Ғәйшә-Фатима ҡулы. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ғәйшә-Фатима ҡулы


Бала саҡта ауырыһаҡ
Имләне өләсәйҙәр,
Ҡот ҡойҙолар, өшкөрҙөләр,
Эсереп шифа сәйҙәр.
Мунсаларҙа ҡайын миндек
Ҡыуа ине һыуыҡты,
Доға менән тәнебеҙ ҙә,
Йәнебеҙ ҙә һауыҡты.
Һүҙҙәре сихәтле ине,
Ҡулдары тылсым тулы:
- Минең ҡулым түгел, балам,
Ғәйшә-Фатима ҡулы.
Ғәйшә-Фатималы халҡым,
Аллаһлы халҡым минең
Йәнгә-тәнгә килгән сиргә
Имандан тапҡан имен.
Күпме ҡазаларҙан беҙҙе
Алып ҡалғандыр йолоп
Халҡым табиблығы, йәғни,
Ғәйшә-Фатима ҡулы.
Күпме игелекле ҡулдар
Ярҙам иткәндер гелән
Аллаһ мәрхәмәте менән,
Аллаһ ҡушыуы менән!

  • Ғәйшә-Фатима ҡулы төшөнсәһе - Пәйғәмбәребеҙҙең ҡатыны Ғәйшә һәм ҡыҙы Фатима мөслимәләргә өйрәтеп ҡалдырған дауалау ғилемен ҡулланыу мәғәнәһендә

2013