Page:Ватандаш №11-2019.pdf/7

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

2019 «Ватандаш» №11

2-сеһе: -ыусы тигән ялғау юҡ; -ыу ялғаулы исем ҡылымға исем яһай торған -сы ялғауы ҡушыуҙан исем яһала. Әйткәндәй, исем ҡылымдан -сы аффиксы менән яһалған һүҙҙәрҙең (алып барыусы, оҙатыусы һ.б.) исемме әллә сифат ҡылыммы икәнен бик ябай юл менән асыҡлап була: бының өсөн ике һүҙ алып (мәҫәлән, барыусы, оҙатыусы), уларҙың юҡлыҡ формаһын яһап ҡарайыҡ: ҡылымдың юҡлыҡ формаһы -ма киҫәксәһе менән яһала: алып бармаусы уҡыусы, оҙатмаусы ағай; исемдең юҡлығы юҡ, түгел модаль һүҙе, -һыҙ киҫәксәһе менән яһала: алып барыусы юҡ, алып барыусы түгел, алып барыусыһыҙ; оҙатыусы юҡ, оҙатыусы түгел, оҙатыусыһыҙ. Был тәжрибә барыусы, оҙатыусы һүҙҙәренең исем икәнен асыҡ күрһәтә. Был факт хәҙерге заман сифат ҡылым төшөнсәһенең грамматикала -ыусы ялғауы менән дөрөҫ бирелмәгәнлеге тураһында һөйләй. Әммә шуны ла әйтергә кәрәк: дәреслектәр 90 йылға яҡын ошо рәүешле өйрәтеүгә ҡарамаҫтан, үҙен, халҡының телен хөрмәт иткән башҡорт бер ваҡытта ла яҙып ултырмаусы уҡыусы, стипендия алмаусы студент, яратыусы балам, билетҡа яуапты белмәүсе студент тип һөйләмәне, һөйләмәй һәм һөйләмәҫ тә! Тағы ла һорау тыуа: 1934 йылда урыҫ теленә эйәреп, башҡорт халҡының телендә булмаған һәм әле лә, үҙенең сит икәнен белдереп, телде боҙоп күрһәткән -ыусы ялғауы нисек итеп һаман да иркенләп йәшәп килә икән? Сәбәбе нимәлә? Бының сәбәптәре тураһында ғалим Ә.Бейеш түбәндәгеләрҙе яҙа: Телселәрҙең -ыусы ялғауын сифат ҡылым формаһы тип алып китеүенә -ған формаһының мәғәнәһен һәм халыҡ телендәге урынын тейешенсә асыҡлап еткермәүе сәбәпсе була. Ә.Мансуров тәүге дәреслегендә үк, ғалим Н.К.Дмитриев әйтмешләй, элгәрге татар грамматикаларына эйәреп, -ған ялғауы менән яһалған форманы тик үткән заманға ғына ҡайтарып ҡуя һәм, һөйләмдең хәбәре булып килгәндә, ул бер эште «үҙең күреп түгел, башҡалар арҡыры ишетеп кенә хәбәр итеүҙе аңлата», тип билдәләй. Башҡорт телселәре әле булһа бөтә ерҙә ошо фекерҙе яҡлап, шуны алға һөрә, йәғни -ған ялғауы менән яһалған сифат ҡылымды үткән заман сифат ҡылымы тип, шунан сыҡҡан ҡылым формаһын, эш-хәлдең үтәлеүен үҙ күҙе менән күрмәгәндә ҡуллана торған шаһитһыҙ үткән заман формаһы, тип йөрөтә. [Әкрәм Бейеш 1999, 78]. 88