Мәсетле йырҙары (йыр)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Беҙ — Мәсетле!



Гөлсөм Хөсәйенова һүҙҙәре, Хәй Ибәтов көйө

Беҙ Мәсетле, Беҙ Мәсетле,
Йәмлә Әй буйҙарынан;
Беҙҙе иҫкә алырһығыҙ
Мәсетле йырҙарынан.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!

Эшсән халыҡ тигеҙ йәшәй
Беҙҙең Совет илендә.
Ильич лампалары яна
Мәсетлеләр өйөндә.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!

Әй йылғаһы буйҙарында
Йәй көндәре күңелле,
Мәсетлеләр йырлағанда
Дәртләндерә күңелде.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!

Беҙҙең йәштәр эшкә бара,
Гөрләй колхоз ҡырҙары;
Үҙе эшсән, үҙе матур
Егеттәре, ҡыҙҙары.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!

Беҙҙең йәштәр ял иткәндә
Яңғырап тора йырҙары.
Алһыу йөҙлө, ҡара күҙле,
Егеттәре, ҡыҙҙары.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!

Мәсетленең егеттәре
Бейергә, йырға оҫта.
Дошман сикте боҙа алмаҫ,
Улар торғанда һаҡта.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!

Әй буйҙары йәмле була
Елберҙәгән тал менән
Мәсетлеләр маҡтаналар
Эштә алған дан менән.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!



Йырҙың тарихы