100%

Илсекәй – боронғо ауыл

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Илсекәй – боронғо ауыл
автор Миңһылыу Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2014. Нәшер ителгән: 2014. Сығанаҡ: М.Абдуллина. Илсекәй – боронғо ауыл. // “Йәшлек”, №88, 89, 90, - 4, 7, 9 август 2001 йыл


Илсекәй – боронғо ауыл

Хөрмәтле “Йәшлек” гәзите уҡыусылары!

Һеҙҙең алда - үҙенең тыуған ерен, ғәзиздәрҙән-ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙы йәне-тәне менән яратҡан, ата-бабаларыбыҙҙың данлы тарихы менән ғорурланып, уны өйрәнеүҙе һәм халыҡҡа еткереүҙе үҙенә маҡсат итеп ҡуйған Миңһылыу Абдуллина тигән уҡытыусының ҡыҙыҡлы бер хеҙмәте. Уның үҙенең яҙылыу тарихы бар. Автор бәләкәй сағынан өләсәй-олатайҙарының алтынға бәрәбәр һүҙҙәрен тыңлап үҫкәнлеге тураһында үҙе бик матур итеп яҙып үтә Мин бары ошо ҡулъяҙма тураһында бер-ике һүҙ әйтмәксемен. Авторҙың ниәте ҙурыраҡ ине: үҙ ауылының тарихын ул айырым китап итеп сығарырға хыяллана. Яңы материалдар менән байытып, артабан эшләй алһа, был да мөмкин һәм бик кәрәк тә булыр ине. Ләкин әле ошо көйөнсә лә Миңһылыу Абдуллинаның был хеҙмәтенең гәзит битендә донъя күреүе бик ҡыуаныслы буласаҡ. Автор унда тыуған төйәк, ырыу, ауыл тарихын өйрәнеүҙең, нәҫел-нәсәптәрҙең шәжәрәләрен төҙөүҙең бик күптәр өсөн фәһем бирерлек һәйбәт бер өлгөһөн күрһәтеүгә өлгәшкән. Бындай эштә ике мәсьәлә айырыуса әһәмиәт ҡаҙана: материалды табыу, ентекләп өйрәнеү, системаға килтереү, һәм уны төҙөк бер епкә теҙеп (сюжетҡа тиһәк тә булалыр) яҙа белеү. Материалды өйрәнеүгә килгәндә, халыҡ хәтеренә ныҡлы таянған хәлдә, яҙма, документаль сығанаҡтарҙы өйрәнеү, мәғлүмәттәрҙе бер-береһе менән сағыштырып, төпсөп сығыу, һис һүҙһеҙ, һәйбәт һөҙөмтәләр биргән.

Киләсәктә лә шулай дауам ит, Миңһылыу һылыу!

                                 Рәшит Шәкүр, философия фәндәре докторы, профессор.


Мин, Абдуллина (ҡыҙ фамилиям Фәссәхетдинова) Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы,1952 йылдың 26 июнендә (документ буйынса 5 июлендә) БАССР-ҙың Салауат районы Илсекәй ауылында тыуғанмын. Бәләкәйҙән ауыл тарихын өйрәндем, нәҫел тармаҡтары менән гел ҡыҙыҡһындым. Әле мәктәпкә лә йөрөмәгән көйөмә Мәстүрә кәтәйемә (беҙҙә өләсәйҙе шулай тиҙәр) эйәреп намаҙ уҡығанымды хәтерләйем.

Ауылыбыҙҙың килеп сығыуы тураһындағы легенданы ла бер нисә кешенең һөйләгәне буйынса яҙғайным. Башта ул мәғлүмәт документтар менән дәлилләнмәгәйне. Төп информаторым олатайым Фәссәхетдин Фәтхетдин улы Фәтхединов (1886 - 1971) булды. Мин, ул саҡта 18 йәшлек кенә ҡыҙ бала, Мәсәғүт педагогия училищеһы студенты, олатайымдан үҙебеҙҙең Һунбыҡ нәҫеле шәжәрәһен яҙып алғайным, һәм ауылдың сығышына ҡағылған легенданы ла тәүләп унан һәм кәтәйем Мәстүрә Әмерғәзе ҡыҙы Ғафарованан (1895 – 1962) ишеткәйнем.

Илсекәй ауылы тарихы, уның кешеләре, Түбәләҫтәр тураһында миңә Рәйфә Әбдрафиҡ ҡыҙы Ғафарова (1924йылғы) һәм Әҙибә Зиязетдин ҡыҙы Ғиләжева (1927 йылғы) һөйләне. Әйтергә кәрәк, ошо апайҙарҙың телмәре, һүҙҙе һүҙгә төйнәп, теҙеп кенә һөйләй белеү оҫталыҡтары хайран ҡалдырҙы. Халыҡ араһында үҫкән, халыҡ араһынан сыҡҡан тере хазина бит улар. Ҙур хөрмәткә лайыҡлылар. (* Ғәфү үтенәм, мәҡәлә 2001 йылда донъя күргән саҡта беҙҙең информаторҙар иҫән-һау ине әле, шөкөр. Шуның өсөн уларҙың үлгән даталары күрһәтелмәгән.)

Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветераны Халиҡ Әбдрафиҡ улы Ғафаров (1926 йылғы) Түбәләҫ ырыуы легендаһын тағы ла төплөрәк, тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итеп яңыртты һәм яҡтыртты.

