0%

Томан эсендәге кешеләр (мәҡәлә). Рафаэль Аҙнағолов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Томан эсендәге кешеләр (мәҡәлә)
автор Рафаэль Аҙнағолов
Ижад итеү ваҡыты: Ижад итеү датаһы, билдәле булһа. Нәшер ителгән: Баҫылыу датаһы. Сығанаҡ: Баҫтырылған сығанаҡ


Күренекле әҙип Ринат Камал башҡорт әҙәбиәтенә урау-урау юлдар- ҙан килеп инде. Ул юлдарҙың киҫкен боролоштары ла, хәтәр ур- ғылъяндары ла булғандыр. Шуға ла тормош юлы тип атала. Кеше яҙмышына тәғәйенләнгәндер был юл. Бер иш ғүмер ыҙаны булмаған- дай, бер үк стилдә, яңғырашта ижад та юҡ.

Ринат Камалдың тормош һуҡмағы нисек, ҡайҙан башлана? Әлбиттә, ул аслыҡ-яланғаслыҡты күрмәгән, беҙҙең быуын кисергәнде, йәғни һуғыш һөрөмөнөң әсе һағышын, атайыңды һәм ағайҙарыңды юғалтыу фажи- ғәһен татымаған. Әммә уның иңенә лә үҙ быуыны күтәргән йөктәр төшкән.

Ринат Камал 1954 йылдың 28 июнендә Мәсетле районының Дыуан- Мәсетле ауылында донъяға килә. Атаһы Әлтәф — колхозсы, әсәһе Мәрйәм һатыусы булып эшләй. Үҙ ауылындағы урта мәктәпте тамам- лағас, колхоз эшенә сума. Тәүҙә һабансы эшендә үҙен һынап ҡарай. Артабан малсылыҡта тир түгә. Армияла хеҙмәт итеү бурысын үтәй. Һалдат формаһын ғәҙәти кейемгә алмаштырғас, Өфөгә килеп, медици- на институтына уҡырға инә. Тимәк, врач булырға ниәтләнә. Әммә күңелендә әҙәбиәткә лә һөйөү йөрөтә. Студент саҡ — дәртле саҡ. Ринат буш ваҡыттарында Башҡорт дәүләт университеты студенттары менән аралаша. Уларға эйәреп, яҙыусылар менән осрашыуҙарға, ши- ғыр кисәләренә йөрөштөрә. Беренсе курсты ҡойроҡ-фәләнһеҙ, уңышлы тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына барып инә.

Университетты тамамлағас, башта Өргөн һигеҙ йыллыҡ, унан һуң Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә балаларға башҡорт, урыҫ телдәренән һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Биш йыл ғүмерен уҡытыусы хеҙмәтенә арнай.

Уҡытыусының эше еңелме, ауырмы? Мәктәпкә мөнәсәбәте булма- ған кеше был хеҙмәтте, күҙ ҙә йоммай, еңел тип әйтер. Әммә улай түгел. Балаларҙы яҙырға, уҡырға, һөйләргә өйрәтеү, шәхес итеп үҫте- реү — донъялағы иң ауыр һөнәрҙер ул. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ, тигән әйтем уҡытыусының эшенә ҡарата әйтелгән бит. Ринат та тор- мош иптәше Әлфирә менән Өргөн, Дыуан-Мәсетле мәктәптәрендә тырышып эшләне, балаларға ныҡлы белем бирҙе, тормош һабаҡтары- на өйрәтте. Мәктәптә уҡытҡан йылдарында уҡ Ринаттың ауыл тормо- шо тураһындағы мәҡәләләре, нәҫерҙәре ”Ағиҙел”, ”Башҡортостан”, ”Йәншишмә” гәзиттәрендә баҫылып торҙо. | Рафаэль АҘНАҒОЛОВ, педагогия фәндәре докторы


Томан эсендәге кешеләр


1985 йылда уның ҙур ғаиләһе — ҡатыны Әлфирә, береһенән-береһе бәләкәсерәк өс улы Азамат, Мәғәсүм, Юлай Өфөгә күсеп килә. Биш йыл буйы Ринат Камал Башҡортостан радиоһының совет төҙөлөшө һәм әҙәбиәт редакцияларында эшләй.

1990—1991 йылдарҙа Башҡортостан яҙыусылар союзының пропаганда бюроһы директоры була. 1991—2004 йылдарҙа ул ”Ағиҙел” журналы- ның әҙәби тәнҡит бүлеге мөхәррире, артабан Зәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһында бүлек мөдире, хәҙерге көндә инде Башҡортостан ”Китап” нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт редакцияһын етәкләй. Уға ”Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән.

