Page:Ватандаш №11-2019.pdf/1

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.
This page has not been proofread.

2019 «Ватандаш» №11

ТЕЛ ҒИЛЕМЕ ЯЗЫКОЗНАНИЕ

Миңһылыу УСМАНОВА, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре

Башҡорт грамматикаһы һәм халыҡ теле*

Башҡорт тел ғилемендә әле һаман хәл ителмәгән күренештәргә хәҙерге заман сифат ҡылым төшөнсәһенең грамматикала дөрөҫ бирелмәүе лә инә.

Хәҙерге заман сифат ҡылым – грамматикала

Баҫма әҫәрҙәрҙе, һөйләү телен тикшереү шуны күрһәтте: башҡорт үҙенең телендә сифат ҡылымды, уның исемгә әйләнеп киткән формаларын бик иркен тотона икән: бер һөйләмдә бер нисә сифат ҡылым, исем функцияһын үтәгән ҡылымдар булып ҡуя. Артабан һүҙебеҙ хәҙерге заман сифат ҡылым тураһында булыр, ғалимдарҙың фекере, миҫалдары төп нөсхәлә тулы килтерелә. Тел ғилемендә хәҙерге заман сифат ҡылымдың ике төрлө юл менән яһалыуы, беренсе (ябай) формаһының нигеҙ ҡылымға -ыусы (варианттары -еүсе, -усы/-үсе, -өүсе/-оусы) ялғауы ҡушылып барлыҡҡа килеүе әйтелә. Миҫалдар: уҡытыусы, яҙыусы. [Әхмәр 1941, 102], йөрөүсе, ҡайтыусы, уҡыуҙан ҡайтыусы балалар,

  • Дауамы. Башы 8–10-сы һандарҙа.

82