Бер йыйында Мөрсәлимдән боронғоно яҡшы белгән Ғимран бабай Сәйетғәлин һәм беҙҙең Илсекәй ауылының абруйлы ололарының һөйләгәнен ҙур иғтибар менән хәтеренә һеңдереп тыңлап ултырған йәш егет Халиҡ ағай. Әлбиттә, был легенданы бер тапҡыр ғына ишетмәгән инде ул.

“Көньяҡтан, алыҫ-алыҫ ерҙәрҙән, килгән, ти, бер егет, көтөүҙән айырылып киткән ат өйөрөн эҙләп. Әллә берәй йыртҡыс ҡурҡытҡан, әллә сыуалыш сыҡҡанда ҡасып киткәндәр - уныһын беҙ асыҡ ҡына белмәйбеҙ.

Юғалған аттарҙы эҙләү байтаҡ ғүмерҙе алған.. Ҡуйы шырлыҡтарҙы үтә торғас, күпме тапҡыр ағастарға билдә ҡуйһа ла, усаҡ яғып ҡараһа ла, үткән юлын иҫтә ҡалдырырға бик тырышһа ла, егет аҙаша. "Ҡаратау аша килеп, Йүрүҙәнде кисеп, беҙҙең Башташ түбәләренә күскән булырға тейеш",- тип аңлаталар ине уның юлын ҡарттар, тип өҫтәп ҡуя Халиҡ ағай. Әй менән Йүрүҙән йылғалары араһында ары һуғылып, бире һуғылып йөрөй торғас, өйөрҙө таба егет.” - Хәҙер генә Минкәгә (Силәбе өлкәһенә ҡараған тимер юл станцияһы) урап йөрөйбөҙ һәм урманыбыҙҙы Урыҫ урманы, тибеҙ, - тине Халиҡ ағай, үкенгәндәй. - Элек бит Минкәгә тура юлдан 17 саҡрым булған. Ә Минкәнән Иҙрис ауылына ни бары 6-7 саҡрым булған. Борон Башташ теҙмәләренең иң бейек нөктәһе булған Аҡҡашҡа урмандары аша Иҙрис (хәҙер Краснополь тип тә йөрөтәләр), Шағанай (хәҙерге рәсми исеме Юлай), Яхъя ауылдарына тура ат юлы булған. Һәм элек Түбәләҫтәр менән Шайтан-Көҙөйҙәр, хәҙерге менән сағыштырғанда, йышыраҡ аралашҡан. Дөрөҫөрәге, туғанлашҡан.

"Шулай итеп, егет өйөрҙө таба, ләкин уны тиҙ генә алып ҡайтып китә алмай. Бәләкәй өйөр бик ҙур өйөргә әйләнгән була. Оло өйөр йөрөгән йылғаны һуңғараҡ Олойөр йылғаһы тип атай башлағандар. Егет бик теүәл итеп иҫәпләй алмаһа ла, шулай ҙа аттарҙың яҡынса һанын белә - йылға кисеүендәге бер аралыҡҡа килтереп аттарҙы өйөрә; шул аралыҡ туп-тулы булһа, аттар бөтөнөһө лә йыйылған тигән һүҙ. Әгәр ҙә аралыҡта малҡайҙар һирәгерәк урынлашһа, егет ҡайтып етмәгән аттарҙы эҙләп таба икән.

Үҙ йүнен үҙе күреп, өҫтөн-башын, тамағын ҡарап, етмәһә, ҙур өйөрҙө ҡурсалап, байтаҡ ғүмер уҙғарғас, ул, ниһайәт, аттарҙы алып ҡайтып китә, имеш. Ләкин бер күргәс беҙҙең яҡ тигән мөғжизәне, йәш кеше нисек сыҙаһын инде?! Уның күңеле ашҡына яңынан беҙҙең тарафтарға...

Мең михнәт менән ҡайтып етә егет. Юл ыңғайына әллә ҡаҙаҡтарға, әллә башҡа бер башҡорт ырыуына юлыға. Бәлки, һәләк тә булыр ине ул. тик юлбарыҫ тиреһе биреп ҡотола, ти. (Юлбарыҫ тиклем йән эйәһе килеп ҡушылғас, легенда бик боронғо булырға тейеш, тип уйламай булдыра алмайһың).

... Юҡ, ашҡына егет йөрәге! Һөйгән ҡыҙы менән аулаҡта һүҙ ҡуйышалар ҙа, өйөрҙән иң шәп аттарҙы һайлап менеп, оҙон юлға сығалар...

Килеп еткәс, һәүетемсә донъя ҡоралар. Нигеҙ ҡорғанда, йәнәһе, тәү олатайыбыҙ әйткән, ти: "Баш (тәүге) ташты һалған урын - Башташ тауы, тип аталыр, алыҫтан күгәреп ятҡан тау Күкшик булыр (Күк ишеге тип аңлатырға мөмкин), түбәһендә, ҡашҡа кеүек ағарып, ҡары күренгән бейек тау Аҡҡашҡа булыр".

Халиҡ ағай минең фекеремде дөрөҫләгән кеүек булды. Түбәләҫтәр тәү төйәкләгән урын Иҫке Ҡыштау тип йөрөтөлгән, һәм Ҡарағол менән Илсекәй араһында, Һабайылға яғында булған. Унан Күкшик тауы ла күгәреп күренгән булған. Ауылыбыҙҙың халыҡ араһында киң таралған исеме - Башташ (тауҙың исеменән сығып бирелгән), ләкин уның боронғолоғона ҡайһы берәүҙәр шикләнеп ҡарай.