Шулай ҙа Ринатты мин һаман да һабансы тип күҙ алдына баҫты- рам. Ни өсөн? Башҡорт прозаһында ла Ринат Камал, һабансы кеүек, ең һыҙғанып, билде биштән быуып, күркәм һүҙ сиҙәмдәрен аҡтара. Уның ярған бураҙналары бик тә уңдырышлы. Үҙенең әҫәрҙәре менән Ринат башҡорт прозаһын төрләндерҙе, яңыртты, байытты. Һабансы Ринаттан хәҙер инде күренекле яҙыусыға әйләнде. Проза яланында яңы нәҫерҙәр, хикәйәләр, повестар һәм романдар барлыҡҡа килде. Быныһы төрләндереү булһа, сәсмә әҫәрҙә яңы стиль, Ринатса һүрәтләү, һынландырыу, ғәҙәти булмағансараҡ телмәр поэти- каһы үҙ урынын биләне. Быныһын инде проза донъяһын яңыртыу тип атамай булмай. Өсөнсөнән, үҙенсәлекле хәл-ваҡиғаларға арналған ”Бәлә”, ”Яза”, ”Мөхәббәт дошмандары”, ”Ҡасыу”, ”Арыған кеше”, ”Кәрһеҙ ир” һәм башҡа повестары, ”Таня-Таңһылыу”, ”Оҙонтал”, ”Сабыр йән”, ”Әлфирә”, ”Ағай-энеләр” ише романдары менән проза донъяһы байы- ны, ҡотайҙы. Ринат Камалдың ғына уңыштары түгел, ә тотош нәфис һүҙ сәнғәтебеҙҙең ҡото, ырыҫы тип баһаланырға хаҡлы улар. Һәр эшмәкәрлек егәрлелекте талап итә. Әгәр һин ғүмереңде ижад эшенә (фәнгәме, әҙәбиәткәме, сәнғәткәме) арнағанһың икән, ғүмерең менән, һаулығың менән, татлы йоҡоларың менән һатыулашмайынса, фани донъялыҡта баҙлап торған яҡты эҙ ҡалдырырға тейешһең. Ошондай ҡомар юҡ икән һиндә, ижадта быҫҡып маташма, төтөнө күҙҙе ҡырҡа, тип әйтер инем ҡайһы бер ҡәләм тибрәтеүселәргә.

Ринат Камалдың тормош юлына бындай байҡау яһауым шуның менән аңлатыла: уның ижады мәктәп программаһына индерелгән, уҡытыусы- ның ҡулында яҙыусы тураһында ҡулайлы әсбап-маҙар юҡ, китаптарын да мәктәп китапханаһынан эҙләп табып булмай. Бәләкәй тираж менән сығарылған китаптары мәктәпкә, уҡыусыға барып етмәй. Ринат Камал — әҙәбиәтебеҙҙә тапалған юлдан туҙан туҙҙырып ел- дереүсе тай-тулаҡ түгел, ә янып-ярһып үҙ ыҙанын, үҙ юлын ярыусы күренекле яҙыусы. ”Ағай-энеләр” романы хаҡында һөйләргә күсер алдынан боронғо бер мәҡәлгә иғтибар итә ҡуйҙым. Боронғо тип атауымдың да сәбәбе бар. Уны мәшһүр ғалим, телсе, энциклопедист Мәхмүт Ҡашғариҙың ”Дивану лөғәт-ит төрк” (1072—1074 йй.) һүҙле- генән алдым.

Ҡандаш талашыр ҙа һуғышыр,

Өйҙәш ярашыр ҙа булышыр.

Ҡандаш — аталары яғынан бер туғандар, өйҙәш — әсәләре яғынан бер туғандар. Был мәҡәлде мин юҡҡа килтермәнем, сөнки Сабырйән, Камил, Зөлҡәрнәй, Әсләм, Ғәтиәт — Ҡотлояр балалары. Ҡотлояр үҙ ғүме- рендә дүрт ҡатын алып өлгөрә. Шуларҙың өсәүһе — Алмабикә, Хәмиҙә, Әлфирә — Мәғҙәнгә килен булып төшөүселәр. Ағай-энеләрҙе әсәләре яғынан бүлеп сығайыҡ: Сабырйән — Алмабикәнән тыуған бала, Ка- мил, Ғәтиәт — Хәмиҙәнекеләр, Зөлҡәрнәй менән Әсләм — Әлфирә- нең йәтимәктәре. Шулай булһа ла, улар йәтимлек михнәтен күрмәй үҫә. Ҙур йөрәкле Хәмиҙәнең ҡанаты аҫтында әсәйле булалар. Роман- да Сабырйән, шулай уҡ Хәмиҙәнең үҙ балаларынан Рәшиҙә, Мазһар ҡатнашмай.

