Page:Rashida kniga.pdf/4

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has been proofread.

АСЫЛА БАРҒАН СЕРҘӘР ДОНЪЯҺЫ Китаптың «Рух — милләттең йәшәү көсө» тип аталған инеш һүҙ менән башланыуы һис кенә лә юҡҡа түгел. Лингводидактик әҙәбиәттә лә башҡорт тигән халыҡтың рухи булмыш-билдәләрен, донъяға ҡараш-офоҡтарын һ. б. ҡиммәттә­рен барлап, күҙаллап сығыу зарурлығы күҙәтелә. Ғәҙәттә, башҡорт халҡының рухи билдәләре итеп түбәндәгеләрҙе күр­һәтәләр: тәбиғәт балаһы; сал тарих төпкөлөндәге боронғо халыҡ; моңло халыҡ; тәүгеләрҙән булып тарпанды ҡулға эйәләштер­гән халыҡ; үҙенсәлекле ғөрөф-ғәҙәте, йола-ырымдары, әҙәп-әхлаҡ ҡанундары булған халыҡ; үҙ милли орнаменттарын ижад иткән халыҡ; мифлы-динле халыҡ; эпослы халыҡ; шәжәрәле халыҡ; үҙ милли символдарына эйә булған халыҡ; милли мәҙәниәте үҫешкән халыҡ; ватансыл халыҡ; энциклопедиялы милләт һ. б. Тимәк, «Йәншишмә ҡайҙан башлана?» тигән һорауға яуапты уҡыусы үҙ халҡының илаһи булмышынан, йәғни менталитетынан, рухи донъяһының ғәжәп киңлегенән, уның офоҡтарының сикһеҙлегенән, аҡыл-зиһен һәм уй-тойғо эшмәкәрлегенең иҫ киткес күп яҡлылығынан һәм тәрәнлелегенән, рухи ҡиммәттәренең кешелек донъяһы кимәлендәге юғарылылығынан эҙләй һәм таба ала. Халҡыбыҙҙың рухи сығанаҡтарын эҙләп табыу һәм килер быуындарға еткереү — һәммәбеҙҙең бурысы. Был юлы уның ҡабатланмаҫ өлгөһөн һәм уникаль тәжрибәһен үҙ аллы тикшеренеүсе автор — Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғизәтуллина тәҡдим итә.

Танып-белеүҙәге күп төрлө аң формалары һәм уларға яраш­лы донъя картиналары: мифология (донъяның мифо-поэтик картинаһы), дин (донъяның дини картинаһы), фәлсәфә (донъяның фәлсәфәүи картинаһы), сәнғәт (донъяның образлы һынландырыу картинаһы), фән-ғилем (донъяның фәнни кар­тинаһы) һ. б. бөтәһе бергә донъяның концептуаль картинаһын

3