Риүәйәт - ауыҙ-тел ижады гәүһәре. Һәм уны борон замандарҙа ижад иткән халыҡ. Ошо хәҡиҡәтте ер-һыу атамаларын өйрәнеүсе бик күп фольклорсылар, этнографтар: Фәнүзә Нәҙершина, Рәшит Шәкүр, Фирҙәүес Хисамитдинова, Салауат Ғәлин - барыһы ла дөрөҫләр... Риүәйәттә сағылған атаманан да боронғораҡ атама була алмай.

Легенданың аҙағы былай: "Ҡыҙын урлап алып киткән өсөн ғәфү итә алмаған атай кеше кейәүен, ҡыҙыу ҡатыш, уҡ-һаҙаҡтан атып үлтерә. Ләкин ҡыҙы атаһы менән иленә ҡайтып китергә риза булмай. - Мин ғомандымын, атай. Тыуасаҡ баламдың тыуған ере шул ер булыр. Мин бында ҡалам,- ти ул.

Шул улдан аҙаҡ алты улан тыуа. Бына шул ир-егеттәр инде Түбәләҫ ырыуына нигеҙ һалған" Түбәләҫ ырыуы легендаһының икенсе вариантын 1995 йылда миңә Илсекәй ауылында йәшәгән Сәхәүетдин Фәхретдин улы Бәҙретдинов (1918 йылғы)һөйләгәйне. (* Түбәләҫ легендаһының икенсе вариантына оҡшаған текст Яҡуп ағай Шәмсетдиновтың “Ағиҙел” журналының 2002 йылғы 2-се һанында баҫылған "Ырыуым - Түбәләҫ" тигән мәҡәләһендә урын алған. Ошо мәҡәләнең дә тексын баҫып ебәрермен бер аҙҙан).

Алты егеттең исеме нисек булған, беҙ уныһын белмәйбеҙ, уларҙың исемдәре хәҙерге ауылдар исемдәренә теүәл тап киләме, юҡмы - уныһы ла асыҡ түгел. Әгәр ҙә ул исемдәр берәмек кенә булһа, тағы бер хәл, бәхәс тә тыумаҫ ине, бәлки. Һәр ауыл тигеләй ике исемле. Башташтың икенсе исеме - Илсекәй, Түбәләҫ Арҡауылының - Ҡарағол, Нуғайҙың - Сүрәкәй, Ҡалмаҡолдоң– Мөрсәлим (30 – 80 йылдарҙа Ҡалмаҡҡол өҫтөнлөк ала ине, хәҙер Мөрсәлим атамаһы рәсми ҡулланыла), тик Урмансы менән Тирмән генә бер исемле.

Топоним йә этноним менән бәйле атамалар боронғораҡ, тиһәк, дөрөҫ булыр. Сөнки, рәсми исем булып ҡалыплашҡандары антропонимдар, йәғни старшиналар исеме, менән бәйле.

Бына шундай ҡыҙыҡлы ул - Түбәләҫ ырыуы тарихы. Уны асыҡлар өсөн миңә бик күп китап уҡырға, улар буйынса конспекттар төҙөргә, Үҙәк тарих архивындағы фондтарҙан ҙур текстар күсереп алырға тура килде.

Арҙаҡлы ғалим, тарих фәндәре докторы, акдемик Раил Ғүмәр улы Кузеевтың "Башҡорт халҡының килеп сығыуы" (М., Наука,1974) тигән китабында, мәҫәлән, башҡорт улыҫтарының иң тәүге, 1725-1726 йылдарҙа Көнгөр бургомистры Юхнев тарафынан төҙөлгән, списогы бирелә. Себер юлындағы (даруға) 11 улыҫтың береһе булған Түбәләҫ улыҫында 57 йорт булып, шунда бөтөнөһө 171 ир заты теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын-ҡыҙ иҫәбе күрһәтелмәгән. Петр I батша үлгән йылдарҙа, йәғни XVIII быуат башында байтаҡ ҡына кеше йәшәгәне күренә. Тимәк, Түбәләҫ ырыуы ауылдары XVII быуатта ғына түгел, XVI быуатта ла, хатта унан да иртәрәк донъя йөҙөндә булған, тип иҫбатлап була. Ул боронғо замандарҙа әле беҙҙең ата-бабалар йәй буйы күсеп йөрөп, ҡышлар өсөн генә тәғәйен бер урынға ҡайтҡандыр. Хатта беҙгә хәҙер таныш булған ауылдар ҙа тулыһынса формалашып бөтмәгән булғандыр. Бәлки, һәр нәҫел төркөмөнөң үҙенең тәғәйен ҡышлау урыны, шул урындың беҙҙең көндәргә килеп етмәгән атамаһы ла булғандыр, моғайын.

