Талымһыҙ (Һайлансыҡ ҡыҙ монологы). Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Талымһыҙ (Һайлансыҡ ҡыҙ монологы)
автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 2013.


Талымһыҙ (Һайлансыҡ ҡыҙ монологы)



Мин - талымһыҙ, бер ни кәрәк түгел,
Түп-түңәрәк кенә маҡамым,
Кәрәк булһа шунда кәрәк булыр
Бәлки кәнфит-маҙар бер ҡабым.
Мин - ҡәнәғәт, бер ни кәрәк түгел,
Бүләк көткән дә юҡ бер кемдән,
Сәскә-маҙар, хушбуй ярар шунда,
Булһа булһын күлдәк - күркәмдән.
Мин - арманһыҙ, ярты көн биҙәндем,
Әҙ-мәҙ генә ятып торам да,
Сығып китәм кибеттәр ҡыҙырып,
Йөрөп ятмам инде урамда.
Мин - һайлансыҡ, бер ни кәрәк түгел,
Ярар шунда диңгеҙ-маҙары,
Алыҫыраҡ ергә быйыл китәм,
Кипрҙың да төштө баҙары.
Мин бахырға бер ни кәрәк түгел,
Йәшәп ятҡан булам бик сабыр.
Ал елкәндәр таҡҡан принцты көтәм -
Моғайын да килеп бер табыр...
Мин бахырға бер ни кәрәк түгел)))


2013