0%

Ҡыҙыҡ бөттө. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡыҙыҡ бөттө (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1916.


Ҡыҙыҡ бөттө


Тарау сәстәр туҙып бөттө,
Матур көндәр уҙып китте;
Матур көндәр, матур һүҙҙәр
Йөрәккә йәм һыҙып китте.

Матур йөҙҙә матур күҙҙәр
Матур уйҙар теҙеп үтте;
Бары китте, бары бөттө,
Хәҙер инде ҡыҙыҡ китте.


1916