”Ағай-энеләр” әҫәрендәге проблема — ”Ҡотлоярҙар нәҫеле Мәғҙәндәге власты үҙ ҡулдарында тоторға тейеш”. Башҡорт прозаһында һәм, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешендә бындай ҡараш, бындай мәсьәлә про- блема кимәленә, әҫәр яҙырлыҡ кимәлгә күтәрелгәне юҡ ине. Тормош- та, бәлки, ундай хәлдәр булған сүрәттә лә, уйын-көлкө менән үткәреп ебәрелгәндер. Мәҫәлән, мин иҫ белгәндән бирле беҙҙең яҡта власть башында һәр ваҡыт ситтән килгән кешеләр ултырҙы. Әммә уларҙың сит икәнен беҙ уйлап та бирмәй торғайныҡ. Ауылда уҡымышлы, юғары белемле кадрҙар булмағас, шулай кәрәктер, ти ҙә ҡуя инек. Колхоз, ауыл советы рәйестәре генә түгел, мәктәп директоры, байтаҡ уҡытыу- сылар ҙа беҙҙең төбәк кешеләре түгел ине. Әммә уларҙың һәр бере- һен әле булһа тәрән хөрмәт, ихтирам менән иҫкә алам. Уларҙы беҙ туғандарыбыҙ һымаҡ яҡын күрә торғайныҡ.

