Jump to content

Күсәгилеш. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource


Күсәгилеш


Таштар телһеҙ, әммә өнһөҙ түгел,
Күпте һөйләй улар, тик ишет,
Ана, береһе - һөттәй ап-аҡ ҡына,
Ҡан заманға асты киң ишек.

Бик борондан, туфан сөңгөлөнән,
Ҡабырсаҡтан ҡалған аҡ таш ул,
Диңгеҙ төбө хәҙер - Урал һырты,
Ана шуға беҙгә яҡташ ул.

Ул киҫәтә:
«Туфан күсте генә,
Китмәне ул ташлап - мәңгегә,
Танау сөйә ине бейек үрҙәр,
Өҫтәрендә бөгөн - ләм генә.

Океан төбө тулы - сал ҡитғалар,
Атлантида ята күмеүле,
Түҙмәгәндәр ине көр тормошҡа,
Яҙмыштары хәҙер - күнеүле.

Йыуылырға тейеш ерҙең йөҙө
Ваҡыт-ваҡыт менән сүп-ҡыйҙан,
Көн менән төн төҫлө, ер менән һыу
Урын алмашалар баҡыйҙан.

Мәңгелек һәм тәүлек - кеше генә
Билдәләгән ваҡыт үлсәме,
Беҙгә - барыбер: үткән йә киләсәк,
Иртәгә ни, йәки кисәге.

Әле ҡояш мине ялтырата,
Беләм - һыуҙа бер саҡ ятырҙы,
Ҡосағына мине алыр өсөн
Туфан һыуы тағы ҡайтырҙы.

Мин табылдым һиңә һәм киҫәтәм:
Ваҡытлыса әле беҙ - өҫтә»
...Ҡулдарымда диңгеҙ ҡабырсағы -
Уралтауҙа тапҡан.

Ни төҫтә
Булыр глобус тағы миллион йылдан,
Һыу төбөнә китер ни ҡитға?!
Минән ерҙә бысраҡ ҡалмаһын тип
Хаталарҙы һалам иҫ-утҡа.

Бәлки тәүбәм, аҙға ғына булһын,
Тотҡарлатыр күрер ҡазаны.
Йән сығырға бары секунд етһә,
Йән инергә шул уҡ секунд етә -
Кисектерһен тәүбәм язаны.

Бер секундҡа әгәр мин оҙайтһам,
Оҙайтһалар йәнә бүтәндәр,
Сигә барыр кеүек заман ахыры
Юйылыр ҙа кеүек,
йыуылыр ҙа
Гонаһ тулы беҙҙең үткәндәр…
Мәрхәмәтле Аллаһ!