Page:Rashida kniga.pdf/67

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Был тамырҙаш һүҙҙәрҙең барыһына ла бер мәғәнәүи уртаҡлыҡ хас: «барлыҡҡа килтереү, үрсетеү һәләтенә эйә», «башлаусы, этәргес көс-ҡеүәт менән тәьмин итеүсе».

Ә хәҙер «ҡур» һүҙенең икенсе аңлатмаһына туҡталайыҡ: Ҡур - ниндәйҙер эш-хәлдән ҡалған эҙемтә; шауҡым. Ҡыйшыҡ уҡ атҡан менән тура китмәҫ, күңелдән яман һүҙҙең ҡуры китмәҫ (М.Аҡмулла).

Артабанғы һүҙҙәр теҙмәһе ошо мәғәнәгә ҡоролған:

Ҡурған - бейек итеп өйөлгән боронғо ҡәбер. Кешенең ғүмере аҙағына еткәс, уның физик тәне, йәненән айырылып, ер менән ҡатыша. Боронғо арийҙар кешене был тормош өсөн кәрәк булған бөтә матди байлығы менән бергә күмеүгә лә ҙур әһәмиәт биргән: тән - ваҡытлыса, ерҙә ҡалыусы, тупраҡҡа кире әйләнеүсе; йән - мәңгелек.

Ҡуржа, ҡуржын (диал.) - юшҡын;

Ҡура - тапанды ер, ишек алды, ихата;

Ҡурйыу - үтә ныҡ әсеү; ҡырҡыуланыу, артау (бал, буҙа, ҡымыҙ тураһында әйтелә).

Был миҫалдарҙан күреүебеҙсә, «ҡур» - күҙгә күренмәгән, ләкин уның барлығына эске тойомлау аша ышанырлыҡ ниндәйҙер бер ҡеүәт. Уның булыу-булмауын иҫәпкә алһаҡ, артабанғы тамырҙаш һүҙҙәрҙе лә, мәғәнәләре буйынса, ҡапма-ҡаршы ике төркөмгә бүлеп була:

1- се төркөм: Ҡурый (минзәлә һөйл.) - дәртле;

Ҡурсалау, ҡурсыу - хәстәрлек тойғоһо менән тел-тештән, хәүеф-хәтәрҙән кәртәләү, аяу, яҡлау;

Ҡурғау - яуҙан, бәлә-ҡазанан һаҡлау;

Ҡурғауыл - яуға, һөжүмгә ҡаршы ҡуйылған һаҡ, нығытма; Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенән аңлашылыуынса, «ҡур» ыңғай сифатҡа эйә булған «ҡот» төшөнсәһенә тап килә.

2- се төркөм: Ҡурҡыу - йән өсөн шомға төшөү, шөрләү тойғоһо кисереү; билдәле бер шартҡа түҙмәй бирешеү, сигенеү;

Ҡурҡыныс37 - күңелгә шом, ҡурҡыу хисе һалған; кешене ауыр кисерештәргә, ҡыйын, хәүефле шартҡа ҡуйған хәүеф- хәтәр;


37 Санскрит менән сағыштырайыҡ: kurupa — плохого вида, некрасивый.