Ә бына романдағы ҡандаш ағай-энеләргә ни булған һуң? Нимә етмәй уларға? Власть нимәгә кәрәк һуң Ҡотлояр нәҫелдәренә? Түрәлек крес- лоһына самаңды белеп, дуҫ-иштәреңде, башҡа таяныстарыңды ете ҡат үлсәп, үҙеңдең мөмкинлектәреңде ете ҡат баһалап үреләләр түгелме? Кеше булмаһаң, кешелекле булмаһаң, түрәлек вазифаһы нимәгә хәжәт? Абруй менән вазифа бер-береһенә һәр ваҡыт тап киләме икән? Халыҡ араһында абруйың булһа, вазифаһы табылыр ул, ә бына вазифалы йылы урын биләп тә, абруйың сатнаһа, упҡынға тәгәрәүеңде көт тә тор. ”Ағай-энеләр” романын уҡып сыҡтым да, тиҙ-тиләмә генә ниндәй- ҙер бер һығымтаға килә алмай аптыраңҡырап ҡалдым. Был әҫәрҙе ”Әлфирә” романының дауамы тип ҡарарға ла була, әммә хәл-ваҡиға- ларҙың осо-осҡа ялғанып етмәүе күҙгә ташлана. Баҡтиһәң, ”Әлфирә” менән ”Ағай-энеләр” араһында ”Вариҫ” тигән роман ята икән. Шулай итеп, башҡорт прозаһында ”Ҡотлоярҙар ниәте” тигән трило- гия булмаҡсы. Уның тәүгеһе һәм һуңғы романдары донъя күрҙе. Был ике әҫәрҙе берләштереп тороусы төп роман ”Вариҫ” та тиҙҙән донъяға баш ҡалҡытмаҡсы. Трилогияның төп әҫәре менән таныш булмағас, ”Ағай- энеләр” хаҡында өҙөп кенә нимәлер әйтеү ҡыйыныраҡ. Шулай ҙа үҙемдең ҡайһы бер фекерҙәремде уҡыусылар хөкөмөнә еткермәксемен. Ҡотлояр ҡарт үлер алдынан үҙенең уландарына васыят әйтеп ҡал- дыра. Мәғҙәндә, уныңса, бөтә власть ҡотлоярҙар ҡулында булырға тейеш. Әммә ҡарт шуны онота: власҡа белемһеҙҙәр үрләй алмай. Ярай ҙа 101 ҡарт үҙ заманында, грамотаһы булмаһа ла, власть башында ултыра алған. Ләкин заманалар үҙгәреп тора. Илгә, шул иҫәптән Мәғҙәнгә лә, белемле, абруйлы кешеләр кәрәк. Ҡотлояр ҡарт үҙенең васыятында ана шул мөһим әйберҙе балаларына еткерергә онота, күрәһең. Власҡа ынтылыуҙың ниндәйҙер нигеҙе булырға тейештер бит? Әйтәйек, быға тиклем власть башында ултырғандар ҡотлоярҙар нәҫелен кәмһеткәнме? Был хаҡта ла романда әйтелмәй. Әгәр үҙең ете ҡат тиреңде түгеп эшләмәһәң, власть нимә бирә? Ағай-энеләр шул хаҡта уйлайҙармы? Хәйер, ағай-энеләрҙең барыһы ла власҡа үрләргә ынтыл- май ҙа, бының уларға кәрәге лә юҡ. Мәҫәлән, Камил ситтә ҙур сов- хоздың директоры. Мәғҙәндә уға власть кәрәкмәй. Әсләм Мәғҙәндә ауыл советы рәйесе. Белеменә күрә был вазифаһы башынан ашҡан. Зөлҡәрнәйҙе кешеләр менән тупаҫ булғаны өсөн колхоз рәйеслегенән алғандар, әле ул партком секретары вазифаһын башҡара. Бында Ғәтиәт кенә власть тип һүҙ ҡуйырта һымаҡ. Романдағы бөтә хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында Ғәтиәт тора. Колхоз- дың, замандың тын алышын белгән зат ҡына, халыҡ араһында абруй ҡаҙанған кеше генә халыҡ ярҙамында власҡа үрелә алалыр. Ғәтиәт кем һуң? Ул әле шәхес булып формалашып та етмәгән. Ғәтиәттең холҡонда әле әйтелгәндәрҙең береһе лә юҡ. Белем кимәле лә ниндәй- ҙер курс тамамлауҙан ары китмәгән, шикелле. Уның хеҙмәт баҫҡыста- ры ла көнләшерлек түгел. Монтер, почта бүлексәһе начальнигы, фер- ма мөдире — бына уның яулаған карьераһы. Был урындарҙан да ”эшкә яраҡһыҙ” тип ҡыуыла. Баш баҫып эшләү, оло маҡсатҡа ынтылыу — Ғәтиәттең ҡулынан килерҙәй ғәмәлдәр түгел. Ағай-энеләр Ғәтиәтте тәрбиәләп-төҙәткеләп тә маташмайҙар шикелле. ”Өйләнеп ебәрһә, аҡылға ултырыр”, тигән һымағыраҡ ҡарайҙар. Бер ҡарағанда, әҫәрҙең проблемаһы үтә бәләкәй, әммә шул пробле- малар тирәһендә ваҡиғалар ҡуйыра, кеше характеры асыла бара. Ғәтиәт кеүектәр бер Мәғҙәндә генәме? Илебеҙҙең һәр төбәгендә үҙ Ғәтиәте бар. Әҫәрҙең төп мәғәнәһе лә, минеңсә, асылып етмәгән һымаҡ. Авторҙың позицияһы ла томан артында тороп ҡалғандай. Ул, мәҫәлән, Мәғҙәндә власть башында ҡотлоярҙарҙы күрергә теләйме, әллә түрәлектә ағай- энелеккә ҡаршы сығамы? Был хаҡта әҫәрҙә аныҡ ҡына ҡараш юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, күренекле яҙыусы Ринат Камал был әҫәре менән башҡорт прозаһында үҙ бураҙнаһын яра. ”Үҙ” тинем, сөнки әҫәрҙең темаһы, проблемаһы, стиле, һүрәтләү сараларының бирелеше, телмәр поэтикаһының яңғырашы ла бары тик Ринатса төҫ ала. Башҡорт про- заһы даръяһына үҙ инеше, үҙ темаһы, үҙ һүрәтләү алымы менән килеп ҡушыла. Һүрәтләү, һынландырыу манераһы күҙгә күнекмәгәнсәрәктер ҙә, әммә барыһы ла хас Ринатса булыуы менән үҙенсәлекле.

***

Ринат Камалдың ”Ағай-энеләр” романындағы ваҡиғалар Ҡотлояр ҡарт үлеп ун йыл үткәндән һуңғы осорҙа бара. Романда бер нисә сюжет һыҙығы бар. Беренсеһе — Ғәтиәттең ҡотлоярҙарҙың ауылда власты тотоу тураһындағы хәбәре, бәхәсе. Икенсе сюжет һыҙығы — мөхәббәт хаҡында. Мөхәббәттең дә ниндәйе бит әле! Игеҙәк ҡыҙҙар Миңзифа, Миңзада менән Ғәтиәтулла араһындағы йә ғибрәт, йә фәһем алырҙай йүгәнһеҙ мөхәббәт, ауыл кешеләренең тел-теш араһына кергән хәл. Бындай ярһыу тойғоно кемдәрҙер хуплай, кемдәрҙер ҡәһәрләй. Әгәр ҙә сюжет һыҙығы тип ҡарап булһа, романда сауҙа мәсьәләһе лә күтәрелә. Шулар аша магазин, сельпо тирәһендәгеләрҙең күңел пәрҙәләре асыла төшә.

