Page:Ватандаш №11-2019.pdf/3

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

2019 «Ватандаш» №11

торған (ауырыу), шәл бәйләй торған (энә). [Кейекбаев 1966, 125; 1983, 236], ҡалаға бара торған машина, ҡалаға барыу­ сы машина; почта йөрөтә торған кеше, почта йөрөтөүсе кеше, аш һоҫа торған ҡашыҡ, ләкин аш һоҫоусы ҡашыҡ түгел. [Кейекбаев, Әхмәров һ.б. 1966, 24], беҙҙең еңеүҙе белдерә торған факт, әйткәнде белә торған кеше. [Зәйнуллин 2002, 199-204], илай торған ҡурсаҡ, бара торған урын. [Ишбаев 2012, 388–392]; ултыра торған урын, залға инә торған ишек, уҡый торған мәктәп. [Байсурина-Бирҙеғолова 2007, 72]; юҡлыҡ формаһы: алмай торған, йөрөмәй торған. [Кейекбаев һ.б. 1969, 193; 1980, 111]; кеше йәшәмәй торған утрау. [Зәйнуллин 2002, 199–204]; Ул да хәстәрлекле, … тыштан һиҙҙермәй торған яғымлы кеше. (И.Абдуллин). [Байсурина-Бирҙеғолова 2007, 72]; ғалим Ҡ.З. Әхмәров ҡушма форманың хәл ҡылым аффикстары -а, -п һәм -ған аффиксын алған ярҙамсы ҡылымдар (торған, ятҡан) менән яһалыуын күрһәтә: эшләй торған, бара ятҡан. [Әхмәров 1958, 785]. Телсе-ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә хәҙерге заман сифат ҡылымға бирелгән теорияны һәм уны нығытҡан миҫалдарҙы ҡарап сыҡҡас, күҙ алдына шундай картина баҫа:

1) ғалимдар -ыусы ялғауы менән яһалған хәҙерге заман сифат ҡылымдарҙан һуң улар асыҡлаған исемде бирмәгән (мәҫәлән, эшләүсе, онотоусы, һөйләүсе, йөҙөүсе, эсеүсе, һөйрәлеүсе тигән сифат ҡылымдар ғына бирелә), ә ҡушма юл менән яһалғандары артынан исемдәре яҙылған (мәҫәлән, шәл бәйләй торған энә);

2) ҡайһы бер ғалимдар теория өлөшөндә -ма аффиксы менән яһалған юҡлыҡ формаһын күрһәткән (мәҫәлән, алмаусы, килмәүсе), ә икенселәре юҡлыҡ формаһы тураһында бөтөнләй өндәшмәгән.

Һорау тыуа: Ни өсөн ҡушма формала ғына сифат ҡылым артынан сифатты асыҡлаған исем бирелә, ә ябай формала ул бирелмәгән? Быны нисек аңлатырға?

Яуап үтә лә ябай: әгәр ҙә теория өлөшөндә хәҙерге заман сифат ҡылым артынан исем ҡуйылған булһа, бирелгән теория күҙ алдында юҡҡа сығар ине, сөнки уны уҡыған кеше алдына боҙолған башҡорт теле килеп баҫа. Миҫал өсөн бирелгән сифат ҡылымдар артынан исем ҡуйып ҡарайыҡ: онотоусы уҡыусы, эсеүсе ир, һөйләмәүсе бала, килмәүce ҡунаҡ, йөҙөүсе малай, йөрөүсе кешеләр, белеүсе студент, һайлаусы күрше, килеүсе ҡунаҡ, көлөүсе уҡыусы. Килтерелгән һүҙбәйләнештәр – башҡорт кешеһенең бер ҡасан да ошо 84