Page:Rashida kniga.pdf/7

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

аңыбыҙға ниндәйҙер тростник йәки аканитум экселсис булып түгел, ә мөғжизәле бер моң ҡоралы, кешенең йәнен-йөрәген арбаусы тылсым, уй-тойғоларҙы күктәргә күтәргән, йәйғорҙай балҡытҡан, йәшәүгә, көрәшкә, еңеүгә өндәгән мәңгелек бер ауаз булып яңғырай... Тәбиғәт бөйөк... Таҡыя башлы ҡурай үләнен дә шул тәбиғәт бөйөк оҫталарса, даһиҙарса ижад иткән. Әммә шул ҡурай көпшәһенең донъяны таң ҡалды­ рырлыҡ үҙенсәлеген асыу үҙе генә лә бер бөйөклөк түгелме ни!» Быныһы бер булһа, бүлектән аңлашыуынса, мөғжизәле тамырҙаш һүҙ-концепттарҙың (бихисап уртаҡлыҡ һәм яңғыҙ­ лыҡ исемдәрҙең) үҙәгендә тора ҡурай атамаһы. Ысынлап та, ҡурай — башҡорт халҡының иң боронғо дәүерҙәрҙән килеп еткән моң ҡоралы ғына түгел, уны «Урал батыр» эпосы менән донъя мәҙәниәтенә танытҡан рухи юлдашы ла булып сыға. Китап авторы Рәшиҙә Хәй ҡыҙының хөрмәтле милләттәш­ тәренә әйтер һүҙе өмөтлө: «Урал батыр» эпосында Йәншишмә тип кодҡа һалынған уртаҡ рухи байлығыбыҙ булған, тик әлегәсә йәшенеп, быуылып ҡына ятҡан шул инештең саф тере һыуын йырып, ағыҙышып ебәреүҙә, йәғни бөтөн тәғли­ мәттең әле беҙ аңлап бөтмәгән мәғәнәһенә, асылмаған серҙә­ ренә төшөнөү өсөн, бәләкәй генә өлөшөбөҙҙө индерә алһаҡ, алған белемдәребеҙ, туплаған тормош тәжрибәбеҙ, кеше булып йәшәүебеҙ аҡланыр ине». Боронғо һиндтарҙан шундай һүҙ ҡалған: Anataparam kila uabdauastram. Уның мәғәнәһе — «Тел тураһындағы фәндең иге-сиге юҡ». Башҡорт халҡының рух һәм зиһенен аңларға теләгән уҡыусылары булараҡ, авторҙың үҙенә лә иге-сиге булмаған башҡорт ғилемендәге яйлап асыла барған мөғжизәле серҙәрҙе артабан да асыуын дауам итеүен теләп ҡалайыҡ. Ғ. Ғ. Ҡаһарм анов, ф илология фәндәре ' кандидаты