Page:Rashida kniga.pdf/8

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

1. ИНЕШ ҺҮҘ РУХ - МИЛЛӘТТЕҢ ЙӘШӘҮ КӨСӨ «Ул бойороғо менән ҡолдарынан теләгән берәүгә фәрештәләр менән р у х индерә». «Ән-Нәхл» («Бал ҡорттары») сүрәһе, 16:2

«Халыҡтың рухы ни тиклем бай, аңы юғары икән, илдең ҡеүәте лә шул тиклем көслөрәк була» тигән аҡыллы фекер менән килешмәй булмай. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа «рух», «рухлы», «рухи», «рухиәт» тигән һүҙҙәр төрлө даирәләрҙә бик йыш ҡулланыла һәм улар иғтибар үҙәгендә. Ә нимә һуң ул рух? Кем ул рухлы кеше? Ниндәй тәрбиә ул рухи тәрбиә? Ҡайҙа ул рухи донъя тигәндәре? Рух азатлығы нимәлә? Мил­ ләттең йәшәү көсө сығанаҡтарын өйрәнеүсе алдынғы ҡарашлы йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдарҙан башлап, дин әһелдәре, мәктәп уҡытыусыларына тиклем, был төшөнсәләргә ҡарата үҙҙәренең ҡараштарын матбуғат биттәрендә, зәңгәр экрандарҙа даими белдерә килеүҙәре бик ваҡытлы һәм әһәмиәтле, әлбиттә. «Күмәкләгән яу ҡайтарған» тигән фекерҙән сығып, беҙ ҙә ошо әлкәгә үҙебеҙҙең өлөшөбөҙҙө индерергә ҡыйыулыҡ иттек. Бының өсөн халыҡ ижадының иң боронғоларҙан һаналған төрҙәренә, ер-һыу атамалары тарихына, кеше исемдәренә, ҡурай феноме­ нына башҡа күҙлектән байҡау яһалды, бәлки, сәйерерәк тойолорҙай фекерҙәр тәҡдим ителде. Башҡорттарҙың исламғаса булған осорҙа, уларҙың әруахтар аша тәңрегә табыныуы билдәле. Иудаизмда «руах» донъяны барлыҡҡа килтереүсе Илаһтың һулышы, тыны мәғәнәһендә ҡулланыла. Христиандарҙың «дух», «воздух», «духовность», «одухотворенность» тигән һүҙҙәр теҙмәһе лә осраҡлы түгел. 7