Р. Ғ. Кузеевтың атап үтелгән китабында урын алған 1737 йылғы төньяҡ - көнсығыш Башҡортостанының "Әйле түбәһе улыҫтары" тигән

Филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинованың "XVI - XIX быуаттарҙа башҡорт ойконимияһы" тигән китабында (Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте,1991) 1743 йылда Себер юлында 219 ауыл булған, тиелә. Ә XVIII быуат башында, яҡынса 2500 башҡорт ауылы булғанлығы билдәле... Ни өсөн ике-өс тиҫтә йыл арауығында ауылдар һаны ун тапҡырға кәмегәнлеген аңлап тораһығыҙҙыр?. Ҡараһаҡал ихтилалы ҡанға батырыла, тиҫтәләгән башҡорт ауылдары яндырыла, ер йөҙөнән юҡ ителә... "XVI - XIX быуаттарҙа башҡорт ойконимияһы" китабында XVIII быуаттағы башҡорт ауылдарының урыҫ телендә бирелгән исемлегендә "1757 йылда Троицк өйәҙе Түбәләҫ улыҫына ҡараған Ильчикаева (Ильчигулова), 1740 йылда Өфө өйәҙе Түбәләҫ улыҫына ҡараған Калмаккулова, 1765 йылда инде Троицк өйәҙе шул уҡ Түбәләҫ улыҫына ҡараған Калмаккулова (Мурсалимова) тигән, 1795 йылда Өфө өйәҙе Түбәләҫ улыҫына ҡараған Карагулова, 1765 йылда Өфө өйәҙе Тырнаҡлы улыҫына ҡараған Сирюкаева (Нуғай), 1786 йылда Троицк өйәҙе Түбәләҫ олоҫона ҡараған Терменева (Тирмян-аул), 1765 йылда Өфө өйәҙе Түбәләҫ улыҫына ҡараған Урманчина ауылдары күрһәтелгән. Был материалдарҙы, әлбиттә, Ф. Ғ. Хисамитдинова төрлө архивтарҙа оҙаҡ эҙләнеп ултырып тапҡан. Ни тиклем көсөргәнешле хеҙмәт был! Ғилми эҙләнеүгә тамсы ғына ҡағылышлы кеше лә бының ни тиклем ҡыйын эш икәнен аңлар...

Ф. Ғ. Хисамитдинова үҙенең хеҙмәтендә шулай уҡ ауылдарҙың атамаларына аңлатмалар ҙа биргән. Мәҫәлән, Алькина (Аликаева) йәки Шайтан-ауыл беренсе тапҡыр 1739 йылдағы яҙыуҙа иҫкә алына. 1740 йылдағы документтарҙа Шайтан-Көҙөй улыҫы старшинаһы Әлекәй Ҡаракөсөков (Каракучуков) иҫкә алына. Тимәк, Әлкә ауылының боронғо исеме - Шайтан-ауыл, этноним, ырыу атамаһына барып тоташһа, Әлкә тип танылыу алғаны старшина Әлекәй исеме менән бәйле булып сыға. Шул уҡ улыҫтың Юлай ауылы үҙ исемен 1709 йылда уҡ иҫкә алынған Шайтан-Көҙөй улыҫы старшинаһы Юлай Ҡалынбаев исеменә бәйләй ала икән. Тимәк, хаталанмаҫ кәрәк: Юлай ауылының исеме Юлай Аҙналин исеменән сыҡҡан, тип раҫлау дөрөҫлөккә тап килмәй.

Рәсми документтарҙа 1757 йылда иҫкә алынған тыуған ауылым Илсекәйҙең (1894 йылда Пермь яғынан килгән урыҫтарҙың утары барлыҡҡа килгәндән һуң уны Башҡорт Илсекәйе тип йөрөтә башлайҙар) атамаһын Ф. Ғ. Хисамитдинова Түбәләҫ улыҫы старшинаһы Илсекәй Биктуғанов исеме менән бәйләй.

Шул уҡ 1757 йылда Түбәләҫ улыҫына ҡараған Ҡалмаҡҡолда старшина Ҡалмаҡҡол Күҫәкбаев, старшина ярҙамсыһы Ғәбделфәйез Мөрсәлимов йәшәгән. Ә инде1814 йылға тиклем йорт старшинаһы Мөрсәлим Ҡалмаҡҡолов булһа, ул үлгәс, йорт старшинаһы итеп уның улы Ҡунаҡкилде Мөрсәлимов ҡуйылған. 1816 йылда отставкалағы старшина ярҙамсыһы Ғәбделхалиҡ Мөрсәлимов һәм старшина ярҙамсыһы булып йөрөгән Ҡунаҡкилденең бер туғаны Хисамитдин Мөрсәлимов йәшәгән.

Урмансыла 1816 йылда 81 йәшлек Әүжән һәм 56 йәшлек Аҡмырҙа Урмансиндар телгә алына. Улар старшина ла булмаған булыуын. Шулай ҙа нисектер ауыл исеме менән бәйле уларҙың фамилиялары. Улай тиһәң,1816 йылғы рәүиз исемлегендә "81 йәшлек Илсекәй Биктуғанов 1812 йылда үлеп ҡалды" тиелә. Ә бит заманында, 1773-1775 йылғы ихтилал баҫтырылғас, Илсекәй Биктуғанов старшина вәкәләттәрен башҡарған. Әүжән Урмансин - Илсекәйҙең тиҫтере, һәм XVIII быуат аҙаҡтарында уның да старшина булып йөрөүе бик мөмкин.

Сүрәкәй ауылында 1816 йылда 56 йәшлек Мәжит Сүрәкәйев күрһәтелгән.

