Page:Rashida kniga.pdf/73

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

культы менән бик боронғо замандарҙан бергә килеүенең сәбәбе төҫмөрләнә. Йоға тәғлимәтенә табыныусылар уның иң юғары кимәле - сахасрара чакраһына иғтибарын йүнәлтеп, шунда туплар өсөн ҡулланған шартлы билдә — баш түбәһе өҫтөндә ике ҡулдың бармаҡтарын тарбайтып, болан мөгөҙөнә оҡшаш мудра ҡулланыуы менән сағыштырыуҙан аңлап була быны.

«Урал батыр» эпосында йыландар батшаһы Ҡәһҡәһәнең улы Зәрҡум, иң сибәр, иң ҡыйыу кешегә әүерелеп, Һомайға күренер өсөн уны үҙенеке итер өсөн, болан йотоп маташа. Ни өсөн кеше булырға теләгән йыланға фәҡәт боланды йоторға кәрәк булған?

Күрәһең, әүәл халыҡта, кеше ҡиәфәтенә инә алған болан был һәләтен башҡа хайуандарға ла тапшыра ала, тигән хөрәфәт йәшәгән.40 Болан мөгөҙө, ҡурай сәскәһе, нурлы ҡояш - был образдар, йоганың иң бейек сахасрара кимәленә өлгәшеү символдары булараҡ, күҙ уңында тотола. Умыртҡа бағанаһы эсендәге арҡа мейеһе буйлап түбәләге баш мейеһенә, сахасрараға тиклем энергияңды күтәреү аша аң кимәлеңде үҫтереү, йәндең юғарыраҡ донъяларға артылырға тырышыуына бәрәбәр был миҫал. Сөнки юғарылыҡҡа өлгәшеү мөмкинлеге тик ошо


40 А.Илембәтова ”Башҡорттарҙа болан культы” , “Йәшлек” 2006 №35