тыңлаған да Баш Табип:
«Батшаңдың күҙен асырға
Дауалар булмаҫ табып, —
Тигән, үҙе уйға ҡалып, —
Мине ғәфү итегеҙ,
Илегеҙгә имен генә
Ҡайтып ҡына китегеҙ!»
5
Сән-Ғәт тигән ҙур ҡала ла
Бар икән, ти, был илдә,
һөйләшәләр-көлөшәләр
Сән-Ғәт тигән бер телдә.
Ҡала гиҙеп йөрөй торғас,
Пират менән Тутыйғош
Осратҡан ҙур Рәссамды,
Уныһы әйткән: «Ни йомош?»
Хәл-әхүәлен асып һалған
Ике дуҫ йәһәт кенә.
«Ҡайғырмағыҙ, — тигән Рәссам,
Уларҙы йәлләп кенә.
— Белмәйем мин әллә ниндәй
Серле-мерле дарыуҙар,
Зәңгәр күккә бағып торһаң,
Онотола арыуҙар.
Йәш үләнгә аяҡ баҫһам,
Көс керә беләгемә.
Таҙа һыуҙар эсеп алһам,
Ирешәм теләгемә.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул:
Алығыҙ, ҡәләм, ҡағыҙ.
Өйрәтәсәк һөнәренә
һеҙҙе Рәссам ағағыҙ!»
Көтөп торған кеүек шуны,
Пират менән Тутыйғош
һүрәт яһарға керешкән
Бер йәй буйы һәм тотош ҡыш.
Бумалалар һайларға ла
Айырырға буяуҙар
Өйрәнгәндәр көнөн-төнөн,
Өлгөрҙәр, түгел яйҙар.
Төшөргәндәр үлән-гөлдө,
Йылғаны ла күлдәрҙе,
Яһағандар һүрәт итеп
Ай-йондоҙло төндәрҙе.
Ҡояш көлгән һүрәттәрҙән,
һайраған, ти, ҡоштар ҙа,
Ишетелгән кеүек, имеш,
һүрәттән тауыштар ҙа.
Төшөргәндәр берәм-берәм
Хайуандарҙың һүрәтен,
һатһалар ҙа һүрәттәрен,
Сауҙагәр, ти, бирә тин.
Эш түгел дә тин-һумдарҙа,
Тутыйғош менән Пират
Бәхетле, ти, бик бәхетле,
һүрәттәренә ҡарап.
6
Ҡайтыр көн дә килеп еткән,
Ни әйтерҙәр батшаға
Дауа юҡ шул —
Табып булмай
Хатта алтын аҡсаға.
Зур Рәссамға рәхмәт әйтеп,
Ҡуҙғалғандар ҡайтырға,
Сумаҙандарында буяу,
Ул бумала, ҡатырға.
Рәссамлыҡҡа таныҡлыҡ та
Биргән Рәссам дуҫтарға,
Алып ҡайтып күрһәтһендәр
Батшаға һәм ҡоштарға.
7
Баралар, ти, бер карапта,
Баштарын ҡыҫып тотоп,
һүрәт тә яһап алалар,
Ҡуймайыҡ тип онотоп.
Йоҡоһоҙ ятҡан бер төндө
Бер уй килеп башына,
Пират Тутыйғошто йәһәт
Ултыртҡан ҡаршыһына.
— һинән башҡа ҡош яһайым,
Матурҙарҙың матурын,
Ҡиәфәтең бөтәһенең
Аласаҡ бит күҙ нурын!
— Ризамын, — тигән
Тутыйғош
Дарыуҙы ла тапманыҡ,
Исмаһам да, төҫ-башыма
Аптыраһын бар халыҡ!
Дуҫының аҡ башын Пират
Кыҙыл төҫкә буяған,
Баш икән баш: сағыу-сағыу
Булһын, тиеп уйлаған.
Ҡомас ҡыҙыл, ти, муйыны,
Ҡанатта ла бар ҡыҙыл,
Ҡуйы ҡыҙылды күргәндең
Шунда уҡ күҙе ҡыҙыр!
һары төҫ тә килешә, ти,
Ҡанаты остарына,
Йәшел төҫтө аса икән,
Буяһаң оҫта ғына.
Күк тә матур ҡойроғона,
Бик сағыу алһыуы ла.
Тутыйғош бит йәйғор булып
Уйнай диңгеҙ һыуында.
Күктән ҡояш көлөп тора,
«Сибәр ҡош!» — тип шатлана!
Бар карапта байрам бөгөн,
Бар карапта тантана.
Уйнай-көлә, бейей-йырлай
Палубала бар халыҡ,
Уртала Тутыйғош бейей, —
Барыһы ҡарай таң ҡалып.
Уйнай-көлә, бейей-йырлай
Палубала бар халыҡ,
Карап тирәләй һикерә,
Уйнап йөҙә бар балыҡ.
Ҡайтып еткән, ти, Тутыйғош
Үҙенең батшаһына,
Индермәй торғандар уны
Батшаның баксаһына.
