Бына ҡулымда тимер крест..
Сиркәндергес уға ҡарауы!
Күптән түгел уны берәй фриц
Тағып йөрөгәндер һауалы.
һәм ирәйеп күкрәген киргәндер
Парадтарҙа уҙған сағында;
Ҡатынына, бәлки, һүҙ биргәндер
Ҡрест алырмын, тип тағы ла...
Яңылышманы фриц, моратына етте:
Крест алды, булды ерле лә,
Тик ул үҙе... йөҙтүбәнгә китте,
Ҡайтмаҫ инде һөйөнөп иленә.
Алыҫ Украина ҡырҙарында
Урман булып ултыра крестар,
Ошө крестарҙың араһында
Фрицҡа ла уҫак крест бар!
Ул тын ята. Тик әсе ел өрһә,
Ыңрашалар ағас крестар...
Әйтерһең дә шөкәтһеҙ Гитлерға
Ләғнәт уҡый үлек фрицтар!