Романда төп герой мәсьәләһе лә уйландырырлыҡ. Бер ҡарағанда, автор Ғәтиәт хаҡында һүҙ ҡуйыртҡан һымаҡ. Әммә унда Хәмиҙә ҡарсыҡ образы ла үҙәк урындарҙы биләй. Ул нәҫел ағасының тарихына, тамыр- ҙарына, ҡотлоярҙар затының үткәненә байҡау яһай, бөгөнгөһө хаҡында уйлана, үҙ һығымтаһын сығара.

***

Авторҙың һүҙҙәренә таянып, әҫәрҙең проблемаһына тағы ла бер күҙ һалайыҡ әле.

”Донъялар тыныс түгел барыбер, Мәғҙәндә ғәрәсәтле ямғыр алды- нан ғына була торған алдатҡыс тынлыҡ. Мәғлүм ки, хәҙер Әсләмдең дә хәле мөшкөл. Был хаҡта берәү ҙә ауыҙ асып һүҙ өндәшмәй, әлегә борсолор сәбәп тә юҡ кеүек, шулай ҙа күңел тыныс түгел. Ғәрәсәт тигәндең дә олоһо ҡупты бит инде: Зөлҡәрнәй тәхетенән ҡолатылды, шуның еле Әсләм ҡустыһына ла ҡағылмағайы. Ҡотлоярҙар йортоноң нигеҙе сатнай: нисәмә йылдар Мәғҙәндәге хакимлыҡтың ахыры яҡын- лаша. Власть ҡулдан ысҡына, ҡотлоярҙар йөрәген шом баҫа, аяҡ аҫтында ер убыла”.

Ринат Камалдың үҙ ижадында был проблема тәүгеләрҙән түгел һымаҡ. Мәҫәлән, ”Мөхәббәт дошмандары”, ”Яза”, ”Бәлә”, ”Ҡасыу” повеста- рында, ”Таня-Таңһылыу”, ”Оҙонтал”, ”Сабыр йән” романдарында ла мәғҙәндәр тамырынан булмаған етәкселәр тураһында ишетер ҡолаҡҡа салынып ҡалғандай була. Ринат Камалға тиклем бындай проблеманы ҡайһы яҙыусы бөтә тулылығында күтәреп сыҡты икән: һүҙ ыңғай, бәлки, әйтеп үтеүҙәр булғандыр, әммә ”килмешәк” етәкселәр хаҡында ауыҙ тултырып һөйләрлек әҫәр булмағандыр. Шуны ла әйтергә кәрәк: был проблеманың асылы бик тәрәндә ята һымаҡ. Миңә ҡалһа, географик берәмек, төбәк булараҡ, Мәғҙән мөхите күҙ яҙлыҡтырыр өсөн генә алынған булһа кәрәк романда. Юғарыла ултырған түрә-ғараларҙан шундай һүҙҙе йыш ишеткән бар: юҡ бит кешеһе, кемде ҡуяһың (мәҫәлән, министр итеп, ҡала йәки район хакимиәте башлығы итеп)? Был инде ”эшем эйәләре” фәлсәфәһе. Ундайҙарға: ”Үҙең кем һуң? Үҙең ни ҡыйратаһың әле, ҡулыңдан ни килә? Һин белгәнде башҡалар киптереп элгән”, — тип әйтеүсе юҡ. Әйтеүсеһе табылыр ҙа ине, алдағыһын уйлай, артын байҡаштыра, аҫтындағы креслоһын ҡайғырта. Авторҙың ҡотлоярҙарға баҫым яһауында ла ниндәйҙер бер кинәйә йәшеренмәйме икән? Үҙ илеңдә олтан булыуға ҡарағанда, солтан булыу күпкә яҡшыраҡ түгелме ни? Сит илдә солтан булыу теләге менән күпме ағай-энеләребеҙ йәннәткә биргеһеҙ үҙ төбәгенән биҙә, йәғни биҙҙерәләр уларҙы. Ғәтиәт тә дөйөмләштерелгән образ булһа кәрәк. Тормоштоң ҡуласаһы кемдәр ҡулында булһа, шулар был фани донъ- яның артына тибеп йәшәй бирә.

