Page:Rashida kniga.pdf/74

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

юл аша башҡарыла - был йога тәғлимәте. Сатыр сәскәле ҡурай¬ҙы һәм саталы мөгөҙлө боланды изгеләштереү - йогалағы сахас культы. Сатҡыға, йәғни яҡтылыҡҡа, нур донъяһы - нирванаға ынтылыуҙың сагылышы, шул донъяға өлгәшеүҙең сараһы.

Ҡурайҙың көпшәле уйын ҡоралы булыуы ла осраҡлы түгел. Көпшә - ҡур һөйәге ҡой¬мостағы йоҡо хәлендәге Кундалини ҡеүәтенең уянып, умыртҡа бағанаһы буйлап күтәрелеүен, йәғни түбән кимәл энергияны уның юғары, нескә формаһына әүерелеүен сағылдырған модель.

Күңелдә яралған эске моң, тышҡа өргән тын аша ҡурай көпшәһе эсендә көсәйеп, һөҙөмтәлә юрмаһында тышҡы моңдо яралта. Хәҙер ҡурайҙан тауыш сығыу барышына күҙәтеү яһайыҡ. Ҡурайҙың аҫҡы осонан иң түбән тауышты сығарғанда унан өҫтәге башҡа тишек уйымдары барыһы ла бармаҡтар ярҙамында ябыла. Ә сираттағы бейегерәк тауышты сығарғанда, көпшәһенә өргән тын шул уйымдан сыҡһын өсөн, унан өҫтәгеләре ҡапланһа ла, түбәнерәк урынлашҡан тишектәрҙеҡаплау кәжәте юҡ. Шулай итеп, иң юғары тауышты сығарғанда көпшәләге бөтә тишектәр ҙә асыҡ була, ә ауыҙҙан өргән һауа тик өҫкө уйым аша тауыш сығара. Был осраҡта йогалағы чакралар теорияһының ап-асыҡ сағылышы күренә. Аңлатып үтәйек: уй-теләктәре муладхарала тупланған аңы менән бәйле ихтыяждарын үтәгән кеше өсөн башҡа чакралар кимәлендәге талапҙы үтәү мөмкин түгел. Шулай уҡ, аң кимәле күтәрелгән һайын, түбән инстинкттар кимәлендәге теләктәр һүрелә, ҡәнәғәтләндереү мохтажлығы кәмеүҙән, хатта юҡҡа сығыуҙан , энергия сарыф ителеүҙән туҡтай һәм юғарыраҡ маҡсаттарға ярашлы чакраларға йүнәлтелә. Был - кешенең үҫешен, эолюцияһын тәьмин итеүсе берҙән-бер юл. Тимәк, ҡурайҙың төҙөлөшө, моң сығарыу тәртибе - башҡорттоң иң рухи ихтыяждарын үтәүҙә хеҙмәт иткән уйын ҡоралы.