Page:Rashida kniga.pdf/9

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Беҙҙең эраға тиклемге осорҙарҙа Көньяҡ Уралдан күсеп китеүсе һинд-иран телле арий ҡәбиләләре тыуҙырған Буддизм динендә лә «прана» - Йыһандан һулаған һауа - аңды уятыу­ сы, күтәреүсе, хәрәкәткә килтереүсе көс һанала. Тимәк, этимо­ логия йәһәтенән «рух» - күп халыҡтар мәҙәниәте өсөн уртаҡ берәмек. Кешелек донъяһының барлыҡҡа килгән тәү осоронда дөйөм мәғәнәгә эйә булып, дәүерҙәр үтеү менән, тармаҡланып, фономорфологик үҙгәрештәр генә кисергән һүҙ булып сыға. Шуға күрә лә был һүҙҙең тәүге мәғәнәһе - дини ҡарашса, кеше һәм башҡа йән эйәләрен мәңге тере итә торған үлемһеҙ башланғыс, йәғни кешене юғарыға, бөйөклөккә әйҙәүсе көсҡеүәт. Фәйләсүфтәрҙең аныҡлауынса, материалистик фәлсәфәлә «рух» - юғары үҫеш кимәлендәге матдәнең үҙенә генә хас сифаты булған аң-фекер. Идеалистик фәлсәфәлә «рух»ты бөтә нәмәнең, күренештәр­ ҙең нигеҙендә ятҡан матди булмаған башланғыс тип атайҙар. Рух - беренсел, матдә икенсел тигән идеалистик ҡарашты, динде инҡар иткән йәмғиәттә йәшәп, ниндәй көрсөккә килеп терәлгәнебеҙҙе үҙебеҙ ҙә беләбеҙ. Матди һәм рухи байлыҡҡа ынтылыуҙың һөҙөмтәһе тураһында замандашыбыҙ, Ьиндостандың аҡыл эйәһе Бхагаван Шри Раджништың бер риүәйәте иҫкә төшә. «Эгәр матди байлыҡ символы - алтын тәңкә ҡулы­ ғыҙҙа саҡта, усығыҙҙы аҫҡа ҡаратып асҡан килеш, уны төшөрөп ебәреүҙән, юғалтыуҙан һаҡлай алыр инегеҙме? Шул уҡ тәңкәне тотҡан усығыҙҙы өҫкә ҡарай асһағыҙ, һеҙҙең байлығығыҙға юғарынан берәй көс янаймы?» Был ябай миҫал нимәгә ишафалай һуң? Донъя малы арты­ нан ҡыуған әҙәмдең теләк-ниәттәре тәмле ашап-эсеү, төҙәнеүбиҙәнеү, кәйеф-сафа ҡороу кеүек ихтыяждарҙы ҡәнәғәтлән­ дереү менән сикләнә бара. Фәҡәт ошо күрһәткестәр буйынса ул башҡаларҙан өҫтөнлөк алырға ынтыла. Байлығынан яҙыу ҡурҡынысы уны тынысһыҙға, һаранға, уҫалға, ваҡсылға әйләндерә. Нәфсеһе артҡан һайын, кешеләргә ышанмаусанлыҡ сифаты ла үҫеп, йәмғиәттә йәшәп тә «айырымлыҡ, яңғыҙлыҡ» сиренә юлығыр ундай бәндә. Был - бөгөнгө заманға хас күре­ неш, үкенескә күрә. Замана сетерекле, әлбиттә, әммә ләкин кире йоғонто яһаусы телевидение, радио, гәзит-журналдарҙан туҡтауһыҙ ағып торған «матдилаштырыусы» мәғлүмәт ҡойоно­ нан ҡурсаларлыҡ көс нимәлә һуң? 8