Романдың ”Ағай-энеләр” тип аталыуында ла ныҡлы нигеҙ бар төҫлө. Илдәге етәкселекте ағай-энелек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, таныш-тоношлоҡ, районсылыҡ, яҡташлыҡ, ырыуҙашлыҡ баҫып алды. Берәй ергә эшкә урынлашам тиһәң дә ана шуларҙың туған-тыумасалыҡ ауын йырып сығармын тимә. Хәҙерге заманда Ғәтиәт ҡиәфәтендәгеләр уйлап та ҡарамай: теге йәки был эште атҡара аламы-алмаймы, ҡулынан киләме-килмәй- ме — былар тураһында баш ватып тормай, бары тик власҡа ынтыла. ”Хөрт кенә булһа ла, үҙебеҙҙеке бит”, — тип, уны күтәрә бирәләр ”ағай-энеләр”.

Ринат Камалдың ”Ағай-энеләр” романы иң тәүҙә ана шул яғы менән актуалдер. Яҙыусы ил эсендәге глобаль проблемаларға битараф түгел- леген раҫлай. Юғиһә, ул: ”Власть ҡулдан ысҡына, ҡотлоярҙар йөрәген шом баҫа, аяҡ аҫтында ер убыла”, — тип аҙарынмаҫ ине. Донъяның бер бәләкәй генә төбәген дөйөмләштерә автор.

***

Ринат Камалдың ”Ағай-энеләр” әҫәрендә әсә менән бала мөнәсәбәте — үҙәк темаларҙың береһелер. Халыҡта шундай әйтем бар бала ха- ҡында: Итәктә саҡта — ылан, итәктән төшһә — йылан. Әммә был әйтемде Ғәтиәткә ҡарата әйтеп булмайҙыр. Ғәтиәт йылан түгел — ул йылан аяғын киҫкән егет. Әсәһе, ағай-энеләре Ғәтиәтте бер нисә тап- ҡыр өйләндереп тә ҡарай. Тик Ғәтиәттең күңеле балалы ҡатында — Миңзадала. Айырылып ҡайтып киткән бисәләрен ҡыйырһытмай, тик мөхәббәт ялҡынын да бүләк итә алмай, сөнки уның бар уйы, күңеле, булмышы Миңзадала. Ғәтиәтулла армияла хеҙмәт итеп ҡайтыуға йәшләй һөйгән йәре Миңзада елдән бала тапҡан була. Хәмиҙә ҡарсыҡ, ағай- энеләр, Мәғҙән ауылының бисә-сәсәләре өсөн был хәл, ҡырҡҡа түкмәсте- релеп, тел сарларға оло сәбәп була. Сәбәп үҙ урынында. Бер уйлаһаң, Миңзаданың балаһы ла елдән түгел инде, бынамын тигән һылыу ирҙән — Тәлғәттән.

Кем һуң ул Тәлғәт? Ул Ғәтиәтулланың Әсләм ағаһының бажаһы булып сыға. Ағай-энеләр һәм уларҙың ҡатындары ошоно төп сәбәпкә һылтап, Ғәтиәтте Миңзадаға өйләндермәҫкә тырышалар. Тәүҙәрәк был хәл Ғәтиәтте лә бер ни тиклем уйланырға мәжбүр итә. Әммә тәүге мөхәббәт, мәңгелек моң үҙенә саҡырып тора. Ғәтиәт Миңзадаһына һуҡмаҡты һыуытмай.

Мәсьәләне тағы ла бер тапҡыр бизмәнгә һалайыҡ әле. Шулай ҙа, ағай-энеләр уйлағанса, Миңзада менән Ғәтиәтте өйләндермәҫкә тыры- шыуҙың сәбәбе Тәлғәттең (Миңзада балаһының атаһы) Әсләмгә бажа булыуында ғынамы икән? Романдан күренеүенсә, төп сәбәп Хәмиҙә ҡарсыҡталыр, моғайын. Һуғыштың һуңғы йылындағы бик көслө аслыҡ- ты оноторлоҡмо ни? Әлеге шул Миңзаданың атаһы сатан Мөхәмәтйән ул саҡта колхоздың келәт хужаһы булып ҡуҡырайып йөрөгән мәле. Сатандың ыңғайына торған бисәләр аслыҡты бар тип тә белмәй. Хәмиҙәнең сатан Мөхәмәтйәнгә ялынып-ялбарып барырға уйында ла юҡ. Әлбиттә, аслыҡ быуып алып бара: аслыҡтан шешенеп, ире Ҡотлояр үлем түшәгендә ята, бала-сағаларына ла ҡорһаҡтарын алдарлыҡ ризыҡ әҫәре юҡ. Кол- хоз келәтендә ашлыҡ — быуа быуырлыҡ, ә өйҙә тәғәм ризыҡ юҡ. Булған бит заманалар! Халыҡ астан ҡырыла, колхоздың бар игене фронтҡа оҙатыла. Ҡоро намыҫ менән генә аслыҡ ауыҙын ҡаплап бул- май ҙа. Ҡаза аҡыл таптырмай тигәндәй, Хәмиҙә лә ирекһеҙҙән сатанға буйһонорға мәжбүр була. Ошо урында әҫәргә күҙ һалайыҡ: ”Ахыр сиктә Хәмиҙә сигенде. Сатан уны орлоҡ өйөмөнә һырыҡтыр- ҙы ла теләген ҡылды, эй килештерҙе генә. Биғәләш, өнһөҙ Хәмиҙә үҙе лә ләззәт татыны: иҫһеҙ-һушһыҙ булды, хәлһерәне, ахыр тамам донъя- һын онотто. Ә сатан кинәнде генә, хәс тә ғүмерҙә татымағанды таты- ны ҡороғор.