Мин, әлбиттә, бер һүҙһеҙ, тәүге олатайҙың ҡайһылыр бер улы Илсекәй исемле булған, һәм ул беҙҙең ауылға нигеҙ һалған, тигәнгә риза булыр инем. Әммә Илсекәй Биктуғанов старшина булғанға тиклем дә беҙҙең ауыл булған, унда кәм тигәндә 10 ғаилә булған, төрлөһө төрлө фамилия йөрөткән. Иғтибар итегеҙ әле: башҡорттар ул ваҡытта фамилияларын атай исеменән алған. Олатайҙарҙың исем-фамилияһы ваҡыт үтеү менән бөтөнләй юғалыр ҙа ине, бәлки. Ярай әле халҡыбыҙҙың гүзәл бер йолаһы бар - ете быуынға тиклемге олатайҙарҙың исемен, шәжәрә белеү. Шуға ла хатта тиҫтәләгән быуын олатайҙарыбыҙҙың исеме онотолмай һаҡланып килә, шөкөр.

1816 йылғы 7-се рәүиз һәм 1834 йылғы 8-се рәүиз материалдарын (Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт архивы. Ф.и.-138, опись 2, дело 345, дело 485) үҙ күҙем менән күреү бәхетенә ирештем. Һәм, тулҡынлана-тулҡынлана, ҡиммәтле мәғлүмәттәрҙе күсереп алдым. Онотолмаҫ кисерештәр, хис-тойғолар тантанаһы ине был, бөйөк тарих менән һөйләшә инем мин!

Халиҡ ағай, ауылыбыҙҙың боронғо исеме Башташ, ти. Элек беҙҙең ауыл Һабайылға буйында урынлашҡан һәм ул урынды һуңғараҡ Иҫке Ҡыштау тип йөрөткәндәр. Был урынды Түбәләҫ Арҡауылы (Ҡарағол) ауылы кешеләре "Кесерткәндек", тип тә атайҙар. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: Тырнаҡлы ырыуына ҡараған Лағыр ауылының борон ултырған урынын һ. б. күп башҡорт ауылдарының тәү нигеҙҙәрен Иҫке Йорт тип йөрөтәләр. Хәҙер беҙҙең Илсекәй ауылы Сағандың Һикеяҙға (Әйҙең ҡушылдығы) ҡойған ерендә урынлашҡан. Һикеяҙ йылғаһын беҙҙең ауылда Арғыйылға тип кенә йөрөтәләр.

Илсекәй Биктуғанов Салауат Юлаев етәкселегендәге азатлыҡ көрәшендә ҡатнаша. Ихтилал ағымына беҙҙең ауылдан тағы ла Әбдеш Таҡил, Аҡһары Йосопов, Тимәт Иштуғанов, Ҡалмаҡ Көҫәпәев, Биҡҡол Тәүешев, Назарғол Балтасов, Сәфәр Смаҡов, Күсәш Мишәров, Монас Биктуғанов ҡушыла.

Халиҡ ағай Илсекәй тураһында тулҡынландырғыс хикәйә һөйләне. Ихтилал баҫтырылғас, ауылдаштары Илсекәйҙе яҡлап алып ҡалғандар. "Был бит Илсекәй, ә Илсеғол түгел. Илсеғол ҡаҙаҡ ине, ул ҡасып китте. Илсекәй һуғышта ҡатнашманы", - тигәндәр.

Карателдәр, халыҡ уларҙы "обжорный команда", ҡырғындар, тип атаған, оҙаҡ ятҡан ауылдың елеген кимереп. Ҡөрьән һәм башҡа ҡәҙерле китаптар, кәрәкле ҡағыҙҙар яндырыла, ҡатын-ҡыҙҙарҙың затлы биҙәнеү әйберҙәре талана. Халыҡ берҙәм булған өсөн, төрлө золом күрһә лә, ауылыбыҙ яндырылмай, тере ҡалғандыр ҙа. "Хәҙер Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бағышланған мемориаль плита урынлашҡан ерҙә, мәҙәниәт йорто янында, ошо ғәскәрҙе ашатыр өсөн яғылған усаҡ урыны беҙ бәләкәй саҡта ла әле үлән үҫмәй, беленеп торҙо,- тине Халиҡ ағай. - Аҙаҡ та, совет власының тәүге йылдарында, ошо урында общепит аштары бешерә торғайнылар. Элекке мәсет ихатаһы ине ул. Һуңғараҡ ошо йортта өс тиҫтәнән ашыу йыл дауамында Илсекәй башланғыс мәктәбе эшләне.

...Ҡырғындарҙы халыҡ үҙ елкәһендә аҫыраған: атын, кейемен биргән, ашатҡан, эсергән. Етмәһә, уларҙың мәсхәрәләү, мыҫҡыл итеүҙәрен, тешен ҡыҫып, түҙеп үткәргән.” Һүҙемдең һуңында үҙем күсереп алған архив материалдарына байҡау яһамаҡсымын. 1816 йылда беҙ Ырымбур губернаһының Троицк өйәҙе 4-се Башҡорт кантонының 2-се Урал аръяғы командаһының Түбәләҫ улыҫына ҡарағанбыҙ. Команда башлығы - 14-се класлы кантон ярҙамсыһы Ҡолһарин була. Ә йорт старшинаһы - Ҡунаҡкилде Мөрсәлимов. Өс ауылда - Ҡалмаҡҡолда, Илсекәйҙә, Урмансыла ирҙәр һаны - 143, ҡатындар һаны - 145 була (Ф.и.-138, опись 2, дело 345 һәм дело 485).

