83
2019 «Ватандаш» №11
дәрес әҙерләүсе бала; уҡыусы балалар ҡайттылар, көлтә ташыусы егеттәр ашарға туҡтанылар; эшләүсе кеше, барыусы иптәш, килеүсе иптәш, эшкә тотоноусы егеттәр. [Мансуров 1949, 124; 1951, 183–184; 1953, 147], уҡыусы, эшләүсе, яҙыусы, белеүсе, осоусы, йөҙөүсе; юҡлыҡта: яҙмаусы, һөйләмәүсе. [Фәритов, Ғүмәров 1949, 218–219], килеүсе (кеше), уҡыусы (бала), ҡайтыусы (кеше), ярҙам итеүсе. [Кейекбаев 1966, 125]; алыусы, белеүсе [Кейекбаев, Әхмәров һ.б. 1966, 23], онотоусы, һөйләүсе, уҡыусы, йөҙөүсе, сәсеүсе, эсеүсе, һөйрәлеүсе, көтөүсе, еңеүсе, бейеүсе, быраулаусы, йыйыштырыусы, һайлаусы; һайраусы ҡоштар, ғазапланыусы кеше, саңғы шыуыусы малай, ҡайғыртыусы әсә, юлдан яҙҙырыусы кеше, тура юлға йүнәлтеүсе иптәш, орлоҡ ағыулаусы машина. [Зәйнуллин 2002, 205], ҡараусы, эшләүсе, барыусы, килеүсе, осоусы, көлөүсе. [Ишбаев 2012, 390], барыусы, килеүсе, йыйыусы, көтөүсе, ҡойоусы. [Байсурина-Бирҙеғолова 2007, 67], күренекле ғалим В.Ш.Псәнчин менән профессор Ю.В.Псәнчин хәҙерге заман сифат ҡылымдың бер юл – -ыусы аффиксы менән яһалғанын (төрлө фонетик варианттарҙа) күрһәтә һәм түбәндәге миҫалдарҙы бирә: йыуыусы, йыйыштырыусы, уҡыусы, эшләүсе, ярҙамлашыусы, ярҙам итеүсе. [В.Ш.Псәнчин, Ю.В.Псәнчин 2001, 157; 2017, 157]. Ҡайһы бер ғалимдар хәҙерге заман сифат ҡылымдың юҡлыҡ формаһы булыуын, уның -ма/-мә ялғауы менән бирелеүен күрһәтә: бармаусы, килмәүсе. [Мансуров 1949, 124], яҙмаусы, һөйләмәүсе. [Фәритов, Ғүмәров 1949, 219], алмаусы, килмәүсе, ярҙам итмәүсе. [Кейекбаев, Фәритов, Ғәлләмов 1969, 193; Кейекбаев һ.б. 1983, 233], яратмаусы, бармаусы. [БайсуринаБирҙеғолова 2007, 67]. Р.Байсурина үҙенең хеҙмәтендә өй төҙөүсе ‘строящий дом’, яратыусы ‘любящий’, йыйыусы ‘собирающий’, ҡойоусы ‘наливающий’ тип, сифат ҡылым итеп тәржемә бирһә лә [Байсурина-Бирҙеғолова 2007: 67], ысынында улар исем һәм башҡорт-урыҫ һүҙлегендә исем булып күренә: өй төҙөүсе ‘строитель дома’, яратыусы ‘I. любитель; II. созидатель; творец’, йыйыусы ‘собиратель, сборщик, заготовитель’, ҡойоусы ‘литейщик, плавильщик’. [Башҡортса-русса һүҙлек, 1996, 241, 365, 627, 844].
Ғалимдар билдәләүенсә, хәҙерге заман сифат ҡылымдың икенсе формаһы -а(-ә, -й) аффикслы хәл ҡылым аҙағынан торған ҡылымы ҡуйылып яһала: Игенде үҙе йөрөй торған комбайн менән урып йыйҙылар. [Мансуров 1953, 148]; яҙа торған ҡағыҙ, килә торған кеше. [Фәритов, Ғүмәров 1949, 219], тиҙ бөтә