Шунан һуң келәт хужаһы ныҡ йомартланды: онон да, һирәк-һаяҡ итен дә йәшереп кенә һала, ауыҙы йырыҡ, күҙҙәре майлы. Хәмиҙә шулай балаларын аслыҡтан йолоп ҡалды, ирен дә, шешенгән ерҙән, аяҡҡа баҫтырҙы”.

Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә тигәндәй, ошо ҡылығынан һуң, сараһыҙҙың көнөнән ҡылынған гонаһты Хәмиҙә ғүмере буйы нәфрәт менән иҫкә ала. Хәҙер килеп, гонаһ шомлоғо Ғәтиәте ана шул сатан Мөхәмәтйәндең ҡыҙын, балаһы бар өҫтөнә, төп нигеҙгә, Ҡотлояр йортона, килен итеп төшөрмәксе. Аҡылы бар тиген инде шул баланың? Хәмиҙә ҡарсыҡ Миңзада балаһының атаһы Тәлғәттең үҙенең улы (үҙенеке лә түгел, Әлфирә мәрхүмә көндәшенең улы) Әсләмгә бажа булып сығыуына төкөрөп тә бирмәҫ ине лә. Миңзаданы килен итергә ҡаршы булыуының сере йылдар арауығынан тауыш биргәндәй. Шуға ла сатан Мөхәмәтйәндәр менән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар булып китеүенән тар- тына. Был серҙе Ғәтиәткә аңлатып тороп булмай бит инде. Миңзада тип күҙе-ҡашы аларған Ғәтиәтулла быны аңламаҫ та. ”Буш һүҙ!” — тип кенә ҡуйыр. Бына шулай заман менән заман бәрелешә ”Ағай- энеләр” романында. Әсә кешенең ғүмер миҙгеленең бер аймылышында ҡылынған гонаһы менән балаһының Миңзадаға булған саф мөхәббәте айҡаша. Эй, фани донъя! Ниндәй генә һынауҙарға дусар итмәйһең һин үҙ бәндәләреңде!

Үҙ һүҙле Ғәтиәт, ҡаратырыш Ғәтиәт ”силсәүит ағаһын” Әсләмде эсереп булһа ла, бурлыҡ юлы менән булһа ла, Миңзада менән үҙенең ника- хын кенәгәгә теркәй ҙә бит. Бына шул саҡта ғына Хәмиҙә ҡарсыҡ асылына ҡайта: ”Ҡарсыҡ ыңғырашты, ярһыуҙан әллә ниндәй аңлайыш- һыҙ ауаздар сығарҙы, тауышы ҡарлыҡты. — Мин үҙем уларҙы ҡауыш- тырыр, үҙем мулла саҡырып ижап уҡытыр инем… Хәҙер уны ниш- ләтерҙәр икән? Шул юҡ өсөн ултыртып ҡуйырҙармы?” Әммә эш уҙған шул инде. Терһәкте тешләп булмай.

Эй, әсәләр! Бала бауыр ите, тигән әйтемде ниңә ул берәй бәләгә тарығас ҡына иҫкә төшөрәбеҙ әле? Ир еткән баланы ниңә әле, үҙе яратҡан ҡатынынан биҙҙерергә теләп, тәрбиәләп маташырға? Бала- ны йәштән, ҡатынды баштан, тигән халыҡ аҡылын ниңә оноторға? Ғәтиәтулла хәҙер инде итәк аҫтынан сыҡҡан сабый түгел. Уның теләгенә ҡаршы барырға кәрәкмәҫ ине. Алһын ине Миңзадаһын, көнөн күрһен, көлгә аунаһын тигәндәй. Ул сағында властарҙың хөкөмөнә лә тарымаҫ ине.