Ят ҡош, тиеп уйлағандар
Батшаның һанаттары:
«Сыбар төҫтә буламы ни
Тутыйғош ҡанаттары?»
«Батшам! Батшам!» — тип Тутыйғош
Бер һүҙҙе ҡабатлаған,
Батша сыҡҡан баҡсаһына,
Әйтерһең, ҡанатланған.
Күктән ҡояш көлөп ҡарай,
Ә Тутыйғош — ялт та йолт:
Берсә йәйғор булып балҡый,
Бер ҡараһаң, янған ут!
Үҙе бейей, үҙе көлә,
Йыр йырлай ул: «Батшам! — тип,
Йырым менән, бейеү менән
Их, күҙеңде асһам!» — тип.
Тутыйғошҡа текләп-текләп
Талды Батша күҙҙәре!
Ҡапыл йөҙҙәре яҡтырҙы,
Төҫө-башы үҙгәрҙе!
Ҡысҡырып ебәрҙе ҡапыл,
Утта ул бештеме ни?
Тутыйғоштоң бар төҫтәре
Күҙенә төштөмө ни?
«Күрәм Һине, Тутыйғошом,
Тутыйғошом, һин — тылсым,
Бөтәгеҙҙе лә күрәм,
Күрәм, күрәм, был — ысын!»
һикерә, ти, ҡыуаныстан
Пират исемле кеше:
«Тутыйғошҡа — дуҫҡайыма
Сағыу төҫтәр килеште!
Батшаға күҙ нуры ҡайтты,
Күргәс тә Тутыйғошто!
Төҫ-башының матурлығы,
Ысынлап, ала һушты!»
Йырлайҙар, ти, бейейҙәр, ти
Ҡыуаныстан бар һарай.
Батша һәр бер кешеһенә
Тәү күргәндәй, ти, ҡарай.
Күҙенә нур ҡайтҡанына
Ышанмай тора башта,
Әйтерһең дә, һәр бер ҡошон
Тәү башлап күрә Батша.
«Йәшәһен, — тиҙәр, — Тутыйғош,
Батшаның асты күҙен!»
«Ә был йолҡош кем һуң? — тиҙәр
һеперһен бынан эҙен, —
Тиҙәр, Пиратҡа шикләнеп.
— Пират ул барыбер пират!»
Ҡыуа башлай гөлбаҡсанан
Пиратты барлыҡ ир-ат.
Тутыйғош шунда ялбара:
«Тыңлағыҙсы барсағыҙ,
Пират дуҫым арҡаһында
Күҙле булды батшабыҙ!»
Сәйәхәтен һөйләп бирә,
Түҙмәйенсә Тутыйғош,
Көн битендә ялтлай үҙе,
Әйтерһең дә, утлы ҡош.
һөйләп бөтөр-бөтмәҫ элек
Тутыйғошо Батшаның,
Пиратты күккә сөйәләр,
«Булырһың, — тиҙәр, — һин генә
Хужаһы гөлбаксаның,
һанат булырһың Батшаға,
һанаты — уң ҡанаты!
һинең кеүек хужа кәрәк,
Гөлбаҡсабыҙ ҡат-ҡатлы!»
9
Батша һаман һоҡлана, ти,
Тутыйғоштоң төҫөнә,
һоҡлана ла һоҡлана, ти,
Килә алмай иҫенә.
Ҡәләм, буяу, киндерен дә
Алдырған Батша һорап,
Сәнғәткә өйрәткән уны
Тутыйғош менән Пират.
Тутыйғоштоң, ти һүрәтен
Төшөргән Батша башта,
Тутыйғошоноң һынын да
Яһаған Батша ташҡа.
Өйрәнсектән оҫтаға ла
Әйләнгән, күп тә үтмәй,
Зур Рәссам, ти, хәҙер Батша —
Күңеле таҙа һәттәй.
Төҙөткән ул батшалығын
Яңынан, зауыҡ менән.
Матур, ти, йорттар, урамдар
һәр бер кеше һөйөнгән.
Ҡоштарына ла гөлбаҡса
Яһаған, ти, яңынан,
Инмәйенсә үтеп булмай
Был баҡсаның янынан.
Бәхетле, ти, батшалыҡта
Бөтәһе лә, Батша ла,
Осоп инәлмәй бында уҡ —
Дошман төҙәп атһа ла.
Алыҫтағы йылы илгә
Юлығыҙ һеҙҙе илтһә,
Тыңларһығыҙ, Ҡоштар унда
Сутылдаша кис-иртә.
Гөлбаҡса хужаһы Пират
Сығыр ҡапҡа төбөнә,
Башын эйеп сәләм бирер,
Бал-май яғып теленә.
Сәләмләр һеҙҙе Тутыйғош,
Ҡәҙерле дуҫы күреп;
Ҡунаҡ иткәс оҙатыр ул,
Серле буяуҙар биреп.

 


2009 йыл