Боронғо ауылдаштарымдың исемдәре генә ни тора һәм ниндәй матур! "Аманғол Дәүләтбаев, 40 йәштә. Уның ҡатыны - Шәрифә, 30 йәштә. Улдары - Иштимер, Әбдрәхим, Ғәбделсәлих, ҡыҙҙары Гөләмдинә (урыҫ боҙоп яҙған: Кулямдина тигән)".

"Фәйзулла Бәширов, улдары - Иҫәнбирҙе, Шәйехзада..."

Бөтәһе 19 ғаилә йәшәгән. Шуларҙың араһында мине бик ҡыҙыҡһындырғаны - Яңыбирҙе Мамыҡҡолов һәм уның улдары - Хәбибулла, , Шулай уҡ Ҡалмаҡ Көҫәпәйев. Ҡалмаҡтың ҡатыны Әлимә Шанданова, улдары - Аҡкөбәк. Аҡкөбәктең ҡатыны Зөләйха, уларҙың улдары Исмәғил тип яҙылған (ә 1834 йылғы рәүиз материалдарында оло улы Исламғол тиелгән), ҡыҙҙары Динә һәм Сәхибә.

                                (*Һунбыҡ нәҫелемдең олатайҙары).                                         

Илсекәй Биктуғанов 1812 йылда 76 йәшендә үлгән, тигәйнек. Илсекәйҙең улдары - Абдрахман, Иҫәнғәзе, Абдрахмандың улдары, Илсекәйҙең ейәндәре - Тимербулат, Ғәбделкәрим. Илсекәйҙең ҡатыны үҙенә ҡарағанда күпкә йәш. 1816 йылда уға 45 йәш булған. Күренеп тора, Ширшенәйә Илсекәйҙең тәүге ҡатыны булмағандыр. Илсекәйҙең улы Абдрахман 1812 йылда үлгән, тиелгән. Ватан һуғышында үлгәнме икән?

Абдрахмандың Ишмөкәрәмә исемле ҡыҙы бар, уға 10 йәш.

12 йәшлек Таймаҫ Ҡасҡынов әсәһе Ҡәнифә Шәкүрова һәм энеһе Зәйнәш менән көн күрә. Мин Таймаҫ исеменә иғтибар итәм, сөнки ошо фамилияны йөрөткән кешеләр беҙҙең ауылда хәҙер ҙә бар.

1834 йылғы 8-се рәүиз материалдары буйынса, беҙҙең ауыл 4-се Көнбайыш Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙенең 2-се йортона ҡараған. Йорт старшинаһы Төхөтулла (исеме боҙоп яҙылғандыр) Рәсүлев командаһына шулай уҡ Ҡурғашйылға, Сәмәр, Аҙнабай, Ҡалмаҡҡол, Урмансы, Сүрәкәй, Тирмән һәм, әлбиттә, беҙҙең Илсекәй ҡараған.

Ә Ҡарағол ауылы ҡайҙа? Ҡарағол ул ваҡытта, Шағанай, Яхъя, Иҙрис, Лағыр ауылдары менән бер рәттән, 8-се Башҡорт кантонына ҡараған икән. 1834 йылғы исемлектә бер олатай Аманғол, тип түгел, Юманғол Дәүләтбаев, тип бирелә. Ә инде Дәүләтбаевтың улы Иштимерҙең фамилияһы Иманғолов булып киткән (исемдәрҙе боҙоп яҙыу бик йыш осрай, тимәксемен). Иштимерҙең ҡатынының исеме Вазифа.

Яңыбирҙе Мамыҡҡоловтың тәүге ҡатыны үлгән, икенсе ҡатыны Сәхибә менән йәшәй. Үҙенә - 68, ҡатынына – 25 йәш. Йәш ҡатынынан 6 йәшлек Иҙрис исемле улы бар. Улы Хәбибуппаның ҡатыны – Һитсә исемле.

Олатайым Фәссәхетдин һөйләүенсә, беҙ - Һунбыҡтар. Ул Мамыҡҡол, Аҡкөбәк олатайҙарыбыҙ тураһында һөйләй торғайны. Ысынлап та, 1834 йылғы рәүиздә Аҡкөбәктең улдары - 21 йәшлек Исламғол, 15 йәшлек Хисмәтулла, 12 йәшлек Ғиззәтулла, 5 йәшлек Мөсәләм теркәлгән. Кинйә улдары Мөсәләм сабый көйө үлеп ҡалған.

Өлкән улдарынан хәҙерге көндә Илсекәйҙә йәшәүсе Һунбыҡтарҙың тармаҡтары барлыҡҡа килгән: Фәхретдиновтар, Ғиләжевтәр, Шәрәфетдиновтар, Фәссәхетдиновтар (Фәссәховтар), Төхвәтуллиндар, Заловтар, Мөхәмәтйәновтар.

Мамыҡҡол - 1700

Көҫәпәй - 1720, фамилияһы Мамыҡҡолов, тип фаразлайыҡ.

Ҡалмаҡ Көҫәпәйев - 1736 -1812 (Салауат етәкселегендәге яуҙа ҡатнашҡан, юғарыла атап үтелгән башҡа олатайҙар менән). Аҡкөбәк Ҡалмаҡов - 1785 - 1828 Уның улдары: 1. Исламғол Аҡкөбәков -1813 2. Хисмәтулла Аҡкөбәков - 1819 - 1871 3. Ғиззәтулла Аҡкөбәков -1822 4. Мөсәләм - 1829 (сабый саҡта үлгән)

(* Бөгөн, 2016 йылдың 17 ғинуарында, Лига Тюркских Народов (ЛТН) тигән группала Нурдана Дивергент исемле ханым "Племенные и родовые подразделения башкир" тигән мәғлүмәтен урынлаштырған. Тышлығында милли кейемдәге башҡорттарҙың боронғо фотоһы ҡуйылған. Шуның буйынса табырһығыҙ. XV бүлектәТабын ҡәбиләһенә туҡтала.

