0%

Тауыҡ. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Тауыҡ. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 14.04.2014.. Нәшер ителгән: 23.11.2014..


Тауыҡ.



Балаҡайым китте өйҙән сығып –
Борсоу томаланы күҙемде:
Себештәрен яҡлап-ҡурсалаған
Тауыҡ итеп тоям үҙемде.

Бала саҡтың ғүмерҙәре ҡыҫҡа,
Оло тормош – күҙ ҙә ҡаш ҡына,
Хәлдән килһә, бар донъянан яҡлап,
Алыр инем ҡанат аҫтыма.

Ҡош түгел, тип, тауыҡ кәмһетәләр.
Эйе, тауыҡ осмай. Гел ерҙә.
Ләкин тейеп ҡара себешенә –
Төйлөгәнде әҙер тибергә!

Бөркөт кеүек, бейектәргә менеп,
Бар донъяны тауыҡ байҡамай,-
Бер себеше ҡалһа айырылып,
Эҙләп ниндәй ерҙәр айҡамай!

…Эй соҡонам тормош тиҙәгендә,
Балаларға барын булдырам,
Ҡырау-ҡарлы донъяларҙы тырнап,
Тәпәй-томшоғомдо туңдырам.

Балаларым һау булһындар инде,
Тыңлаһындар әйткән һүҙемде…
…Себештәрен яҡлап-ҡурсалаған
Тауыҡ итеп тоям үҙемде.