0%

Яңы йыл байрамы (кескәй төркөм өсөн сценарий). Рита Кутлуева һәм Гүзәл Закирова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Кескәйҙәр төркөмөнөң Яңы йыл иртәлеге ( сценарий )
автор Тәрбиәсе: Ҡотлоева Р.З.Муз. етәксе: Закирова Г.З.
Мәсетле районы, Ҡотош ауылы, Йәйғор балалар баҡсаһы, 2012 йыл


Яңы йыл байрамы

Маҡсат: балаларға байрамдан шатлыҡ ҡыуаныс бирергә. Таныш йырҙар, уйындарҙы бергәләп башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү. Йыһаздар: үтә күренмәле туҡыма, ҡуяндар маскаһы, төлкө кейеме, шылтырауыҡтар.

Байрам барышы


Балалар шыршы тирәләй баҫҡандар. Ҡуян (тәрбиәсе) балаларға йыр йырлап алырға тәҡдим итә.

Ҡуян: Беҙгә ҡунаҡҡа шыршы килгән. Бүлмәлә матур булып ултыра. Ә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һаман да килмәйҙәр. Бәлки йырыбыҙҙы ишетеп килерҙәр.

Бүлмәгә Ҡарһылыу инә.

Ҡарһылыу: Һаумыһығыҙ, балалар! Мин Ҡарһылыу, Ҡыш бабайҙың ҡыҙы булам. Һеҙҙең менән танышып алайым әле. (Һәр бала менән иҫәнләшеп сыға). Шыршығыҙ ниндәй матур! Уттары ниңә янмаған һуң? Әйҙәгеҙ бергәләп ҡабыҙайыҡ.

Балалар өскә хәтле һанағас, шыршыла уттар ҡабынып китә.

Ҡуян: Әйҙәгеҙ барыбыҙ ҙа бергәләп Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ, күңеллерәк булып китәр ине.

Барыһы бергәләп: Ҡыш бабай! Ҡыш бабай!

Ҡыш бабайҙың килеүен тәҙрә аша күҙәтәләр, ул балаларға ҡул болғай. Һуңынан бүлмәгә керә, һәр бала менән күрешеп, исемдәрен һорап сыға.

Ҡыш бабай: Ай-һай! Бигерәк шәп малайҙар, бигерәк матур ҡыҙҙар йыйылған икән шыршы эргәһенә. Мин һеҙгә бер мишәк бүләк килтерҙем, һеҙ миңә йыр, бейеү бүләк итерһегеҙ.

Ҡуян: Ҡыш бабай! Ҡарһылыу! Һеҙ бит беҙҙең ҡунаҡтар. Тәүгеләрҙән булып бейеп алһағыҙ, бик шатланыр инек.

Шыршы тирәләй бейеү.

Ҡуян: Балалар, хәҙер беҙ Ҡыш бабайға йыр йырлап бүләк итәйек.

Ҡуян: Ҡыш бабай беҙ һине оҙаҡ көттөк, һағынып бөттөк. Саҡ ҡына шаярып уйнап алаһы килеп китте.

“Ҡайҙа булған балалар” уйыны үткәрелә.
Ҡыш бабай шыршы артына китә.

Ҡыш бабай: 1,2,3,4,5 – кем йәшенгән, кем юҡ, эҙләйем.

Тәрбиәсе балаларҙың өҫтөнә туҡыма яба. Ҡыш бабай балаларҙы “эҙләй” . Балалар янына килеүе була, улар бесәй булып мыяулай башлайҙар.

Ҡыш бабай: Юҡ, бында балалар түгел бесәйҙәр икән – тип китә башлай эргәләренән. Балалар йәшенгән урындан килеп сығалар. Ах, һеҙ бына ҡайҙа булғанһығыҙ икән! Икенсе тапҡыр уйнағанда эт булып өрәләр.

Балалар шылтырауыҡтар тотоп бейейҙәр. Музыка туҡтай, уйынсыҡтар артҡа йәшерәләр. Төлкө инә.

Төлкө: Әле генә уйынсыҡтар тауышы ишеткәйнем. Ҡайҙа булды һуң матур уйынсыҡтар?

Төлкө боролоп сығып китә. Балалар музыка аҫтында тағы ла бейей башлайҙар. Музыка туҡтауға Төлкө инә. Балалар уйынсыҡтарҙы йәшергән булалар.

Төлкө: Бына тағы ишеттем шылтырауыҡтар тауышын, ҡайҙа һуң уйынсыҡтар? (иларға була). Уйынсыҡтарҙы күрәһем килә.

Балалар уйынсыҡтарын төлкөгә бирәләр.

Ҡуян: Минең йырҙы йырлап алайыҡ әле, балалар!

«Аҡ ҡуян» йыры.

Ҡыш бабай: Бигерәк матур булды йырығыҙ ҙа, бейеүҙәрегеҙ ҙә. Минең шиғыр тыңлаһы килә бит!

Бәләкәстәр Ҡыш бабайҙың алдына ултырып шиғыр һөйләйҙәр, ул һәр береһенә бүләген өләшә бара. Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай хушлашып сығып китәләр. Балалар рәхмәт әйтеп, оҙатып ҡалалар.



|} |}