Ата-әсә ҡылған гонаһтар өсөн бала яуап бирмәһә лә, уның ҡәһәре балаға төшә, тиҙәр. Халыҡ аҡылы шулай ти. Хәмиҙә ҡарсыҡтың сатан Мөхәмәтйән менән заманында ҡылған гонаһтарының емешен хәҙер килеп Ғәтиәтулла төрмәлә татый. Балаһы кисергән ғазаптар Хәмиҙә ҡарсыҡ- тың тәҡдирелер.

***[edit]

”Томан эсендәге кешеләр” тип яҙҙым да бит. ”Кемдең ғүмере то- ман эсендә һуң?” — тип уҡыусыларҙың берәйһендә һорау тыуыр. Кеше күңеле — ҡара урман, ти халыҡ. Ҡайһы бер кешеләрҙең фани донъ- ялағы ғүмере лә томан эсендәге кеүек. Томан ҡуйырһа, күҙгә күренмәҫ билдәһеҙлек солғап алғандай. ”Ағай-энеләр” романында кемдең тор- мошо томан эсендә һуң?

Беренсенән, Мәғҙәндә власты ҡулда тотоу идеяһы төп маҡсатҡа әйләнмәгән. Ағай-энеләр ҙә берҙәм түгел. Бик тырышҡан хәлдә лә берҙәм була алмайҙар. Ҡандаш булһалар ҙа, өйҙәш түгелдәр. Улар — төрлө әсә балалары. Власҡа белемле кешеләр кәрәк. Ағай-эне араһынан ни бары бер Камил ғына юғары белемгә эйә. Белеменә күрә уның эше лә, власы ла бар. Ул — ҙур ғына совхоздың дирек- торы. Зөлҡәрнәй ”ағай-энеләрҙең” власты ҡулда тотоу ниәтенән йы- раҡ тора. Ҡулдан килмәҫтәй эштә, ығы-зығыла ҡатнашмай. Бер аҙ төшөргөләһә лә, аҡылы айыҡ уның. Әсләм менән Ғәтиәттең белем- дәре менән генә власҡа үрләп булмаясаҡ. Был — томан эсендәге (араҡы, наҙанлыҡ томаны) хыял ғына.

Икенсенән, Хәмиҙә ҡарсыҡтың тормошо ла ҡояштың көләс нур- ҙарынан мәхрүм һымаҡ. Ҡотлоярҙың ҡатын өҫтөнә ҡатын алыуы төп йорттағы төп хужабикәнең донъяһын көндәшле итте. Көндәшленең төнө генә түгел, көнө лә уртаҡ, ти халыҡ аҡылы. Тағы ла ”Ир бирмәк — йән бирмәк” тигән мәғәнәне лә өҫтәһәк, Хәмиҙә ҡарсыҡтың тор- мошон ҡуйы томан ҡаплаған. Хәмиҙәнең Мәғҙәндә аралашып, сама- уыр артында һүҙ бүҫкәртер кешеһе лә юҡ, буғай. Бер ҡарағанда, Хәмиҙәнең сыуаҡлы миҙгелдәре лә бар. Әлфирә көндәшенән тороп ҡалған йәтимдәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алып, уларға бауыр баҫып, әсә булып йәшәүе Хәмиҙәнең әсәлек, кешелеклелек бурысын күккә лә күтәргәндәй. Әммә ир еткән Ғәтиәтенең Миңзадаға булған саф мөхәббәтен сайралдырыуы Хәмиҙә ҡарсыҡтың күңелен томан шаршау- ҙарынан арындыра алмай.

Өсөнсөнән, Ғәтиәт тә ҡара һәм аҡ томандар эсендә йөҙгән зат. Атай васыяты, ҡара аҡыл менән генә власҡа үрләп булмай. Ағайҙары ара- һынан уға был аяуһыҙ дөрөҫлөктө аңлатып, төшөндөрөп бирерҙәй ке- шеһе лә табылмай. Ҡара аҡыл менән ярһып яныуы арҡаһында үҙе үрләй алмаған власть кешеләренең хөкөмөнә тарыға… Миңзадаға бул- ған саф мөхәббәте лә аҡ томандар эсендә тороп ҡала.

Был томандар тиҙ-тиләмә генә таралмаҫтыр, ахырыһы…