Ҡыуаҡандар ҙа Табын ҡәбиләһенең символдарын ҡулланған: ағасы, тамғаһы, ҡошо бер төрлө. XVI. Ҡыуаҡан ҡәбиләһенә ингән ырыуҙар:

1. Йылан-ҡыуаҡан ырыуы 2. Ҡырҡөйлө- ҡыуаҡан ырыуы 3. Һатҡы-ҡыуаҡан ырыуы 4. Сәғит-ҡыуаҡан ырыуы 5. Тау-ҡыуаҡан ырыуы 6. Түбәләҫ-ҡыуаҡан ырыуы )

Аҡкөбәк олатайыбыҙҙың хәләл ефете Зөләйха, Исламғол олатайҙың - Сибәрбикә исемле булған. 1834 йылда Сибәрбикәгә 17 генә йәш булған. Аҡкөбәк олатайҙың берҙән-бер ҡыҙы Фәрхизә исемле.

Илсекәй старшинаның нәҫеленә ҡаныҡҡан батша ярандары. 1834 йылғы исемлектә, Илсекәйҙең кесе улы Иҫәнғәзе Илсекәйев - 33 йәштә һәм Илсекәйҙең ейәндәре - Тимербулат Абдрахманов - 29 йәштә, Ғәбделкәрим - 18 йәштә. Улар 1830 йылда "насар тәртиптәре өсөн (за худое поведение)", тип Өфө өйәҙе 8-се Башҡорт кантонына күсерелгәндәр, тип яҙылған. Көрәшсе ҡандары тынғылыҡ бирмәнеме уларға, башбаштаҡ булдылармы, әллә, тыныс йәшәһәләр ҙә, был аҙым батша властары тарафынан көрәшсе тамырын үҙ ерлегенән айырыу маҡсатында эшләнгәнме? Төрлөсә уйларға була...

Рәйфә Ғафарова әбей иҫләүенсә, уларҙың Ғафар олаталарынан төптәрәк Таймаҫ тигән олаталары ла булған, шикелле.

Таймаҫ Ҡасҡынов 1834 йылда инде 29 йәшлек ир-егет булып, Зөлхизә исемле кәләше менән Сәфәр, Ғәбделғафар, Йәғәфәр тигән улдар үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сәфәр менән Йәғәфәр, шулай уҡ Таймаҫтың бер туған энеһе Зәйнәш бала саҡта уҡ гүр эйәһе булған. Әгәр ҙә 9-сы, 10-сы рәүиз материалдарын табып булһа, Ғәбделғафарҙың нәҫел башы, ата-бабалары асығыраҡ билдәләнер ине.

( * Был мәҡәлә баҫылып сыҡҡандан һуңғараҡ миңә Крәҫтиән һуғышында ҡатнашҡан Тәүеш улы Биҡҡолдоң аҙаҡ Урмансыла йәшәгәнлеге билдәле булды. Бына ҡайҙан килеп сыҡҡан икән Урмансы Тәүештәре?! Халиҡ Абдрафиҡ улы Ғафаров ағай ҙа, минең Мәстүрә кәтәйемдең атаһы Әмерғәзе Ғафаров олатайыбыҙ ҙа Тәүеш затынан бит.)

Шулай уҡ беҙҙең ауылда Тимерәк нәҫеле бар. 1834 йылғы исемлектән күренеүенсә, 1832 йылда күрше Урмансынан күсерелгән элекке указлы мулла, ахун Ҡорманғәли Тимрәков тигән кеше, ни сәбәп менәндер, атап үтелгән юғары дини дәрәжәнән мәхрүм ителгән?! Дөрөҫ исеме Ҡорбанғәлиҙер инде. Уға 52 йәш. Ике ҡатыны бар: Сәхибьямалға - 41йәш, Мәхүбьямалға - 39 йәш. Тәүге ҡатынынан 18 йәшлек Ғәйнитдин, 15 йәшлек Бәхтиәр, 9 йәшлек Мөхтәр, 13 йәшлек Ғәрифә, 8 йәшлек Ғәфифә, 3 йәшлек Хәбибә, һәм икенсе ҡатынынан 14 йәшлек Гөлйыһан, 8 йәшлек Фәрхизә тигән балалары булған. Хәҙерге көндә беҙҙең ауылда Тимерәк нәҫеленә Ҡорбанғәлиевтар, Бәҙретдиновтар, Таймаҫовтар ҡарай.

Уҡытыусы Зифа Абдуллина (Хәбибуллина)ның шәжәрәһе түбәндәгесә (уның ҡарт өләсәһе Тимерәк нәҫеленән булған):

Исмәғил -Тимерғәле –Ҡорбанғәле Ҡорбанғәленең улдары: 1.Ғәйнетдин-1816 йылғы 2.Бәхтиәр-1819 йылғы 3.Мөхтәр-1825 йылғы (тыуған йылдарын архив материалдарынан белдем).

