Page:Rashida kniga.pdf/69

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Ҡурғаш - утта тиҙ иреүсән, еңел сүкелә торған металл. Тарихтан билдәле булыуынса, арийҙар - металл эшләү серҙәрен тәүгеләрҙән асҡан халыҡ. Ҡурай - сатыр сәскәле үләндең кибеп, ҡороған көпшәһенән эшләнгән уйын ҡоралы. Үрҙә һанап үткән «ҡур» тамырлы һүҙҙәрҙең барыһының да ҡояшҡа, утҡа ҡағылышлы нәмәләрҙең атамаһы булыуы - уларҙың башҡорттарҙың боронғо диненә бәйле терминдар икәнлегенә дәлил. Тимәк, иҫемдәрҙә һәм топонимдарҙа ла осрарға тейеш булып сыға һүҙҙең был тамыры? Миҫал итеп боронғо башҡорт исемдәренән яһалған фамилияларҙы килтерергә мөмкин: Ҡурам- шин, Ҡормашев, Ҡурбатов, Ҡурсаев, Ҡорманов, Ҡормаҡаев, Ҡоррәтов һ. б. » Бөрйән районындағы Ҡурыуҙы тауының атамаһы легенда буйынса түбәндәгесә аңлатыла: дошманы Ҡараҡөлөмбәт тарафынан үлтерелгән Ҡыпсаҡ ырыуы батыры Бабсаҡ бейҙең ҡатыны ауырындағы балаһы менән уның ҡулында ҡала. Ошо бала тыуып, үҫеп, буй еткергәндән һуң, дөрөҫлөктө белә һәм атаһы тип йөрөгән Ҡараҡөлөмбәттән үс алыуҙы уны тау башына мендереп, тереләй утта ҡурыу аша башҡара. «Ҡур» һүҙенең тура мәғәнәһе русса «закваска, солод» булһа, ул шулай уҡ һыуға, һыу сығанағына ҡарата «көс, ҡеүәт; көс-ҡеүәт башланғысы, энергия тупланмаһы» тигәнде белдерә. «Ҡорғаҙаҡ та көс, энергия биреүсе, дауалау көсөнә эйә булған йылға һыуы», - тип үҙ фекерен белдергәйне яҙыусы, филология фәндәре докторы, БДПУ профессоры, БР Хөкүмәте эргәһендәге «БР халыҡтары телдәре тураһында»ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның Топонимика хеҙмәте етәксеһе Рәшит Шәкүр39. Башҡорт халыҡ йыры «Ҡурташ»тан ошо уҡ мәғәнәне тойоп була:

Ҡурташ, Ҡурташ тигәнем, Иҙел башы ҡуш ташым, Ятһам, түшәк булған таш, Ҡышын түшәк булған таш. Дошман килһә, меналмаҫ,