Page:Rashida kniga.pdf/76

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

булыуын фараз итергә генә ҡала беҙгә... Ләкин ошо миҫалдан һәм уға оҡшаш бихисап хәл-ваҡиғаларҙан шуны беләбеҙ: Урал, башҡорт, ҡурай төшөнсәләре бер-береһенән айырылғы­ һыҙ. Ҡурай - ысын мәғәнәһендә башҡорт өсөн тыуған ер, тәбиғәт бүләге, Урал тауҙарын йәнтөйәк иткән ата-бабалары­ быҙҙың рухи мираҫы. Ҡурай үләненең тик ошо ерҙе генә үҙ итеүе - үҙе бер мөғжизә. Э көҙгө һалҡындарҙан һулыған үләндәр араһында ҡояштай сатыры менән ғорур баҫып торған һабаҡ үҙе - мәңгелек символы. Шул ҡыу һабаҡты ҡырҡып алып, көпшәһе аша тын өрөп, тәбиғәттең үҙе кеүек мәңгелек моң яралтыу - икенсе мөғжизә. Өсөнсө мөғжизә - сал тари­ хыбыҙ дауамында бер ниндәй ҙә ваҡыт һәм ара һынауҙарының башҡортомдо ҡурайынан айыра алмауы.

Был тәбиғи үҫемлектең тажында саталары күпме булһа, шунса асылмаған серҙәрен, мөмкинселектәрен һаҡлай ҡурайы­ быҙ. Ҡурай көпшәһенең тейешлеһен һайлап, ҡырҡып алыу, тишектәрен дөрөҫ итеп уя белеү, улар аша моң ҡойоу алым­ дарын оҫталар өйрәнсектәренә быуындан быуынға тапшыра килгән. Уның тураһында әкиәттәр, риүәйәттәр телдән телгә күсеп, беҙҙең көндәргә килеп еткән. Йырсылар һәм сәсәндәр, ҡурайҙы данлап, йырҙар, ҡобайырҙар ижад иткән. Ғалимдар уны ботаника, этнография, тарих, сәнғәт күҙлегенән тәрән өйрәнеп, ғилми хеҙмәттәр, уҡыу әсбаптары яҙған. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә лә ҡурай тураһында әленән-әле ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәттәр баҫылып тороуы халыҡтың рухи мираҫыбыҙға ихтирамының һәм иғтибарының кәмемәүен күр­ һәтә. Борон-борондан һабантуйҙарҙа, төрлө йыйындарҙа ал бирмәгән иң оҫта ҡурайсылар нисек итеп дан яулаһа, бөгөнгө көндә лә ошо йоланың республика кимәлендә йылдан-йыл үткәрелә килеүе, яңы исемдәр асыл ыуы - шатлыҡлы күренеш.

Шулай итеп, ҡурай - башҡорт халҡының иң боронғо дәүерҙәрҙән килеп еткән моң ҡоралы ғына түгел, уны «Урал батыр» эпосы менән бер кимәлдә донъя мәҙәниәтенә танытҡан рухи юлдашы ла.

2.5. «Урал батыр» эпосында йога тәғлимәте

Яҡтылыҡ һәм уй-хыял кимәлендәге мәғлүмәт донъяһында ҡасандыр үҙенең тәүторош хәлендә булған йәндәр, нур булып ойошоп, бер бөтөнлөктө тәшкил иткән - был камил, тулы,

74