Рәүиз материалдарында күп кенә ир-егеттәрҙең исемдәре өҫтөнә “служ.” тигән билдә ҡуйылған. Был инде хәрби хеҙмәткә мөнәсәбәтле булыуҙы аңлаталыр (кантон системаһы башҡорттарҙы хәрби сословиеға әйләндергәне билдәле). Илсекәй ауылында тағы ла Ҡыуыҡтар һәм Һарүҙәктәр тигән нәҫелдәр бар. Уларҙың да шәжәрәһе төҙөлгән. (* 1995 йылдың 29 апрелендә Илсекәй мәҙәниәт йортонда бик ҙур сара – Шәжәрә байрамы ойошторҙоҡ. Байрамға бөтөн нәҫелдәрҙең дә шәжәрә ағастарын төҙөгәйнек).

Мине боронғо нәҫелдәребеҙҙең исемдәре һоҡландырҙы. Ниңә ошо исемдәрҙе хәҙер ҡушмаҫҡа?! Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ исемдәре һоҡландыра: Гөлзифа, Гөлистан, Мәймүнә, Сәфәрбикә, Баҙыян, Мәрғүбә, Мәхмүзә, Һауа, Шәкәрбикә, Гөлзаһира, Гөльятар, Гөлбостан, Гөлмиңлевафа, Гөльямал,Ҡаҙбикә (Ҡыҙбикә), Сәғиҙә, Яубикә, Гөлбәғиҙә, Гөлфирүзә, Жәмғиә, Маянһылыу, Гөлнәзирә, Байбикә, Гөлбәһирә, Мөхибә, Гөлзәбихә, Ҡәләмбикә...

1816 йылғы рәүиз материалдары буйынса, Илсекәйҙә 19 ғаилә йәшәгән тигәйнек, ә бына Ҡалмаҡҡолда 15 ғаилә теркәлгән. Шулай ҙа Ҡалмаҡҡолда кеше һаны күберәк сыға, сөнки ғаиләләрҙә күп ҡатын алыу йышыраҡ осрай һәм, шулай булғас, балалар һаны ла күп була. Отставкалағы старшина ярҙамсыһы Ғәбделхалиҡ Мөрсәлимовтың (44 йәштә), мәҫәлән, өс ҡатыны булған. Ләкин 40 йәшлек Сәхибәнең дә, икенсе ҡатыны 37 йәшлекХәжәрҙең дә балалары булмаған, ахыры. Өсөнсө ҡатынының исемен урыҫ, боҙоп, Усузбика тип яҙған – Осһоҙбикәме икән, Өсйөҙбикәме икән, аңлашылмай. Уға 27 йәш. Ғәбделхалиҡҡа Гөлһусара(Казузара) тигән ҡыҙ, Ғәбделғәзим тигән ул бүләк иткән дә бит, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бәпес сағында уҡ яҡты донъянан киткән.

Ә бына 62 йәшлек Байғәзе Собханғоловтоң ғаиләһеҙур. Беренсе ҡатыны, 60 йәшлек Үтәбикәнең балалары юҡ, ахыры, ә икенсе ҡатыны, 50 йәшлек Малбикәнең 30 йәшлек улы есаул Фарбай, 24 йәшлек Юламан, 19 йәшлек Хужа, 18 йәшлек Ишбирҙе, 14 йәшлек Ишхужа һәм 12 йәшлек ҡыҙы Гөлнәҙекме икән, Гөлнәйәүекме (Кулнаяук тип яҙылған) бар. Фарбай һәм Миржандың(Моржан тип яҙылған, әллә Мәрйенме икән?), ихтисам, Динислам тигән улдары, Мәреүәт һәм Мәхипьямал тигән ҡыҙҙары бар. 24 йәшлек Юламанға Гөлбаһира исемле 12 йәшлек кәләш алып биргәндәр, ирҙең һеңлеһе Гөлнәҙек еңгәһенең тиҫтере. Ышанырлыҡ та түгел.

1834 йылғы рәүиз материалдары буйынса, 4-се Көнбайыш Башҡорт кантоны Троицк өйәҙенең 2-се йортона ҡараған 8 ауылда бөтөнөһө 587 ир, 630 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

Бына ошо кешеләрҙең, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың, инә-ҡәртнәйҙәребеҙҙең йәшәү рәүешен, уларҙың әҙәплелеген,тормош һынауҙарына сыҙам булыуын күҙ алдына булып йәшәйек. Башҡорт халҡының бөйөклөгөн раҫлайыҡ. Бынан 180 – 160 йыл элек еңелдән булмағандыр. Ауыр булған уларға, ләкин ярым күсмә тормоштоң ыңғай яҡтары ла булған: улар араҡы эсмәгән, ҡолаҡтары тонорлоҡ ҡырағай көйҙәр тыңламаған, ә яғымлы ҡурайын, ҡумыҙын тартып, моңло көйҙәрен көйләп, буҙа, ҡымыҙ тәмләп, таҙа һауа һулап, саф шишмә һыуҙарын эсеп көн күргән. Аҡылын, әүлиәлеген иҫ киткес ауыҙ-тел ижадында сағылдырған халҡыбыҙ.

Булыр илдең балаһы бер-беренә, батыр, тир,

Булмаҫ илдең балаһы бер-беренә, бахыр, тир.

Ишетегеҙ шул һүҙҙәрҙе, асылын аңлағыҙ, ата-бабалар аманаты бит улар! Йәшәйек батыр булып! Бахыр булып, бөлөп ҡалмайыҡ...



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.