Төн йөҙөндә йөрәгемде алып
Һалып ҡуйҙым тыуған тупраҡҡа,
Яуап итеп, тойҙом ер йөрәге
Һулҡылдап тибеүен шул саҡта
Туҡ-туҡ, тине минең йөрәк уға,
- Һаумы-һаумы, - тине яуапҡа,-
Дауа эҙләп ҡайтып килеүеңме,
Әллә килдең эҙләп сауаптар?!
- Юҡ, еркәйем, сауап эҙләп түгел,
Яуап эҙләп һиңә ятыуым,
Яралтҡайны Аллаһ һинең тәндән,
Яҡын ҡала һиңә ҡайтыуым.
Мәңгелеккә һиңә ҡайтырмын да -
Был донъяла бары ҡунаҡбыҙ -
Ҡылғаныма Аллаһ ни яҙғандыр,
Сауапмылыр, бәлки гонаһтыр...
Саф тупрағың миңә биргән инең,
Ҡайтарырмын ниндәй сифатта,
Саф ҡалғанмы һинән алынғаны,
Бысранғанмы, әйтсе шул хаҡта?!
- Әй әҙәмкәй, ҡара минең тәнгә -
Нәжес менән тулған түгелме,
Һыҙланыуҙан кипте күҙ йәштәрем,
Илап булмай хатта түгелеп.
Минең генә ихтыярҙа түгел
Тупрағымды таҙа тоторға,
Итәк буяр бала ғынамы ни,
Тәнем буяй әҙәм - ҡоторған.
Тормош шулай, гел әпәүләп тормай,
Әммә ниндәй һынау көтмәһен -
Бәлки тыштан бысратыусы булыр,
Күңелеңә нәжес үтмәһен.
Таҙарт йәнең,
таҙартыусы - тәүбәң,
Сәждәң өсөн булам намаҙлыҡ,
Хаҡ алдына барып баҫмаҫ әүәл
Йыуҙыртып ҡал, ҡылһаң бер яҙыҡ.
... Сәждә ҡылдым шул мәл Хаҡ алдында.
Намаҙлығым - тыуған тупрағым,
Күк йылмайҙы ҡыйпылсыҡ ай булып.
Ҡабул итсе тәүбәм, әй Хағым!